Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2021, 16:00

Ҡыш

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Алданған ҡыҙ... Инде ҡыш килеренә тамам ышанып, 15-20 градус һалҡында йоҡоға талған ағастар көндәр ҡапыл киренән йылынғас, аптырауға ҡалғандай сытырайып баҡҡан. Бигерәк тә ҡайындар, тағы ла яҙ килдеме-юҡмы тигәндәй, бөрөләрен тумалатырға ынтылыш алғандай.

Ҡыш
Ҡыш

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Алданған ҡыҙ...

Инде ҡыш килеренә тамам ышанып, 15-20 градус һалҡында йоҡоға талған ағастар көндәр ҡапыл киренән йылынғас, аптырауға ҡалғандай сытырайып баҡҡан. Бигерәк тә ҡайындар, тағы ла яҙ килдеме-юҡмы тигәндәй, бөрөләрен тумалатырға ынтылыш алғандай. Әгәр ҙә көндәр тағы ла берәр аҙна йылы торһа, ул мотлаҡ бөрөгә тулышасаҡ, аҙаҡ һалҡындыр килгәс, тыуып өлгөрмәгән "балалары" һәләк буласаҡ. Ошо хәлде аңлауҙан йән өшөй...
Ҡасандыр үҙем уҡыған бер татар шағирының шиғыр юлдары иҫкә төштө. Авторын онотҡанмын, әммә шиғыр юлдары иҫемдә:
Мөхәббәтен юйған,
Алданған ҡыҙ.
Бар һин уны,
Мөхәббәттең барлығына,
Бөйөклөгөнә
Ышандырып ҡара...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 555-се күҙәтеү

Ҡыш
Ҡыш
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: