Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 09:50

Башҡорт теле көнө

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ Хәсән НАЗАР ӨС ҺҮҘ Өс нәмә тоталыр беҙҙе: Ер, тел, иман. Ерең барҙа — дәүләтең бар, Шуға инан. Телең барҙа — милләтең бар, Мәртәбә ул; Телен һатҡан — илен һатыр Иртәгә ул. Иман барҙа, ҡояш — ҡояш, Әҙәм — әҙәм. Иман — рух ул, ә түгелдер Бары әҙәп. Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән. Гүйә — бетеү. Күҙ ҡараңдай һаҡла уны, Юҡһа — бөтөү.  

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

Хәсән НАЗАР
ӨС ҺҮҘ
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.

Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул;
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.

 

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: