Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2021, 10:05

Эдисон

Томас Эдисон мәктәптән ҡайтып, әсәһенә уҡытыусының хатын тоттора. Әсәһе уны ҡысҡырып уҡый: “Һеҙҙең улығыҙ – даһи! Был мәктәптә уға белем бирерлек уҡытыусылар юҡ. Зинһар, улығыҙҙы үҙегеҙ уҡытығыҙ”.

Йылдар үтә. Эдисон бөйөк ғалим булып китә. Бер саҡ ғаилә архивын ҡарап ултырғанда теге хат килеп сыға. Уҡып ҡарай: “Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан артта ҡалған. Үҙебеҙҙең мәктәптә беҙ уны артабан уҡыта алмайбыҙ”.

Эдисондың күҙҙәренә йәш тула. Һуңынан көндәлегенә былай тип яҙып ҡуя: “Томас Эдисон аҡыл яғынан артта ҡалған бала ине. Аҡыллы әсәһенең арҡаһында бөйөк даһи булды”.

Эдисон
Эдисон
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: