Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 12:50

Әртис мәҙәктәре

Әртис мәҙәктәре Юнир САЛАУАТОВ Иҫбатланым Ҡырмыҫҡалы районынан: “Юнир Салауатов сығышының мәғәнәһе юҡ, башҡаса уны сәхнәгә сығармағыҙ”, –тип бик күп тәнҡит һүҙҙәре менән минең өҫтән ялыу яҙғандар. Был хатты алғас, мине дошман күргән етәкселәр бик шатланып, шып-шым ғына үҙ-ара хатты тикшереп, “профнегодин”лыҡта ғәйепләп, мине эштән ҡыуарға әҙерләнгән булғандар. Һуңғы һүҙ бирҙеләр. Шунан мин:

Әртис мәҙәктәре
Әртис мәҙәктәре

Әртис мәҙәктәре

Юнир САЛАУАТОВ

Иҫбатланым

Ҡырмыҫҡалы районынан: “Юнир Салауатов сығышының мәғәнәһе юҡ, башҡаса уны сәхнәгә сығармағыҙ”, –тип бик күп тәнҡит һүҙҙәре менән минең өҫтән ялыу яҙғандар. Был хатты алғас, мине дошман күргән етәкселәр бик шатланып, шып-шым ғына үҙ-ара хатты тикшереп, “профнегодин”лыҡта ғәйепләп, мине эштән ҡыуарға әҙерләнгән булғандар. Һуңғы һүҙ бирҙеләр. Шунан мин:

– Был хатты мин үҙем яҙҙым. Бына, копировка аша яҙылған икенсе экземпляры миндә, – тип ҡара ҡағыҙҙы күрһәттем. Бер кем, бер һүҙ ҙә әйтә алмай шып-шым булды, шулай ҙа берәүһе ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына:

– Быны ни өсөн эшләнең инде? – тип һораны

– Миңә ҡарата һеҙҙең аҫтыртын мөнәсәбәтегеҙҙе һәм белемегеҙҙе тикшереп ҡарар өсөн. Бына адресында туғыҙ урынлы индекс, урам адресы ла ялған. Береһен дә тикшермәйенсә, миңә бысыраҡ яғырға тотондоғоҙ һәм Һеҙ нахалдар булып сыҡтығыҙ. Концерттарҙағы сығышымды күрмәмеш-белмәмеш булаһығыҙ ҙа, миндә юмор юҡ, тиһегеҙ. Юморымдың барлығын, тағын бына ошо юл менән иҫбатларға мәжбүр булдым, – тинем.

Шунан береһе:

– Да, һинән була, – тине.

Был хәлдән һуң уларҙың мөнәсәбәте миңә йомшара төштө. Тағын берәй “номер” уйлап табыуымдан, оятҡа ҡалыуҙарынан ҡурҡтылар.

Әртис мәҙәктәре
Әртис мәҙәктәре
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: