Рәсүл БАЙГИЛДИН
ЕТЕГӘН ЙОНДОҘЛОҒО
Повесть
1.
Донъя төн ҡараңғылығына сумған. Ҡуйы урманға барып юлыҡҡан Гөлйыһан аунай-абына бәләкәй генә аҡланға килеп сыҡты ла, өҙөк болоттар араһынан йондоҙҙарҙы күрергә теләп, күккә баҡты. Етегәнде тапһа, гәүһәр таштай балҡып торған уттарын барлап сыҡһа, ҡайҙа китергә юлды белер ине. Юҡ, таба алмай йондоҙсоҡтарҙы. Баш осондағы сикһеҙ көмбәҙ, тәҙрәгә тартылған шаршау менән ябылған тиерһең – йә тегендә, йә бында асылып китә лә, шунда уҡ кире ябыла. Ҡарурманды төндә яңғыҙ үҙе гиҙеүҙән хәле бөткән, ҡурҡып ҡото алынған ҡатын сараһыҙланыуҙан асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе...
Тәүҙә бер ни аңламай миңрәүләнеп ятты. Шунан күҙе ай яҡтыһынан күкшелләнгән тәҙрәгә төштө, уң яғынан йәнәшәһендә мышнап йоҡлаған баланың тын алышын ишетте. Күтәрелгән ҡулы һауала бер мәл генә эленеп торҙо ла, хәстәрле йылы устар өҙлөкһөҙ ҡағылыуҙан шымарған сәңгелдәктең йоморо буй ағасына ятты. Был хәрәкәт, ихтыярынан тыш, үҙенән-үҙе эшләнде. Түбәләге ҡаҙаҡҡа баулап эленгән сәңгелдәктең һалмаҡ тослоғо тамам тынысландырҙы Гөлйыһанды.
– Төш икән, – тине иләүһерәп уянған ҡатын, битен һыпырып.
Тороп баланы тәрбиәләне: аҫтын алмаштырҙы, имеҙҙе, кире сәңгелдәккә һалды.
Рәткә шулай һаташа хәҙер Гөлйыһан. Шомло уның төштәре. Бөгөн, ана, күк йөҙөндә Етегән йондоҙлоғоноң ете йондоҙон таба алмай ҡурҡып уянды. Ҡара болот береһен аса ла, икенсеһен ҡаплай ҙа ҡуя. Етәүһен дә күрмәгәс, ҡайһы тарафҡа китергә, ни ҡылырға белмәй, ҡото алынып, ҡарурманда зар илап ултырҙы.