Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Яҙылмаған йыр
2013 йылдың йәй башында миңә көтмәгәндә атаҡлы композиторыбыҙ Салауат Низамитдинов шылтыратты. Бынан алда "Юлдаш" радиоһы аша тапшырыуҙа бер шиғырымды уҡығайным. Шул шиғырым оҡшаған да, йыр яҙырға ниәт иткән. "Әле ҙур бер музыкаль әҫәр өҫтөндә эшләйем, шуны тамамлағас та йыр яҙырмын, шунан саҡырып тыңлатырмын" тине ул. Шуның тексын һораны. Яйын табып шиғырҙы уға ебәрҙем. Әммә яҙып өлгөрмәне, 29 июлдә ағайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Бына ул шиғыр:
Көнө былай алайыммы,
Төнө былай алайым.
Былай алайым ғүмерҙә
Һинле була алмайым.
Былай итеп алайыммы.
Тегеләйме алайым?
Һинһеҙлектең усағында
Тереләйме янайым?
Былай ғына алайымһың,
Былай ғына алаймын.
Яҙмышыбыҙ тегеләй бит —
Шуны аңлай алмайым.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 557-се күҙәтеү.