14 декабрь – Башҡорт теле көнө
Шағир Рәйес Түләктең ижады башҡорт халҡының рухи нуры менән һуғарылған. Тел, ил, милләт тигәндә, халҡыбыҙҙың данлы улдары араһында Рәйес Түләктең дә һыны күҙ алдыма баҫа.
Салауат ӘБҮЗӘР
СӘЛӘМ!
Рәйес Түләккә.
Был донъянан һиңә сәләм яҙам,
Көҙ һарыһы ерҙе япҡан саҡта.
Ҡул болғайым, гүйә, мин был ярҙан:
“Хәлең нисек, Рәйес, теге яҡта?”
Сал тулҡынын елпеп Ваҡыт аға,–
Китеүеңә һинең байтаҡ булды.
Күңелдәргә көҙ һағышын яға, –
Бөгөн һиңә алтмыш ике тулды.
Һин был ярҙа булһаң, ҡотлар инек,
(Кәмә юҡ шул былай сығырыңа!)
Әҙ-мәҙ шунда мәйен уртлар инек,
Һәм иҫерер инек шиғырыңа...
Был донъянан һиңә бик күп сәләм, –
Сәләм дә бит оло бүләккә тиң.
...Хатым барыр, адресыңды беләм:
Ожмахҡа, тип яҙам, Түләккә, тим.