Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 13:20

Конфуций

КОНФУЦИЙ Ҡытайҙың бөйөк аҡыл эйәһе Конфуций янына бер ҡатын килеп, шундай һорау бирә: – Әйт әле, Конфуций, әгәр ҡатындарҙың бер нисә һөйәркәһе булһа, уны ғәм алдында мәсхәрә ҡылалар. Ирҙәрҙең һөйәркәләре күп икән, йәмәғәтселек алдында абруйлы, дәрәжәһе артып китә?

Конфуций
Конфуций

КОНФУЦИЙ

Ҡытайҙың бөйөк аҡыл эйәһе Конфуций янына бер ҡатын килеп, шундай һорау бирә:

– Әйт әле, Конфуций, әгәр ҡатындарҙың бер нисә һөйәркәһе булһа, уны ғәм алдында мәсхәрә ҡылалар. Ирҙәрҙең һөйәркәләре күп икән, йәмәғәтселек алдында абруйлы, дәрәжәһе артып китә?

Конфуций, һорауға яуап бирерҙән алда, алты сынаяҡҡа сәйнүктән сәй ҡоя. Шунан:

– Әйт әле, – ти ул. – Бер сәйнүктән алты сынаяҡҡа сәй ҡойоу ғәжәпме?

– Һис тә ғәжәп түгел, – ти ҡатын.

– Бына, күрҙеңме инде, – тип хәйләкәр йылмая Конфуций. – Әгәр алты сәйнүк бер сынаяҡҡа сәй ҡойһа?!.

Конфуций
Конфуций
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: