Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 10:45

Мортазин

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ   "Хәким Мортазин менән ҡосаҡлашып күрешһәң..."   Иртән эшкә килә ятҡанда теге оҙондо, Башдрам актеры Хәким Мортазинды осраттым. Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды: – Һаумы, Хәким, анда өҫтә хәлдәр нисек? – Һаумы, Әхмәр ағай, бөгөн әҙерәк һыуытҡас, тын алыуы рәхәтерәк. Ә аҫта ни бар?

Мортазин
Мортазин

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

 

"Хәким Мортазин менән ҡосаҡлашып күрешһәң..."

 

Иртән эшкә килә ятҡанда теге оҙондо, Башдрам актеры Хәким Мортазинды осраттым. Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:

– Һаумы, Хәким, анда өҫтә хәлдәр нисек?

– Һаумы, Әхмәр ағай, бөгөн әҙерәк һыуытҡас, тын алыуы рәхәтерәк. Ә аҫта ни бар?

– Аҫта әллә ни шәп түгел, кисә ямғыр яуып, бөгөн әҙерәк ҡар яуып һыуытҡас, бигерәк тайғаҡ...

– Шуға аҫтағыларҙы йәлләйем...

– Театрҙа ниндәй яңылыҡтар бар, Хәким?

– Минән дә оҙонораҡ бер сәхнә эшсеһе килде театрға. Ғәрлек...
...Ошо урында Матбуғат йортона килеп етеп ҡосаҡлашып хушлаштыҡ. Шул саҡта шағир Рәмил Йәнбәктең бер һүҙен иҫкә төшөрҙө актер: "Хәким Мортазин менән ҡосаҡлашып күрешһәң, үҙеңде бала саҡҡа ҡайтҡандай тояһың..."

 

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 558-се күҙәтеү.

Мортазин
Мортазин
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: