Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2021, 10:00

Ғаилә ҡороғоҙ

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ   Иң тәүҙә ғаилә ҡорорға!!! Инсаф Хужабиргәнов өйләнергә ниәт иткәс, шундай кәңәш биргәйнем: "Фатирым, машинам, башҡа тормош уңайлыҡтарым юҡ, тип ҡайғырма. Иң мөһиме никахығыҙ уҡылғас, Хоҙай Тәғәлә һеҙгә барыһын да, балағыҙ тыуғас, уның өлөшөн дә бирәсәк..."

Ғаилә ҡороғоҙ
Ғаилә ҡороғоҙ

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

 

Иң тәүҙә ғаилә ҡорорға!!!

Инсаф Хужабиргәнов өйләнергә ниәт иткәс, шундай кәңәш биргәйнем: "Фатирым, машинам, башҡа тормош уңайлыҡтарым юҡ, тип ҡайғырма. Иң мөһиме никахығыҙ уҡылғас, Хоҙай Тәғәлә һеҙгә барыһын да, балағыҙ тыуғас, уның өлөшөн дә бирәсәк..."
Бөгөн Инсаф "Йәшлек" гәзитендә хеҙмәт итә. Гөлдәр килен менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, машиналары ла бар, фатир ҙа алдылар, ҡыҫҡаһы, ныҡҡа аяҡ терәнеләр. Улар өсөн ифрат шатмын. Инсаф үҙе лә ысын фамилияһының Хужабиргәнов түгел Хоҙайбиргәнов икәнлеге хаҡында әйткәне бар. Исеме лә инсафлынан алынған. Шундайын исем-шәрифле кешегә Хоҙай барыһын да бирә инде ул.
Быны ни өсөн яҙаммы? Күп кенә йәштәр барлыҡ тормош шарттары булғас ҡына ғаилә ҡорорбоҙ әле, тип ғүмерҙәренең иң аҫыл миҙгелдәрен яндырып йәшәй. Күпме балалар шул сәбәпле тыумай ҡала. Ә бит бала тыуһын өсөн иң тәүҙә ғаилә ҡорорғә кәрәк шул. Ҡасандыр яҡташыбыҙ Азамат Ишемғужинға ла шундай уҡ кәңәштәр биргәйнем.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 556-сы күҙәтеү.

Ғаилә ҡороғоҙ
Ғаилә ҡороғоҙ
Автор: Салават Абузаров
Читайте нас: