Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 20:40

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Насар яҡшылыҡты аңлаймы?Ҡәрсәйемдең "Таш менән атҡанға аш менән ат", "Үҙең яҡшы булһаң, һиңә насар кеше лә яҡшы мөнәсәбәттә булыр" тип яҡшылыҡҡа өйрәтеп әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһен йылдан-йыл нығыраҡ аңлағандаймын.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Насар яҡшылыҡты аңлаймы?

Ҡәрсәйемдең "Таш менән атҡанға аш менән ат", "Үҙең яҡшы булһаң, һиңә насар кеше лә яҡшы мөнәсәбәттә булыр" тип яҡшылыҡҡа өйрәтеп әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһен йылдан-йыл нығыраҡ аңлағандаймын. Был һүҙҙәрҙе тәүләп ишеткән сағымда ундай булыуға ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан максималист инем: нисек инде мин насар кешегә лә аш менән атырға тейешмен? Ә бит был һүҙҙәрҙең нигеҙендә балаларыңа, туғандарыңа ҡарата хәстәрлек тә ята түгелме? Әгәрҙә ҡан дошманың булмаһа, һин яҡшылыҡ күрһәткән кеше балаларыңа, туғандарыңа ҡарата яҡшылыҡ эшләмәгән хәлдә лә, насарлыҡ ҡылмаҫ, тигән инаныу ҙа бар. Тик бер генә "тик" тигән шигем бар: тик насар кеше яҡшылыҡты аңлаймы икән?

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 551-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: