Салауат ӘБҮЗӘР
КОМЕТА
Мин яныңдан осоп барған
Бер комета һымаҡмын.
Ә һин – серле бер планета, –
Сисеп булмаҫ йомаҡһың.
Һиңә тартылам... Тик үҙем
Ҡурҡам ошо теләктән:
Янып, көлгә әйләнермен,
Орбитаңа эләкһәм...