Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәре
Маҡтау
Редакция бүлмәһендә Әхмәр Үтәбай менән сәй эсеп ултырабыҙ. Таныш булмаған кеше килеп инде лә күрешеп:
– Һин Әхмәр Үтәбай бит? Уҡып барам, уҡып барам. Һа-а-ай, шәп яҙаһың, ҡустым! Яҙмаларыңдың теле бай, фекерҙәрең үткер. Маладис, ҡустым, тураһын бәреп әйтәһең дә ҡуяһың!..
Шул саҡ Әхмәр Үтәбай сәсәй башланы. Теге ағай уның арҡаһынан ҡағып:
– Нимә, сәйең яңлыш юлға киттеме әллә?
– Юҡ, – тине Әхмәр сәсәй-сәсәй. – Маҡтауҙан аллергия...