УҠ
Оҫта уҡтан атырға өйрәтә. Бер уҡыусы ике уҡ алып, атырға әҙерләнә. Ләкин оҫта уның бер уғын ҡулынан ала.
– Ни өсөн минең икенсе уҡты алдығыҙ? – тип һорай уҡыусы.
– Мин һинең икенсе уғыңды түгел, ә беренсеһен алдым, сөнки һин уны яҙа атыр инең...
– Ни өсөн? – тип аптырай тегенеһе.
– Сөнки һин атҡан саҡта тағы бер мөмкинлегең булыуы тураһында уйлар инең...