Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 16:10

Иләк

ӨС ИЛӘК Бер кеше Сократтан һорай: – Беләһеңме, һинең турала миңә нимә тине дуҫың? – Көтөп тор, – тип туҡтата уны Сократ. – Нимәлер әйтерҙән алда уны өс иләк аша үткәрергә кәрәк.

Иләк
Иләк

ӨС ИЛӘК

Бер кеше Сократтан һорай:

– Беләһеңме, һинең турала миңә нимә тине дуҫың?

– Көтөп тор, – тип туҡтата уны Сократ. – Нимәлер әйтерҙән алда уны өс иләк аша үткәрергә кәрәк. Башта хаҡиҡәт иләге аша үткәр. Һин әйтер һүҙеңдең хаҡ булыуына ышанаһыңмы?

– Юҡ, мин уны ишеттем генә, – ти тегенеһе.

– Тимәк, әйтер һүҙең хаҡмы, ялғанмы икәнен белмәйһең. Хәҙер икенсе иләк – изгелек аша үткәр. Һин минең дуҫым тураһында ниндәйҙер яҡшы һүҙ әйтергә теләйһеңме? – тип һорай аҡыл эйәһе.

– Юҡ, киреһенсә...

– Тимәк, һин һүҙеңдең хаҡ булыуын белмәһәң дә, дуҫым тураһында насар һүҙ әйтергә уйлайһың. Хәҙер инде өсөнсө иләккә күсәйек. Ул – файҙа иләге. Һинең әйтер һүҙең миңә ниндәйҙер файҙа бирәсәкме?

– Юҡ, – ти был кеше.

Сократ һығымта яһап ҡуя:

– Шулай итеп, һинең әйтергә теләгән һүҙеңдә хаҡлыҡ та, изгелек тә, файҙа ла юҡ. Ул саҡта ниңә әйтеп торорға?!.

 

 

Иләк
Иләк
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: