Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 12:00

Юлда

ЮЛДА Атай кеше ишәккә атланып, бәләкәй улы ишәктең теҙгенен тотоп урамдан китеп баралар. Уларға осраған берәү: – Нисек һиңә оят түгел, улың йәйәү китеп бара, ә һин оло башың менән атланып алғанһың! – ти. Атай кеше үҙе төшөп, улын ишәккә атландыра. Тағы бер кеше тап була быларға.

Юлда
Юлда

ЮЛДА

Атай кеше ишәккә атланып, бәләкәй улы ишәктең теҙгенен тотоп урамдан китеп баралар. Уларға осраған берәү:

– Нисек һиңә оят түгел, улың йәйәү китеп бара, ә һин оло башың менән атланып алғанһың! – ти.

Атай кеше үҙе төшөп, улын ишәккә атландыра. Тағы бер кеше тап була быларға.

– Абау, оят! Улы ишәккә атланған, ә меҫкен атаһы йәйәү!.. – тип бот саба.

Улар икеһе лә ишәккә атлана. Осраған кешеләр:

– Һеҙгә оят түгелме!? Хайуанды этләтеп, икәүләшеп менеп алғандар! – тиҙәр улар.

Шулай итеп, улар йәйәү атларға була. Күп тә үтмәй, тағы берәү осрай:

– Менергә лә эшкенмәгән ишәкте нимә тип аҫырайһығыҙ?! – тип көлә ул.

Атаһы улына ҡарап:

– Күрҙеңме, улым, – ти. – Беҙ нимә генә эшләһәк тә, беҙҙән сей эҙләүселәр табыла. Тимәк, беҙ һәр эште үҙебеҙ теләгәнсә башҡарырға тейешбеҙ!..

Юлда
Юлда
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: