Йомабикә ИЛЬЯСОВА
ДОНЪЯМ
Һәр мәлдә лә тик түңәрәк
Була алманы донъям,
Уның тағы кителеүен
Һыҙланыуымдан тоям.
Тормоштоң ҡайһы хәлдәре
Тормай үҙеңдән генә,
Таянырға тура килә
Бары түҙемлегеңә .
Урап ҡайтҡан яҙҙар төҫлө
Донъяма бер ҡот ҡуныр,
Сатнаған донъям яңынан
Түңәрәк кенә булыр !
* * *
Көндәремде үҙем ҡыуалайым,
Улар үтмәй, улар бик яйлай.
Ауырыған саҡта еңел түгел,
Ауырыуҙың хәлен кем аңлай?!
Хатта ваҡыт, гүйә, ҡарышҡандай,
Сабырлыҡты һынай шикелле,
Ҡабаланығыҙсы,минуттарым,
Таратығыҙ юҡ-бар шигемде.