Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 16:56

Ауылдаштарыма — Яңы йыл бүләге!

"Ағиҙел"дең "Изгелек ҡылып ҡал!" акцияһына ҡушылып...

Ауылдаштарыма — Яңы йыл бүләге!
Ауылдаштарыма — Яңы йыл бүләге!
Беҙ йыш ҡына уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙарға йөрөйбөҙ, "Ағиҙел"ебеҙҙе яҙҙырып алдырыуға өгөтләйбеҙ. Ҡайһы саҡ шундай һорау ҙа биреп ҡуялар: үҙегеҙ һуң "Ағиҙел"гә яҙылдығыҙмы?
Дөрөҫ һорау. Яҙылдыҡ! Башҡаларҙы ла онотмайбыҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, быйыл "Ағиҙел"дең "ИЗГЕЛЕК ҠЫЛЫП ҠАЛ!" акцияһына ҡушылып, ауылдаштарыма Яңы йыл бүләге эшләргә булдым. Баймаҡ районының Буранбай ауылына 2022 йылдың 1-се ярты йыллығына 10 дана "Ағиҙел" журналына альтернатив подписка бүләк итәм. Ай һайын журналдарҙы клуб мөдире булып эшләгән һеңлем Сәлимә Усмановаға ҡалдырырмын, ул үҙе ауылдаштарыбыҙға таратып сығыр.
Кем алыҡ, дуҫтар, әйҙәгеҙ тыуған ауылдарыбыҙға, туғандарыбыҙға ошо рәүешле бүләктәр эшләйбеҙ. Ай һайын беҙ "Ағиҙел"дең сираттағы һаны сығыу менән редакциябыҙҙың "Аҡмулла арба"һына журналдар тейәп республикабыҙ буйлап таратып сығабыҙ. Иң ҙур маршрутыбыҙ Салауат, Мәләүез, Сибай ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Архангель, Ҡырмыҫҡалы райондары аша үтә. Әгәр ҙә һеҙ бүләкләгән ауылдар беҙҙең маршрутҡа эләкмәһә, ошо ауылдар ҡараған район китапханаларына йә мәғариф бүлектәренә журналдарҙы ҡалдырып китә алабыҙ!
Форсаттан файҙаланып "Ағиҙел"де таратыуҙа беҙгә ярҙам иткән район, ауыл хакимиәте, китапхана, мәғариф бүлеге етәкселәренә, ауылдарыбыҙҙа күҙ терәп торған энтузиаст дуҫтарыбыҙға оло рәхмәтемде белдерәм!
 
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: