Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2021, 11:55

Шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР ҮКЕНМӘЙЕМ ҮТКӘН ЙЫЛДАРЫМА... Не жалею, не зову, не плачу, Все пройдет, как с белых яблонь дым. Увяданья золотом охваченный, Я не буду больше молодым. С.Есенин Үкенмәйем үткән йылдарыма... Ана, япраҡ ҡоя ҡайындар. Ҡаршы сығыр минең юлдарыма Ҡояшым бар әле, айым бар. Үткән йәшлегемә үкенмәйем... Ҡарап торам киткән ҡаҙҙарға. Әҙ эсмәнем ерҙә һөйөү мәйен, Ғашиҡ булып күпме ҡыҙҙарға. Барыһы ла үтә, туҙа, уҙа... Ҡабатланмаҫ ғүмер тағы ла. Китер ҡоштар һуңғы моңон һуҙа, Ҡанат болғап тыуған яғына. Иләҫләнеп күңел моңһоу йырға, Ҡул болғайым һеҙгә – хушығыҙ! Теҙелешеп киткән был сылбырға Йәшлегемде минең ҡушығыҙ!

Шиғри күстәнәс
Шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР

ҮКЕНМӘЙЕМ ҮТКӘН ЙЫЛДАРЫМА...
Не жалею, не зову, не плачу,
Все пройдет, как с белых яблонь дым.
Увяданья золотом охваченный,
Я не буду больше молодым.
С.Есенин

Үкенмәйем үткән йылдарыма...
Ана, япраҡ ҡоя ҡайындар.
Ҡаршы сығыр минең юлдарыма
Ҡояшым бар әле, айым бар.

Үткән йәшлегемә үкенмәйем...
Ҡарап торам киткән ҡаҙҙарға.
Әҙ эсмәнем ерҙә һөйөү мәйен,
Ғашиҡ булып күпме ҡыҙҙарға.

Барыһы ла үтә, туҙа, уҙа...
Ҡабатланмаҫ ғүмер тағы ла.
Китер ҡоштар һуңғы моңон һуҙа,
Ҡанат болғап тыуған яғына.

Иләҫләнеп күңел моңһоу йырға,
Ҡул болғайым һеҙгә – хушығыҙ!
Теҙелешеп киткән был сылбырға
Йәшлегемде минең ҡушығыҙ!

Шиғри күстәнәс
Шиғри күстәнәс
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: