Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 09:20

Әсир

алауат ӘБҮЗӘР ӘСИР Повесть – Ҡороғор!.. Ләғнәт төшкөрө нәмә булды лаһа!.. – Ҡош-ҡортон ҡараштырып йөрөгән Ғәлиә ҡапҡанан ингән хәрби кейемдәге кешене күреп, сырамытырға теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫа биреп уға текләне. – Һаумыһығыҙ, апай! – тине хәрби, йөҙөнә йылмайыу һыҙаттары сығарып. – Арыубыҙ әле, улым. Аллаға шөкөр! Бер ҙә таныш кешегә оҡшамағансы. Кем булды һуң әле был? – Апай, Сәлмән Шәйхетдинович ошо йортта йәшәй тигәйнеләр... – Ул ни... – Ғәлиә өй ишегенә күҙ һирпеп алды. – Үҙең кем булаһың һуң, туғанҡайым? Беҙҙең яҡ кешеһе тиһәм... – Военкоматтан мин, апай. Лейтенант Таһиров. Миңә Сәлмән Шәйхетдинович кәрәк ине. Өйҙәлер бит? – Вайынкомдан?! – Ғәлиә ниндәйҙер шомло хәбәр ишеткәндәй, сырайын һытты. – Эй, илаһым! Ошосор төшөм буталып бер була ине... Йә, хоҙай, үҙең арала!..

Әсир
Әсир

Салауат ӘБҮЗӘР

ӘСИР

Повесть

– Ҡороғор!.. Ләғнәт төшкөрө нәмә булды лаһа!.. – Ҡош-ҡортон ҡараштырып йөрөгән Ғәлиә ҡапҡанан ингән хәрби кейемдәге кешене күреп, сырамытырға теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫа биреп уға текләне.

– Һаумыһығыҙ, апай! – тине хәрби, йөҙөнә йылмайыу һыҙаттары сығарып.

– Арыубыҙ әле, улым. Аллаға шөкөр!

Бер ҙә таныш кешегә оҡшамағансы. Кем булды һуң әле был?

– Апай, Сәлмән Шәйхетдинович ошо йортта йәшәй тигәйнеләр...

– Ул ни... – Ғәлиә өй ишегенә күҙ һирпеп алды. – Үҙең кем булаһың һуң, туғанҡайым? Беҙҙең яҡ кешеһе тиһәм...

– Военкоматтан мин, апай. Лейтенант Таһиров. Миңә Сәлмән Шәйхетдинович кәрәк ине. Өйҙәлер бит?

– Вайынкомдан?! – Ғәлиә ниндәйҙер шомло хәбәр ишеткәндәй, сырайын һытты. – Эй, илаһым! Ошосор төшөм буталып бер була ине... Йә, хоҙай, үҙең арала!..

Нимәгәлер бошоноп һөйләнгән ҡатынды аңламаны лейтенант.

– Нимә тиһең, апай?

– Ә-ә, юҡ, юҡ... Анау, күршеләрҙең этен әйтәм... Ҡороғор! Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр аҡыл юҡ, килеп ашай ҙа китә, ашай ҙа китә... Ғөтдәһен ашағыр! Нимә тип бәйләп ҡуймайҙар шуны...

Ауыл артында ғына йәйрәп ултырған текә ҡаянан күҙәрен алмаған лейтенант баш сайҡап ҡуйҙы. Байтаҡ ер гиҙергә, күпме тау-таштарға һоҡланып торорға тура килде уға, ләкин бындай ҡаяны беренсе тапҡыр күреүе, буғай. Донъяның аяуһыҙ ел-дауылдары тәрән һырҙар һалған ҡая йөҙөнән ниндәйҙер баш бирмәҫ ғорурлыҡ, хатта ҡырыҫлыҡ бөркөлгәндәй.

Ғәлиә ҡапыл өтәләнергә кереште.

– Аһ, аһ!.. Эй, баш!.. Нишләп һине һүҙгә әүрәтеп торам әле. Ҡана, самауыр ҡуя һалайым...

– Рәхмәт, апай! Мин оҙаҡҡа түгел, машина көтә. Сәлмән Шәйхетдиновичты күрәм дә…

Ғәлиәнең йөрәген шом биләне, өмөт ҡатыш ғазап шәүләһе яғылған күҙҙәрен хәрбигә төбәне.

– Бер-бер хәл булдымы әллә, балаҡай?

– Бер ни ҙә юҡ. Уның менән һөйләшергә кәрәк. Шул ғына, – тине лейтенант, сабырлығын ниңәлер юя барған апайҙы тынысландырырға теләп.

– Эй, хоҙайым! Башын ашайҙар инде…

– Әү, апай?

Ғәлиә терт итеп ҡалғандай булды:

– Ә?! Cәлмәнде әйтәм... Башы ауыртып тора ине, тим... Әллә бимазалап тормайһыңмы, туғаным?

– Борсолмағыҙ, йонсотмам уны. Ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлап, яҙып алырға ине, – тип лейтенант ҡулындағы папкаһын һелкеп ҡуйҙы.

– Яҙып алырға?! – Был хәбәр Ғәлиәгә аяҙ күктә ялтлаған йәшен кеүек тәьҫир итте. – Бөтмәҫ яҙыу булды... Элек теңкәне ҡоротоуҙары етмәгән... Тағы ниндәй ғәйебен таптығыҙ?!.

Тик томалдан асыуы ҡабара башлаған апайға аптырап ҡараны лейтенант. Уның ауыҙынан кеше рәнйетерлек насар һүҙ сыҡманы лабаһа! Үҙен уңайһыҙ хәлдә тойоп, нимә әйтергә белмәй аҙапланды.

– Бисәкәй, күрмәнеңме шул ҡайраҡты? Ошонда ғына ҡуйғандай инем. – һөйләнә-һөйләнә өйҙән сыҡҡан ир, ят ҡунаҡты шәйләп, баш ҡағып иҫәнләште.

– Һаумыһығыҙ! – лейтенант Таһировҡа йән инеп, ағайға ҡул һуҙҙы. – Сәлмән Шәйхетдинович һеҙ булаһығыҙмы?

– Эйе, – тине ағай ҡоро ғына, ҡаты һәм ҡытыршы усы менән лейтенанттың йомшаҡ ҡулын ҡыҫып.

– Мин Айҙар Таһиров булам. Военкоматтан.

Күрешкән арала лейтенанттың мейеһен бер уй телде: ағайҙың тәрән һырҙар ятҡан, ҡояшта янған йөҙө нимәһе менәндер ауыл артындағы анау ғорур һәм ҡырыҫ ҡаяға оҡшағандай. Ҡаштары ишелеп төшкән ярым ҡыҫыҡ күҙҙәренә әллә һағыш, әллә ғазап тулған. Күренеп тора, ҡасандыр имәндәй ныҡ кәүҙәле, тос беләкле ир-уҙаман булған ул.

– Хәл-әхүәлдәрегеҙ нисек, Сәлмән Шәйхетдинович? – тине лейтенант тауышына яғымлылыҡ өҫтәп.

– Һе… Шәйхетдинович… – тип ирен сите менән көлөмһөрәп ҡуйҙы Сәлмән. Лейтенанттың уға атаһының исемен ҡушып өндәшеүе сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Ауылда уны Сәләй тип кенә йөрөтәләр, ҡайһы саҡта берәйһе “Сәлмән ағай” тип өндәшһә, миңә әйтәләрме тигәндәй, аптырабыраҡ ҡала хатта. – Шөкөр… Шөкөр әле…

– Һиңә килгәндәр бит, бабай. Эй, хоҙайым!.. – Ғәлиә еүешләнә башлаған күҙҙәрен иренән йәшерҙе. Күңеле һиҙә уның: хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ, Сәлмәненең берәй ғәйебен соҡоп сығарғандарҙыр.

Лейтенант Таһиров ваҡытты һуҙмаҫҡа тырышты, папкаһынан ҡағыҙҙар сығарып:

– Һеҙгә бер нисә һорауым бар ине, Сәлмән Шәйхетдинович, – тине.

– Һорау… – тип ҡабатланы Сәлмән ҡарашын офоҡҡа төбәп. – Һоруҙары бөтмәгәнме ни әле?!.

– Аңламаным һеҙҙе…

– Ярай, тип ҡул һелтәне Сәлмән. – Уныһын үҙем дә аңлап етмәйем… Ниндәйерәк һорауҙар икән?

Ғәлиәнең сабырлығы һынды:

– Эйе шул, һуғыш бөтөүенә хан заман, ниндәй һорау һуң ул тағы? – тип дорфа ғына өндәште ул.

Лейтенант ҡағыҙҙарын аҡтарҙы:

– Тә-ә-әк…

Ошо минутта ҡапҡаны шар асып, ярһыған ир килеп инде.

– Шул атығыҙҙы һатығыҙ, йә һуйығыҙ, тип күпме әйтергә була һеҙгә?!.. Тағы баҫыуға төшкән. Мал эйәһенә оҡшай, тип дөрөҫ әйткәндәр.

Был бәндәнән ҡото алынып бөткән Ғәлиә йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:

– Ҡуй, юҡты һөйләмә, Мәхмүт туғаным. Нишләп баҫыуға төшһөн ти ул. Әле генә Сәлмән барып, ҡарап ҡайтты бит.

Мәхмүттең ярһыуы баҫылманы:

– Ҡарамай ни!.. Ана, штрафын түләгеҙ ҙә, барып алығыҙ. Колхоз дворында бикле тора. Әйткәнде тыңламаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, иткә оҙатам. Етте! – Күҙе аларған Мәхмүт лейтенантты шәйләп ҡалды. – Күрмәй ҙә торам, ҡунаҡ бар икән… Һаумыһығыҙ! Мәхмәүт булам. Бригадир!

– Һаумыһығыҙ! Айҙар. Военкоматтан.

– Военкоматтан?! – Мәхмүттең йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Шунан һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалып, өҫтәп ҡуйҙы. – Күптән кәрәк!..

Лейтенант Таһировтың оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып торорға уйы юҡ ине, ҡушылған бурысын тиҙерәк атҡарыу ниәте менән Сәлмәнгә һорауҙарын бирергә ашыҡты:

– Әйҙә, Сәлмән Шәйхетдинович, дауам итәйек. 1922 йылдың 29 ғинуарында тыуғанһығыҙ. 1941 йылдың июлендә фронтҡа алынғанһығыҙ. 128-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Дөрөҫ әйтәмме?

Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйҙарға бирелеп торған Сәлмән, ауыр итеп уфтанғандай, һуҙып әйтте:

– Шу-ул-а-ай…

Быларҙың хәбәрен тыңлап торған Мәхмүт түҙмәне, сыбыртҡы һабы менән итегенә һуғып алды, саҡ һүгенеп ебәреүҙән тыйылып:

– Һе, ниндәй Ленинград?.. Ниндәй оборона?.. Пленник ул! Ниместәрҙә булған. – тине.

Ғәлиә, ғауға-фәлән сығып китмәһен тигәндәй, араларына керергә ашыҡты:

– Эй, аллам!.. Үҙе теләп эләккәндер унда! Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы!.. Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙар!..

Ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булманы шикелле. Лейтенант был ауыр хәлдән тиҙерәк сығырға теләп, һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты:

– 1943 йылдың авгусында, Синявин ҡалҡыулығын штурмлаған саҡта, пленға эләккәнһегеҙ. Бухенвальд концлагерында әсирлектә булғанһығыҙ… Сәлмән Шәйхетдинович, әллә ишетмәйһегеҙ?

Ғазаплы концлагерь тормошо Сәлмәндең күҙ алдынан үтте, эттәрҙең ҡотороп өрөүе, фашистарҙың аҡырған тауыштары ҡолағында яңғыраны. Бөтә тәне семерҙәп, ҡалтыранып китте хатта.

– Һуң, күпме тапҡыр яҙып алырға була?! Йөҙ тапҡыр ҡабатланым бит инде хәҙер... Эйе, шунда булдым!.. Шунда!.. – тине Сәлмән ярһыуын баҫа алмай.

Ғәлиә ирен ҡурсып маташты:

– Бөтәһен дә тикшереп ҡайтарғандар бит һуң! Тағы нимәһен соҡойһоғоҙ?..

– Борсолмағыҙ! – тип уларҙы тынысландырырға теләне лейтенант. – Миңә Рәшитов Сәлмән Шәйхетдинович тигән кеше нәҡ улмы, түгелме икәнен асыҡларға ғына ҡушылды. Мәскәүҙән запрос бар. Бер үк исем-фамилиялы кешеләр күп ул. Буталыш булып та ҡуйғылай.

Мәхмүттең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:

– Мәскәүҙән?!.

– Эйе, асыҡларға ҡушҡандар, – Таһиров ҡағыҙҙарын папкаһына һалды.

Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Мәхмүттең күңелен кинәнес тойғоһо солғап алды:

– Бына бит нисек!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул... Тәки осона сыҡҡандар икән...

Таһиров тәү күреүҙән үк оҡшатмағайны үҙен бригадир тигән был бәндәне, донъя кендеге шикелле ҡыланышы асыуын килтерҙе.

– Нимәне әйтәһең, бригадир? – тине ул ҡырыҫ ҡына.

– Нимәне тип ни... Билдәле инде... – Мәхмүт ҡәнәғәт ҡиәфәттә бармағы менән күккә төрттө. – Тегенән асығыраҡ күренә ул...

Ғәлиә күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, лейтенантҡа ялбарыулы ҡарашын төбәне:

– Нимәгә һорағандар икән һуң, туғаным?

– Уныһы беҙгә мәғлүм түгел, апай, – Таһиров яурындарын йыйырҙы.

Мәхмүт мәлен ҡулдан ысҡындырманы, төрттөрә һалды:

– Мәскәү бушҡа ҡыҙыҡһынмай инде!..

Айҙар Таһиров эш бөткәнен аңлатып, Сәлмәнгә ҡул һуҙҙы:

– Йә, ярай, Сәлмән Шәйхетдинович, борсоһам, ғәфү итегеҙ! Барыһы ла асыҡланды, буғай. Һораған кеше – һеҙ, тимәк.

Бында ла һүҙ ҡыҫтырып ҡалды Мәхмүт:

– Башҡа кем булһын!..

Лейтенант уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ауыл артындағы ҡаяға бер аҙ текләп торғас, Сәлмәнгә боролдо:

– Хушығыҙ, Сәлмән Шәйхетдинович!

Сәлмән бер һүҙ өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты. Уның зиһенен ғазаплы уйҙар кимерә ине был мәлдә. Концлагерҙең ҡот осҡос күренештәре менән әлеге тормошо буталып, күңелен аҡтарып сығарҙы, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй тойолдо.

Ғәлиә, ҡунаҡты һыйһыҙ ебәреүен иҫенә төшөрөп, өтәләнергә кереште:

– Аһ, аһ, туғаным, хәҙер самауырым ҡайнап сыға. Сәй эсер инең, исмаһам.

– Рәхмәт, апай. Мин ашығам. Документтарҙы бөгөн үк Мәскәүгә ебәрергә кәрәк, – тип Таһиров папкаһына усы менән һуғып ҡуйҙы.

– Дөрөҫ! – тип йөпләне уны Мәхмүт. – Бындай эште оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәк. Юғиһә...

Ҡапҡаға табан атлаған лейтенант, үҙе лә аңғармаҫтан туҡтап, боролоп ҡараны. Ҡарашын алыҫ офоҡҡа төбәп баҫып торған Сәлмәндең сал сәстәрен ел туҙғыта ине.

 

* * *

Мәхмүткә уҡыу эләкмәне, дөрөҫөрәге, үҙе лә мәктәп тип ашҡынып торманы. Һигеҙенсе класты тамамлағансы һөрәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тип ҡул һелтәне. Әсәһе Сәкинә апай ҙа, уҡы, тип улын ҡыҫтаманы. Аллаға шөкөр, ҡайһы бер тиҫтерҙәре ише эсеп, тәмәке көйрәтеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, һигеҙенсене тамамлар-тамамламаҫ, тотто ла колхоз малдарын көтөргә ялланды. Ҡайһы бер әсерәк теллеләр, һигеҙ йыл буйы көтөүсегә уҡыныңмы ни, тип көлгән булһалар ҙа, Мәхмүт ыжлап та бирмәне. Ауылда башҡа йүнле эш бармы тағы!? Урман ҡырҡып, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе күтәреп эс төшөргәнсе, мал артынан эйәреп йөрөүгә етәме ни?! Шуныһы бар инде: йәй буйына иртәнән кискә тиклем яландан ҡайта белмәйһең. Быныһына ла тиҙ күнекте. Оҙон итеп үҙе ишеп алған сыбыртҡыһын шартлатып ебәрһә, донъялар һелкенеп киткәндәй була…

Шулай мал артынан эйәреп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, өс йыл үтеп тә киткән имеш. Хәйер, әсәһе һүҙ ҡуҙғатмаһа, йылдар ағымын абайламаҫ ине Мәхмүт. Әсәһенең: “Улым, йәшең еткән, күҙле-башлы булырға ваҡыт” – тигәне егеттең күңеленә әсетке булып ятты ла ҡуйҙы. Ысынлап та, дөрөҫ әйтә әсәһе, көндәр мал көтөүе түгел, сыбыртҡы шартлатып ҡына теләгән яҡҡа бороп, йә туҡтатып булмай. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, таяғын һөйрәп ҡартлығы ла килеп етер. Ул саҡта яңғыҙ башың менән нишләрһең?! Түшәккә тәгәрәһәң инде, ауыҙыңа һыу ҡойоусы кешеһе лә булмаҫ.

Оҙаҡ уйлап торманы Мәхмүт, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, үҙенән дүрт йәшкә өлкәнерәк, ауылда яңғыҙ әсәһен ҡарап ятҡан Зәлифәне һоратты. Ҡарышып, сығынлап торманы ҡыҙ. Яңғыҙлыҡтан биҙгәндер үҙе лә, ризалығын биреп, иртәгәһенә үк Мәхмүттең йортона күсеп килде. Буйтым егәрле булып сыҡты Зәлифә: ауырыу әсәһен тәрбиәләргә лә, йорт эштәренә лә өлгөрә, бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Кем әйтмешләй, баҫҡан ерендә бейеп тора бит ул. Туғыҙ айҙан, өйҙәренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Уға Шәүрә тип исем ҡысҡырттылар.

Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Мәхмүттең яҙмышында уйламаған-көтмәгән боролош булды. Ғәҙәттәгесә, оҙон сыбыртҡыһын һөрәтеп, мал-тыуарҙы һыулауға төшөрөп барғанда, юлдан саң борхотоп килгән машинаны шәйләне. Аһ-аһ, был ни колхоздың партком секретары Борхановтың “УАЗ”игы лабаһа. Нишләп йөрөй икән? Мәхмүт үҙ-үҙенә биргән һорауына яуап тоҫмаллаған арала, машина тормоздарын сыйылдатып, уның эргәһенә үк килеп туҡтаны, тәҙрәнән Борхановтың ялтас башы күренде:

– Әйҙә, ултыр! – тип бойорҙо партком секретары һаулыҡ һорашып тормаҫтан.

– Нейә? – тип мығырҙаны Мәхмүт, икеләнеп.

– Әйҙә, әйҙә, эш бар. Юлда аңлатырмын.

– Малдар… – тип һүҙ башлағайны Мәхмүт, Борханов шундуҡ бүлдерҙе:

– Хәҙер Тәлғәттең малайы… Теге, кем әле?..

– Сәлихме ни?

– Эйе, шул малай килеп етә. Йә, ултыра һал, малыңа кишер ҙә булмаҫ. Важный эш көтә.

Мәхмүт кабинаға инер-инмәҫтән машина бер үкерҙе лә урынынан атылып сығып китте. Борханов, юлда аңлатырмын, тиһә лә, ауыҙына һыу уртлаған кеше шикелле, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәне. Мәхмүттең: “Ҡайҙа барабыҙ һуң?” тигән һорауына, “Барғас күрерһең, унда һине райкомдан килгән кеше көтә” тип кенә ҡуйҙы. Райком һүҙен ишеткән Мәхмүттең йөрәге жыу итеп ҡалды, эсе бошоп, мейеһенә төрлө һорауҙар ябырылды: “Ух, блин, ырайкумдан буғас, бустыйға йөрөмәйҙер. Ниндәй гонаһын таптылар икән уның? Теге саҡта көтөүҙән айырылып теңкәһен ҡоротҡан бер һыйырҙы, баҫтырып йөрөп, сыбыртҡы менән ярғайны, әллә шуны еткерҙеләрме икән?..” Башында ҡымжыған һорауҙарына яуап эҙләгәндәй, Борхановтың машина көҙгөһөндә күренгән мәңге ҡырыҫ йөҙөнә күҙ һирпеп алды. Уның йоп-йоморо, ҡыҙарып торған битенән бер ни ҙә шәйләй алманы.

Машина колхоз идараһы алдына килеп туҡтаны. Партком секретарының кабинетына инделәр. Унда Мәхмүткә таныш булмаған ят кеше өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып ултыра ине.

– Сабирйән Вәлиуллович, бына, – тине Борханов ишектән инеү менән. – Ошо була инде беҙҙең алдынғы көтөүсебеҙ – Мәхмүт… Э-э… Кем… Зарипов.

Ят кеше күҙлеген кейеп, Мәхмүтте баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты ла, ҡулын һелкеп, ултырығыҙ, тигән ишара яһаны.

– Тә-әк, иптәш Зарипов, – тип һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй башланы райком кешеһе. – Алдыбыҙҙа ҡаҡшамаҫ коммунистар партияһының сафтарын тағы ла тулыландырыу бурысы тора. Беҙ, оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш Борхановтың тәҡдиме менән, һинең кандидатурға туҡталдыҡ. Тә-әк…

Бер ни аңламай, күҙҙәрен селт-селт йомғолап ултырған Мәхмүт, салырға һөрәкләгән һарыҡ шикелле, үҙе лә аңғармаҫтан аяҡтарын иҙәнгә ныҡ итеп терәне.

Борхановтың сабырһыҙлығы һиҙелеп тора: осаһына шырау ҡаҙалған кеше һымаҡ бер тегеләй, бер былай борғолана, сәғәтенә күҙ һалып алғас:

– Сабирйән Вәлиуллович, оҙаҡҡа һуҙмайыҡтыр ул, тегендә көтәләр… – тине. Борханов ҡунаҡты һыйлау ниәте менән Еҙем ярында табын әҙерләткәйне, шуға сыҙамай.

Райком кешеһе тәҡдимдән баш тартманы:

– Ярай, – тине тамағын ҡырып. – Эш бына нимәлә, иптәш Зарипов, колхоз рәйесе менән партком секретары һине 3-сө бригадаға бригадир вазифаһына тәҡдим итә. Ундай етди бурысты беҙ партия ағзаларына ғына ышанып тапшырабыҙ, ә һин партияла тормайһың. Шуға күрә, һине коммунистар партияһы сафына алырға булдыҡ. – Райком вәкиле бер аҙ уйланып торғас, алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы ҡатырғаны асып, ҡул ҡуйҙы. – Владимир Ильич Лениндың кем булыуын беләһеңдер бит?

– Ленин бабайҙымы ни? – Мәхмүт терт итеп ҡалды. Белә ул Ленинды. Башланғыс кластарҙа уҡығанда өҙлөкһөҙ уның исемен ҡабатланылар, йырҙар йырлаттылар. Бер йырҙың һүҙҙәре, бысаҡ менән ҡырһаң да бөтмәҫлек булып, әле лә хәтерендә һаҡлана.

– Ленин – һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, – тине Мәхмүт райком кешеһенең күҙҙәренә ҡарап. Тегенеһе йылмайып ҡуйҙы, шунан:

– Яраған, – тип урынынан торҙо. – Иптәш Зарипов, һин бөгөндән коммунистар партияһының ағзаһы. Бына – партбилетың. Уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың васыяттарына тоғро бул. Ҡотлайым!

– Ҡотлайым, Мәхмүт ҡустым! – Борханов егеттең ҡулын ҡыҫты. – Иртәгә идара ултырышына килерһең, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. Ярай, бар.

Мәхмүт был көтөлмәгән хәлдән шаңҡып, урамға сыҡты. Инәнең башы, өн булдымы был, әллә төшмө? Яйлап-яйлап зиһене асыла барҙы уның. Ҡарале, күҙ асып йомған арала донъя ҡалай киңәйеп киткән, элек тар һымаҡ урамды ла ниндәйҙер мөғжизә иркенәйтеп ебәргән. Күкрәген тултырып алған һауа уны өҫкә күтәрә, аяғы ерҙе тоймай хатта.

Мәхмүт өйөнә нисек ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһе менән ҡатыны сәй эсеп ултыра ине. Улар, Мәхмүтте күреп, аптыраулы ҡараштарын төбәне.

– Аһ-аһ, балаҡайым, бер-бер хәл булдымы әллә? – Сәкинә апайҙың ҡобараһы осто.

Мәхмүт өҫтәл артына барып ултырҙы ла кеҫәһенән партбилетын сығарып, усы менән һаҡ ҡына һыйпап алды.

– Әсәй, – тине, тауышы үҙгәреп киткәнен үҙе лә һиҙҙе. – Мине партияға алдылар.

– Партияға? – Сәкинә апайҙың күҙҙәре ҙурайып китте хатта. – Нисек? Ниндәй партия?

– Камунис мин хәҙер. Ырайкум кешеһе килеп тапшырҙы билетты.

Зәлифә, уртлаған сәйен саҡ йотоп, һүҙгә ҡушылды:

– Көтөүсегә ул партбилет нимәгә инде?!.

– Бисәкәй, мин хәҙер көтөүсе түгел, – тине Мәхмүт эске бер маһайыу менән. – Бри-га-дир! Мине бригадир итеп ҡуйҙылар.

– Атаҡ-атаҡ!.. Бригадир, тисе… – Улының был һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тигәндәй, килененә һораулы ҡарашын төбәне Сәкинә апай.

Зәлифә башына килгән һүҙҙе ҡыҫтырҙы:

– Бәй, кешеләр мал көтөүе түгел дә баһа… – Әйтте лә, артығын ысҡындырғанын тойоп, иренен ҡымтыны.

– Кеше ни, мал ни – бер үк көтөү инде, – тине Мәхмүт. – Быларына ла, тегеләренә лә сыбыртҡыһыҙ булмай…

– И-ий, балаҡайым, ҙур нәшәлник иткәндәр бит үҙеңде! – Сәкинә апайҙың күҙҙәре йәшләнгәйне. – Атайың һуғыштан иҫән ҡайтҡан булһа, эй ҡыуаныр ине. Ҡайта алманы шул, бахырымды! Анау, бандит Сәлмәнгә этем дә булмаған, рәхәтләнеп йәшәп ята…

Төнө буйы йоҡлай алманы Мәхмүт, әйләнде лә тулғанды. Уйламаған уйы ҡалманы, күҙен йомһа, мал-тыуар көтөүе өҫтөнә менеп килгәндәй, тора-бара улары кеше ҡиәфәте алып, шарҡылдап көлөргә тотона.

 

* * *

Военкомат вәкиле сығып киткәс, Ғәлиә борсоулы уйҙарға бирелеп, ауыҙын яулыҡ осо менән ҡаплаған килеш, байтаҡ ҡына шымып торҙо.

– Эй, Хоҙайым, нимәгә булыр икән был?! – тине ул, ниһайәт.

Сәлмән, тәү күргәндәй, ҡатынына һынсыл ҡараны:

– Әллә һин дә!?.

– Аптырағандан әйтәм инде. Хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ...

Сәлмән ҡатынын нисек йыуатырға белмәне, уның да күңеленә шик һөрөмө ҡуна барғанын күҙҙәренән шәйләне шулай ҙа.

– Эх, Ғәлиә!.. Ил алдында ғәйебем юҡ минең! Юҡ!.. Тикшерәләр икән, тикшерһендәр, – тип ҡул һелтәне ир.

– Һин әйтерһең дә ул. Ана, теге саҡта ни, бер ғәйебе булмаған күпме кешенең башын ашанылар. Бисара Ғилметдин ағайҙың ни ғәйебе бар ине һуң?! Аслыҡта тотош ауылды йоттан ҡурсып ҡалды. Кулак тип, алдылар ҙа киттеләр, – Күңел төбөндә баҙлаған шик ҡуҙын терелтеп ебәреүен үҙе лә аңғармай ҡалды Ғәлиә. Уныһы бер ут алһа, дөрләп тоҡанып китәсәк, бәғереңде яндырасаҡ, ул ялҡынды һыу һибеп кенә һүндереп булмай шул!

– Ярай, мин атты апҡайтайым, – Атын уйлап, Сәлмәндең йәне көйҙө. Бая ғына барып ҡарап ҡайтты, баҡса артында ғына йөрөй ине. Теге, ләғин, тәки колхоздың ат һарайына ҡыуып, бикләп ҡуйған икән.

Былай ҙа саҡ торған Ғәлиә, ат тураһында ишеткәс, асыуы ҡабарҙы ла китте:

– Әйттем мин һиңә, алмайыҡ шул атты, тип. Үҙ башыңа бәлә булды. Мәхмүте ҡаныҡты хәҙер. Әллә һатып ҡына ебәрәһеңме?

– Юҡ, бисәкәй! Йәнемде алһалар алһындар, атһыҙ ҡалыу юҡ! – тип өҙә һуҡты Сәлмән, шунан йүгәнен тотоп, колхоздың ат һарайына йүнәлде.

– Һүҙләшеп торма тағы шуның менән, – тип киҫәтеп ҡалды Ғәлиә иренең артынан. – Йә, раббым, хәйерлегә булһын!..

Сәлмән китеп күп тә үтмәне, алан-йолан ҡаранып, ҡапҡанан Сәкинә килеп инде. Күрше булһалар ҙа, Ғәлиәнең күңеле өнәп етмәй был ҡатынды. Теле телгә йоҡмай уның, гел кеше сәйнәп, теге шулай иткән, был былай иткән, тип теңкәне ҡорота. Бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай ул, ҡайҙан ишетә лә, ҡайҙан күрә?!

– Һеҙҙән сығып барғанын шәйләнем дә, ҡана, күршенең хәлен белеп сығайым әле, тим. Әллә милисийә булды инде? – тип һөйләнде Сәкинә, йөҙөнә борсоулы ҡиәфәт һылап.

Һүҙҙең нимә тураһында барғанын төшөнһә лә, юрамал һораған булды Ғәлиә:

– Кемде әйтәһең, Сәкинә?

– Һуң яңыраҡ ҡына сығып китте бит һеҙҙән.

– Ә-ә, уны әйтәһеңме ни. Вайынкумдан ул.

– И-и, бахырҡайҙы!.. – Сәкинә кемделер ҡыҙғанып, уфтанғандай итте.

– Нишләп бахыр булһын, ти, ул? – Сәкинәнең тел төбөндә нимә ятҡанлығын һиҙенһә лә, аңламағанға һалышты Ғәлиә.

– Уны түгел, Сәлмәнде әйтәм инде... И, бахыр!.. Тикшереп йөрөүҙәрелер. Вайынкум һынлы ерҙән тиккә йөрөмәҫ кеше. Алып китерҙәр микән инде Сәлмәнде?.. – Ғәлиәнең ауыртҡан еренә тоҙ һибеүенән ҡәнәғәтлеге күҙенә сыҡҡаны күренеп тора ине Сәкинәнең. Сырайын һытҡан булып, маңлайына йыйырсыҡтар өҫтәп маташһа ла, күҙҙәр алдаша белмәй шул. Абайлабыраҡ ҡараһаң, уларҙа балҡып киткән ҡыуаныс сатҡылары һикергеләүе шәйләнә.

– Ҡуй, Сәкинә, бустыйҙы һөйләп торма, йәме, – асыуы таша барған Ғәлиә, һүҙ бөттө, тигәндәй, аласыҡҡа табан ыңғайланы. Тегенеһе тотам да ҡалмай, һөйләнә-һөйләнә, уға эйәрҙе:

– Аһ, аһ, нишләп бустый булһын, ти. Ана Вәлиулла ағай әйтә, блинныйҙарға хөкөм ҡаты, ти. Нимескә эшләгәндәр бит улар, ти. Вәлиулла ағай белә ул, һуғыштан миҙал тағып ҡайтты лаһа.

Ғәлиә һүҙ ағышын икенсегә бороп маташты:

– Юҡ менән башыңды ҡатырғансы, этегеҙҙе бәйләп ҡуйыр инең, күрше. Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр әмәл юҡ, килә лә ашай, килә лә ашай.

Сәкинә бот сапты:

– Абау, эт ҡайғыһымы бынауындай саҡта... Ирең өсөн ыжлап та бирмәйһең әллә?!. Кит!.. Мин ни, һине йыуатайым тип кенә кергәйнем.

– Ҡуй, Сәкинә, йөрөмә баш бутап. Сәлмәндең ил алдында бер ғәйебе лә юҡ. Яраларынан әле лә мандый алмай. Бөтә тәне иләк ише тишкеләнеп бөткән.

– Әллә тағы... Кем белә инде... Ни ятмаҫ әҙәм балаһының эсендә... Һин, Ғәлимә, шулай ҙа һағыраҡ бул тимәксемен... – Сәкинә тауышына йәлләткес төҫ өҫтәне.

– Нимәнән һаҡ булырға һуң миңә, ә? – Ғәлиә асыулы ҡараш ташланы.

– Ни тим инде... – Сәкинә күңеленән тағы бер ус тоҙ һоҫоп сығарҙы. – Үҙең беләһең, ундайҙарҙың бисәләрен дә, бала-сағаһын да аяп тормайҙар ти бит... Һине йәлләп кенә әйтеүем, ҡыҙыҡай...

Ғәлиәнең сабырлығы шартлап һынды:

– Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме һин!? – тип ҡыҙҙы ла китте ул. – Кит, Сәкинә!.. Кит, яҡшы саҡта! Мин һинең кәңәшеңә мохтаж түгелмен.

Ғәлиәнең был тиклем асыулы сағын күргәне юҡ ине Сәкинәнең, әллә ҡаушап, әллә ҡурҡыуҙан сигенә бирҙе:

– Аһ, аһ!.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ... – тип һөйләнде ул.

– Бар!.. Бар!.. Йөрөмә бында еҫкәнеп!

Сәкинә, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, ҡулын һелтәп, ҡапҡаға табан ыңғайланы:

– Ярар, артыңа килеп төртөлгәс белерһең әле. Аҙаҡ терһәгеңде тешләрҙәй булырһың. Күрше хаҡы, тип ингән булам тағы... – Сәкинә ҡапҡаны шартлата ябып сығып китте.

– Эй, Хоҙайым, тағы ниҙәр күрәһеләр бар икән?! – Ғәлиә, хәлһеҙләнеп, аласыҡ тупһаһына сүгәләне. Шулай күпме ултырғандыр, улының ҡайтҡанын да абайламай ҡалған.

– Унда нишләп ултыраһың, әсәй? – улының ошо һорауы асылына алып ҡайтты Ғәлиәне, башын ҡалҡытып, улына ҡараны ла терт итеп ҡалды.

– Бәй, бәй, балаҡайым, төҫөң ҡасҡан. Нимә булды?

– Әй!.. – Шамил ҡул һелтәне. Бая булып үткән күңелһеҙ хәлде әсәһенә һөйләгеһе килмәй ине уның. – Бер ни ҙә юҡ…

Әсә йөрәген алдап буламы ни, балаһының кәйефен һәр күҙәнәге менән тойған Ғәлиә ныҡышты:

– Әйт, балам, бер-бер хәл булдымы?

– Китәм мин, әсәй. Бер көн дә ҡалмайым бында. Китәм!.. – Был һүҙҙәр, әсәһен борсорға теләмәһә лә, үҙенән-үҙе егеттең күкрәген йыртып сыҡты.

– Аһ, аһ!.. Бына һиңә кәрәк булһа. Нимә һөйләйһең ул, балаҡайым? – Ғәлиәнең былай ҙа шом баҫҡан йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Ниндәй хәсрәт төштө икән балаҡайҙың башына? Ғәлиә ошо берҙән-бер улы өсөн йәшәй, бәпкәһен ҡош-ҡорттан ҡурсалаған инә ҡаҙ һымаҡ, унан күҙ яҙлыҡтырманы. Шамилы үҫеп, егет ҡорона баҫҡас, төн уртаһына тиклем йөрөй башланы, уның ҡайтыуын көтөп, хафаланып керпек тә ҡаҡманы ҡатын.

– Етте, әсәй! Түҙем бөттө!.. Унынсыны тамамлау менән сығып китәм, тип күпме тапҡыр анттар иттем үҙемә. – Шамил йоҙороғо менән күкрәгенә һуғып алды. – Бына, әсәй, бында йыйылған барыһы ла!..

– Аңлатып һөйләһәңсе, балам! – Ғәлиә, ҡот осҡос хәбәр ишетеүҙән ҡурҡып, урынынан ҡалҡынманы, йә йығылып китермен тип уйланы. – Нимә булды һуң?

Шамил, әйтергәме-юҡмы тип, икеләнеп ҡалды. Әсәһе барыбер ишетәсәк инде, кеше уға тағы ла шаштырып, берҙе биш итеп еткерәсәк. Үҙенән белгәне хәйерлерәк булыр.

– Теге... Мәхмүт ағайға эш һорап барғайным... – тине Шамил, ҡыҙып китеүҙән көскә тыйылып.

– Шунан, нимә ти?

– Нимә тиһен, бандит балаһына миндә эш юҡ, ти.

– Эт!.. – Ошо бер генә һүҙҙе һығып сығара алды Ғәлиә. Ни әйтә алһын инде ул, нисек йыуатһын балаҡайын?! Ҡаты бәғерле бәндәләрҙең һүҙе ҡалыпҡа һалынған балсыҡты туҡмаҡ менән һуҡҡылаған һымаҡ. Күңеле генә ҡатып ҡуймаһа ярар ине балаҡайының! Тормош ауырлыҡтарын, кеше һүҙенең зәһәрлеген татып, нығынып та өлгөрмәгән бит әле ул.

– Эх, әсәй! Иҫ белгәнемдән алып, һатлыҡйән балаһы бит мин. Бына ошонда килеп ҡаҙала!.. – Шамил йоҙороғо менән тағы ла түшенә һуҡты.

Улының йөрәген ниндәй ғазап өйкәгәнен яҡшы аңлай Ғәлиә, ул ғазапты төбө-тамыры менән йолҡоп ташлар әмәле генә юҡ. Кеше нимә һөйләмәҫ, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Яман һүҙ ҡарышҡан һайын ҡотора, ҡуптарып алмаҫлыҡ булып йәбешә генә бара.

– Эй, балаҡайым, кеше һүҙе кеше үлтерә, ти. Атайыңдың бер ғәйебе юҡ, – тип улын йыуатырға самаланы әсә.

– Ғәйебе булмағас, ниңә соҡоноп йөрөйҙәр һуң? Мәскәүҙән тикшереү килгән, тип бөтә ауыл һөйләй ана. Әҙәм алдына сығыуы оят!.. – Шамил, кемгәлер янағандай, йоҙроҡтарын төйнәне.

– Ҡуй, балам, улай тимә. Атайыңа еңел тип беләһеңме!? Һуғыштан һуң әллә күпме килеп, төпсөп йөрөнөләр. Онотоп баралар ине әле ошосор. Анау военкомдан кеше килеп, ҡуҙғытып ебәрҙе.

– Сәбәбе булмаһа, килеп йөрөмәҫтәр ине... – Шамил һаман үҙенекен тылҡый.

– Сеү, балам, ауыҙыңдан ел алһын!.. – Ғәлиә усы менән үҙенең ауыҙын ҡапланы, шулай итһә, Шамилы өндәшмәҫ, шымып ҡалыр һымаҡ.

– Һуң, әсәй, үҙең күреп тораһың да, исмаһам, һыңар миҙалы ла юҡ бит! – Егет әсенеп әйтте быны.

– Эй, балаҡайым, һуғышҡа кеше миҙал өсөн барамы ни!? – Әсә йөрәгенән һыҡрап-һыҡтап сыҡҡан ошо һүҙҙәр ҙә тәьҫир итмәне ярһыған Шамилға.

– Башҡаларҙың бит, ана, күкрәге тулы миҙал. Хатта бот буйы Хәйретдин ағайҙың да өс миҙалы бар... – тине ул, тышҡа атылып сығырға торған асыуын теше менән ҡыҫып.

Ғәлиә ирен аҡлар һүҙ таба алманы:

– Балаҡайым, атайыңдың пленда булғанын беләһең бит!.. – тине. Тауышы шым ғына сыҡты уның.

– Йүнле кеше пленға төшмәй ул. Үҙҙәрен үҙҙәре атҡандар... Әй!.. – Шамил, ҡапҡанан йүгән тотоп инеп килгән атаһын күреп, ҡул һелтәп, эре аҙымдар менән өйгә атланы .

Сәлмән аласыҡ тупһаһында ултырған Ғәлиә янына килеп, бер аҙ уға ҡарап торҙо ла, үҙ алдына һөйләнгәндәй, әйтте:

– Атты әйтәм, бәйҙә тоторға ғына ҡалды хәҙер. Белеп торам, баҫыуға төшмәһә лә, юрамал дворға алып барып бикләтә Мәхмүт.

Ғәлиә, бер нөктәгә текләп ултырған еренән, башын ҡалҡытты:

– Шул ат тип үләһең инде һин. Кешеләр атһыҙ ҙа йәшәй ана, – тауышы моңһоу ине уның.

– Һе, атһыҙ нимә эшләйем мин?! Ҡулһыҙ ҡалайыммы ни унһыҙ? Күҙ терәп торған мал – шул.

– Ат тоторға закун ҡушмай ҙабаһа.

– Мал тоторға ла ҡушмаған ниндәй закон һуң ул!?

– Сеү, бабай!.. Үҙ хәлеңде беләһең бит... – Ғәлиә, берәйһе ишетеп ҡалманымы тигәндәй, тирә-яҡҡа күҙ ташланы.

Бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғалар Сәлмәндең хәтер йомғағынан тағалды. Ҡыш ине. Һарай башында бер-ике күтәремдәй бесәне ҡалғас, яландағы кәбәнен ташып алыу ниәте менән, колхоз һарайына ат һорап барҙы. Конюх Талип менән һөйләшеп, йомошон ослап ҡына тора ине, шунда Мәхмүттең килеп сығыуын әйт. Колхоздың Ҡарсыға ҡушаматлы иң шәп айғырына егелгән кашауайынан төштө лә Сәлмәнгә ҡаш аҫтынан уҫал ҡараш ташланы ул:

– Бында нишләп йөрөйһөң? – тине тамаҡ төбөнән.

Сәлмән урынына Талип яуап бирҙе:

– Бесәнен ташырға ат һорай Сәлмән. Анау, туры бейәне бирһәк, тим…

Талипты ҡырыҫ бүлдерҙе Мәхмүт:

– Уға ат ищеү!.. Ана, ниместәренән барып алһын…

– Һ-һин!.. Һин!.. – Сәлмән йән асыу менән Мәхмүттең боғаҙынан алырға уҡталып ҡуйҙы, ләкин тыйылып ҡалды. Бар асыуын йоҙороғона төйнәп, ҡапыл боролдо ла шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Өйөнә инеү менән карауатҡа йөҙтүбән тәгәрәне, мендәргә ҡапланып, шым ғына иланы ул. Ҡот осҡос ғазаптарға сыҙап, ыһ та итмәгән ир уртаһындағы Сәлмәндең беренсе тапҡыр күҙ йәштәренә ирек биреүе ине был. Аяуһыҙ тормош алдында үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнеп, оҙаҡ ҡына һыҡтаны ир. Әлдә Ғәлиәһе өйҙә юҡ, Шамил улы мәктәптән ҡайтмаған. Улар алдында күҙ йәше түгеү ниндәй мәсхәрә, меҫкенлек булыр ине…

Шунда башына бер елле уй килде Сәлмәндең. Һуғыш осоронда бер ҙә, ат юҡ, тип аптырап тормағандар, һыйыр малы еккәндәр. Нишләп әле колхоздың күтәртергә торған үләкһә аттарын һорап, меҫкенләнеп йөрөргә?! Аллаға шөкөр, һыйыры көр күренә. Еккегә бер өйрәтеп алһа, бесәнен дә ташыр, утынын да килтерер. Ошо уй күңелен күтәреп ебәрҙе Сәлмәндең. Башта электән сөйҙә элеүле торған, атаһынан ҡалған ҡамытты һыйыр муйынына һыйырлыҡ итеп рәтләне, ә ыңғырсаҡты хет ат, хет һыйыр һыртына һал – таман килеп тора. Һарай башынан, оҙаҡ ятып тештәре ҡупшай башлаған ат санаһын һөрәп төшөрҙө. Уны рәткә килтереп маташҡанда, Ғәлиәһе ҡайтып инде.

– Бәй-бәй, ни эшләүең, бабай? – тине ул ғәжәпләнеп.

– Һыйырҙы еккегә өйрәтәм, бисәкәй, – тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Сәлмән.

– Бынағайыш!.. – Ғәлиә аҙбар мөйөшөндә көйшәп торған һыйырына йәлләп ҡараны. – Бер бөртөк һыйырыбыҙҙы имгәтеп ҡуйһаң?..

– И-и, бисәкәй, боронғолар, һыйыр тулаһа, аттан яман, тип бушҡа әйтмәгән. Һыйыр малы көслө була ул. Бирешмәҫ!

Алдына алғанын ҡуямы ни ул, шуға артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлиә.

Муйынына ҡамыт кейҙерелгән һыйыр, был ниндәй ғиллә булды әле тигәндәй, унан ҡотолорға маташып, өҙлөкһөҙ башын сайҡаны. Сәлмән, һыйырын тәртә араһына индерә алмай оҙаҡ ҡына аҙаплана торғас, тәки егә алды. Шунан уны апаруҡ ҡына көрт баҫҡан бәрәңге баҡсаһына сығарҙы. Көрттә әллә ни сығынлай алмаҫ. Һыйыр, ҡалын ҡарҙы ярып, бер-ике һикереп маташты ла яҙмышына бойһондо яйлап, байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, тамам күндәм малға әйләнде.

Иртәгәһенә бесәнгә китте Сәлмән. Оҙаҡ йөрөнө. Ни тиһәң дә, һыйыр ат түгел, юрттырып булмай, үҙ яйына ғына атлай. Тәүге барғанында бесәнде әҙ тейәне, аҫтына ғына һалып апҡайтты тиһәң дә була. Икенсе тапҡыр ярты ат йөгө самаһы ине. Тора-бара мулыраҡ та тейәй башланы. Һөрәне мал йөктө. Ни хәл итәһең, бер тәртә араһына кергәс, мал ғына түгел, кеше лә күнә ауыр йөккә…

 

* * *

Мөхәббәт тигәндәре ниңә төндө ярата икән? Хоҙай ғашиҡ йәндәрҙе сит-ят күҙҙәрҙән ҡара шаршау ябып ҡурсалай микән әллә? Бына, Шамил да ер йөҙөн төн япҡанын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның өсөн хәҙер көндөң осо-ҡырыйы юҡ, йәнде көйҙөрөп, юрамал һымаҡ ҡояшы ла байымай ҙа байымай.

Уф, саҡ көтөп алды был минутты Шамил. Көнө буйына ҡайнар нур һибеп йонсоған ҡояш, әллә арыуынан ҡып-ҡыҙыл булып, ҡая артына етеп тәгәрәне. Шунда Шамил кемдеңдер бер шиғырын иҫенә төшөрҙө. Уны гәзиттә уҡығайны, шикелле, күңеленә ятты ла ҡуйҙы.

Көн буйына эленеп торған

Ҡояш ҡыҙарып беште.

Беште лә ул, тау артына

Өҙөлөп барып төштө.

 

Төн ҡараһы япты Ерҙе, –

Аҙашып юғалмалы.

Ғашиҡтар сыҡты урамға,

Эҙләп ошо алманы…

Ҡыҙыҡ инде, был шиғырҙы яҙған кеше Шамилдың хистәрен ҡағыҙға төшөргән дә ҡуйған. Үҙе лә, Шамил кеүек, шул татлы алманы төндәр буйы эҙләгәндер әле. Эҙләгәндер!.. Юғиһә, былай тип яҙа алмаҫ ине!

Шамил, урам ситендә үҫкән ҡарт ҡайын ағасына ышыҡланып, һөйгәнен көтә. Хәҙер!.. Хәҙер уның Шәүрәһе килеп сығыр!

Шығырлап ҡапҡа асылды. Ул!.. Эйе, ул!.. Шамилдың йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Шәүрә, биленә тиклем төшөп торған ҡуйы толомон һирәк-мирәк иҫеп ҡуйған йылы елдә елпетеп, күбәләк шикелле осоп килде егет янына. Улар байтаҡтан инде ошо ҡайын төбөндә осрашалар ҙа, ауыл эргәһендәге Ҡолама тауына менәләр. Яланғас тау битләүендә рәхәт! Өҫтәрәк урман йәйрәп китә, унан төнгө ҡоштарҙың сутылдашҡаны ишетелә. Бер-береһенә һыйынышып ултыра ғашиҡтар. Шәүрәнең толомонан ағылған баш әйләндергес татлы еҫ Шамилдың танауын рәхәт ҡытыҡлай. Мөхәббәт еҫе шулай булалыр ул! Ошо еҫтән егеттең тәне семерҙәп китә. Эх, ошо толомдарға йөҙөн ҡаплап, ғүмер буйы ултырырға ла риза булыр ине Шамил. Ләкин уларға ҡағылырға ҡыймай – иңдәренә ҡунған мөхәббәт ҡошон өркөтөүҙән ҡурҡа.

Һөйгәненең еңелсә генә дерелдәгәнен тойҙо Шамил:

– Шәүрәкәй, әллә өшөйһөңмө? – тине, тауышы ҡалтыранып сыҡты уның.

– Юҡсы, – хатта төн ҡаплай алмаған аҡ йөҙөн егеткә бороп, йылмайып ҡуйҙы ҡыҙ.

И-и, Шәүрәнең ошо йылмайыуы! Аҡылдан яҙҙыра инде Шамилды! Ә күҙҙәре!.. Күҙҙәре һуң!.. Шул төпһөҙлөк егеттең йәнен үҙенә убып алыр кеүек!..

Эх, төн ниңә ҡыҫҡа икән?!.

 

* * *

Сәй өҫтәле артында һүҙ ҡуҙғатты Сәкинә:

– Мынау, күрше Ғәлиәне әйтәмсе, этегеҙ ҡош-ҡортҡа ҡуйған емде ашай, тисе. Кит, кешенән сей эҙләргә генә тора шулар. Ат тотоп, кулак ише булып алдылар ҙа, донъяға һыймайҙар. Закун да юҡ, шурт та юҡ уларға…

Күршеләре Ғәлимә менән Сәлмән хаҡында әсәһенең тоҙло-боросло һүҙҙәрен көн дә тигеләй ишетеп үҫте Мәхмүт. Бала сағында иғтибар итмәгән һымаҡ ине, тора-бара уға күршеләре әллә ниндәй әшәке зат булып күренә башланы. Күңеленә һеңә барған ошо уй, эт эсәге кеүек тамыр ебәреп, уның йөрәген сырмап алды.

– Күрһәтермен әле мин уларға кулакты!.. – тине Мәхмүт, тос йоҙороғон өҫтәлгә ҡуйып.

– Ҡуй, кеше менән булып йөрөмә, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Зәлифә. Ғәлимә апай менән ул, йыш уҡ булмаһа ла, аралашып тора, өйөнә инеп, сәй эсеп сыҡҡаны ла бар. Әлләсе, кулак тип әйтерлек бер ниндәй мал-мөлкәте юҡ таһа уларҙың. Шул бер ат менән бер һыйыр аҫырайҙар, ике-өс баш һарыҡ тоталар. Ауылда ни, уларға ҡарағанда хәлле йәшәгәндәр буйтым. Хәйер, хәҙер кеше “кулак” тигән һүҙҙе лә онотоп бөттө инде.

– Һе!.. – Бисәһенә ҡырын күҙ менән ҡарап, ауыҙ эсенән мығырҙаны Мәхмүт. – Шуларҙы кеше итеп…

Зәлифә ҡаршы өндәшмәне, иренең енләнеп китеүенән шөрләне. Бер ҡыҙып китһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй уның. Белә Зәлифә: ауылда хәҙер бала-сағаны ла, ана, Мөкөй килә, тип ҡурҡыталар. Мәхмүткә халыҡ “Мөкөй” тигән ҡушамат таҡҡан. Уныһы нимә аңлаталыр, эт белһен. Мәхмүт көтөүсе саҡта бер һөйләшмәҫ кеше ине, коммунислыҡҡа алып, бригадир иткәс, ҡоторҙо ла китте. Унан уҫал кеше юҡ. Теге саҡта ни, анау, түбән оста йәшәгән Барыйҙы, нишләп эшкә сыҡмай эсеп йөрөйһөң, тип Еҙем буйында һыу эскеһеҙ итеп сыбыртҡы менән ярған. Уныһы, бахыр, әллә ай буйы өйөндә һыҙлашып, мин ул Мөкөйҙө судҡа бирәм, төрмәлә башын серетәм, тип үкереп ятты. Яраһы бөтәшеп, аяҡҡа баҫҡайны, судын да, төрмәһен дә онотто. “Түшәктә ятҡан саҡта рәхәт ине әле, йәлләп, ҡойоп бирҙеләр. Хәҙер инәлһәң дә ҡуҡыш ҡына күрһәтәләр”, – тип һөйләнеп йөрөгән имеш. Эшкә барымы булмаһа ла, эсеүгә арыу ул. Ирҙәр менән бәхәсләшеп, ике шешә араҡыны тын да алмай ауыҙына ҡойған сағын әле лә мәрәкә итеп һөйләйҙәр. Шулай ҙа, сыбыртҡы эләккәс, Барыйҙың күте баҫылды, урам буйлап иҫереп йөрөмәй, Мәхмүтте күрһә, әллә ҡайҙан урап үтеү яғын ҡарай.

Мәхмүт тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Былай ҙа ҡырыҫ йөҙөн йәмһеҙләп, ирене ҡымтылды, тештәрен шығырҙатып алды. Касаһындағы сәйҙе лә эсеп бөтмәй, урынынан ҡалҡынды ул. Соланда элеүле торған сыбыртҡыһын эләктереп алды – шунһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөмәй, әллә ғәҙәткә әйләнгән, сыбыртҡыһы ҡулында булмаһа, нимәлер етмәгән һымаҡ. Хатта ҡунаҡҡа барғанда ла ошо ышаныслы ҡоралын ҡалдырмай.

Мәхмүт күҙе аларып барып инде Сәлмәндең өйөнә.

– Йә, уйланығыҙмы?.. Нишләтәһегеҙ атығыҙҙы? – тип аҡайып ҡараны ул Сәлмәнгә.

– Нимә эшләтергә тейеш уны беҙ? – Сәлмән үҙен тыныс тоторға тырышты.

– Мин һеҙгә нимә тинем?! Йә һатаһығыҙ, йә һуяһығыҙ!.. Бөтә баҫыуҙы тапап бөттө, сволочь – Мәхмүт ҡулындағы сыбыртҡыһын һелкеп, һүҙҙең уйнап әйтелмәүенә ишара яһаны.

Ғәлиә, ни әйтергә белмәй торған ирен яҡларға булып, күңелендә Мәхмүткә ҡарата ҡайнаған асыуын сығарҙы:

– Һуң, сүп үҫеп ултырған баҫыуҙың нимәһен тапаһын? Тотаһың да, баҫыу тапай, тиһең. Сәскәнен дә урып алалмайһығыҙ бит!

Ғәлиәнең һүҙе Мәхмүттең ауыртҡан еренә эләкте, ҡаршыһында ҡатын кеше булмаһа, валлаһи, сыбыртҡыһы менән һыҙырыр ине.

– Дошман һүҙен һөйләмәгеҙ миңә, – тип екерҙе ул. – Нимә, совет законын һанға һуҡмайһығыҙмы? Кулак булдығыҙмы? Cилсәүеттә ат тотҡан кем бар тағы? Хатта, ана, коммунист Шәмсулланың да аты юҡ.

Был бәндә тынысланмаҫмы, тигәндәй, әйтеп ҡуйҙы Сәлмән:

– Ул малҡайҙың ни зыяны тейгәндер һиңә, Мәхмүт?!.

Киреһенсә, уның һүҙе утҡа кәрәсин һипкәндәй булды.

– Һаман үҙенекен һөйләй... Аҡыл ултырмағас ултырмай икән һиңә!.. Берәүҙә ат ҡайғыһы... Үҙ башыңды уйла!.. Ну, ярай, мин әйттем дә бөттө. Күп һөйләп тормайым!.. – Мәхмүт ишек тотҡаһына үрелде. – Ҡарағыҙ уны, мин киҫәттем! – Ул ишекте шартлата ябып сығып китте.

Сәлмән менән Ғәлиә бер-береһенә ҡараған килеш байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо. Ауыр тынлыҡты Ғәлиә боҙҙо:

– Ҡуй, Сәлмән, ҡотолоп булмаҫ был албаҫтынан. Һатайыҡ та ҡуяйыҡ. Колхозда ла ат бөтмәгән.

– Эх, бисәкәй, аптыраған көндән, һыйырҙы егеп, бесән ташығанды оноттоңмо ни?! Ат һорап барғанда, нимә ти! Ана, ниместәреңдән барып ал, ти, ҡәбәхәт! Уға баш эйеп бараһым юҡ башҡаса!.. – Сәлмән күкрәген ыуҙы, ошо арала йөрәге йышыраҡ сәнскеләй башланы.

– Бер ҙә башым етмәй, Сәлмән. Нимә генә эшләйек икән һуң? Закун уның яҡлы бит!.. – Ғәлиә лә үҙҙәренең көсһөҙлөгөн асыҡ тоҫмаллай, шулай ҙа күрәләтә аттан ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килмәй уның. Сәлмәне ныҡ эҫенде шул атына. Бар йыуанысы ла, ҡыуанысы ла ошо малҡайҙа уның. Иртән торһа ла, кис ятһа ла атын иҫенә төшөрмәй ҡалмай.

– Әҙәм талай торған ниндәй закон һуң ул?! – Сәлмәндең тауышы ярһып сыҡты. – Ат тоторға – ярамай, бер һыйырҙан артыҡ аҫырарға – ярамай!.. Нисек йәшәргә тейеш һуң кеше? Нисек?..

Былай ҙа ҡобараһы осоп, тертләп барған Ғәлиә ирен тыя һалды:

– Шым! Ҡысҡырма, Сәлмән, шым!..

– Эх, бисәкәй, бисәкәй!.. – Сараһыҙлыҡтан ни ҡылырға белмәгән кешенең йән ауазы ине был һүҙҙәр.

 

* * *

Бөгөн Шамил төндө көтөп тормаҫҡа булды. Шәүрәне күреп, һөйләшер һүҙе тынғы бирмәне егет йөрәгенә. Ҡояш байыр-байымаҫтан ҡыҙ йәшәгән өйҙөң ҡапҡаһынан күҙ алманы: урамға сыҡмай ҡалмаҫ. Элегерәк сәскәле аҡ күлдәк кейгән Шәүрәнең, иңенә көйәнтә һалып, шишмәгә һыуға барған сағын ҡарап, һоҡланып туймай торғайны, хәҙер ихаталарында ҡойо ҡаҙҙырғас, ошо татлы ләзәттән мәхрүм ҡалды.

Шәүрә кискә табан ғына күҙгә салынды. Уны күреү менән Шамил һыҙғырып, ҡул болғаны, теге ҡайын төбөнә ишараланы. Шундуҡ аңланы ҡыҙ, бер аҙҙан, егет яратҡан сәскәле аҡ күлдәген кейеп, уның янына килеп етте.

– Ни булды, Шамил? – тип матур йылмайҙы Шәүрә.

– Шәүрәкәй!.. – тине егет, һүҙҙе ниҙән башларға белмәй оҙаҡ ҡына аҙапланғандан һуң.

– Йә инде, Шамил, әйт! Ҡотомдо осораһың бит.

– Ни… Китәйек, Шәүрә! – Егет тураһын ярып һалды.

Ҡыҙ әллә аңламаны, әллә аңламағанға һалышты:

– Нимә?.. – тип ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштарын йыйырҙы.

– Китәйек ауылдан, Шәүрәкәйем!

– Нисек инде улай, Шамил? Беҙ бит бында ҡалырға һөйләштек, – Шәүрә алһыуланып торған дымлы ирендәрен ослайтты.

– Һөйләштек тә ул...

– Шулай булғас?

Шамил ҡыҙҙан күҙҙәрен йәшереп, күккә текләне:

– Ҡала алмайым мин, Шәүрә...

Шәүрәнең егеткә асыуы килә башланы:

– Ниндәй ҡорт саҡты һине? Оноттоңмо ни, Шамил, һинһеҙ бер ҡайҙа ла китмәйем, тинең.

– Онотманым. Тик... – Егет тотлоҡто. Күңелен яралаған иң ауыр һүҙҙе нисек әйтергә һөйгәненә? Юҡ, юҡ, ул ләғнәт төшкөрө һүҙҙәрҙе Шәүрә белергә тейеш түгел!

– Нимә тик?.. – Шәүрә һынап ҡараны Шамилға.

– Беләһеңме, ҡала алмайым... Аңла мине!..

Ҡыҙ, башын эйеп, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡалтыранған тауыш менән әйтеп ҡуйҙы:

– Аңлайым шикелле... Тимәк, һин...

– Юҡ, аңламаның, Шәүрә!

– Тимәк, һин… Һин мине яратмайһың!..

Егет ҡыҙҙың яурынан тотоп алды:

– Һин нимә һөйләйһең, Шәүрәкәйем!?

– Ниңә мине ташлап китергә булдың һуң? – Шәүрә үпкәсел ҡарап, егеткә һыйынды.

– Ну, эш юҡ миңә бында... – тине егет. – Атай-әсәй елкәһендә йәшәй алмайым бит.

– Нисек инде, эш юҡ? Теләһәң, атайым менән үҙем һөйләшермен, – Шәүрәгә йән кергәндәй булды. Шамил иһә, ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр ишеткәндәй, терт итеп ҡалды:

– Юҡ, юҡ!.. Кәрәкмәй, Шәүрә! Кәрәкмәй!..

– Аһ, ниңә ҡотоң осто?

– Беләһең дә инде, ул беҙҙе… мине өнәп бөтмәй... Әгәр беҙҙең осрашҡанды ла белеп ҡалһа...

Шул саҡта ғына ер аҫтынан килеп сыҡҡандай булды Мәхмүт. Бер талай һөҙөп ҡарап торҙо был икәүгә, сикәһе тартышып, ирендәре ҡалтырап ҡуйҙы:

– Ҡара, ҡара!.. Кемдәр тора, тиһәм... Бына нисек икән!..

Шәүрә, әллә уңайһыҙланыуҙан, күҙҙәрен йәшерергә тырышып, шым ғына өндәште:

– Ни булды, атай?

Гөлт итеп тоҡанып китте Мәхмүт:

– Ни булғанын, бына, мин һинән һорарға тейеш!.. Нишләп тораһың бында, ә, ошоноң менән?.. – сыбыртҡы һабы менән Шамилға ишараланы ул.

– Ниңә улай тиһең, атай? – Шәүрәнең матур күҙҙәрен шом шәүләһе япты.

– Кем балаһы икәнен беләһеңме, ә?!. Беләһеңме?!.

– Атай!..

– Белмәһәң бел – бандит көсөгө! Нәҫелебеҙҙе бандит ҡаны менән бутамаҡсы булаһыңмы!?

Шәүрә йән асығына ҡысҡырып ебәрҙе:

– Атай!..

– Марш, өйгә!.. – тип екерҙе Мәхмүт ҡыҙына, шунан Шамилдың яғаһынан эләктереп алды. – Ә һин, маңҡа, ҡолағыңа киртеп ҡуй. Тағы ҡыҙым янында сыуалғаныңды күрһәм!..

Был тиклемен көтмәгән ҡыҙыҡай атаһына барып йәбеште, иламһырап ялбарҙы:

– Атай!.. Теймә уға!.. Ебәр, тим, уны! Ебәр!..

– Кит бынан!.. – тип аҡырҙы Мәхмүт, төкөрөктәрен сәсеп, шулай ҙа Шамилды ысҡындырҙы. – Ишетһен ҡолағың, тағы күрһәм, муйыныңды бороп ырғытам, маңҡа!..

– Атай!..

Мәхмүт аларған күҙҙәрен ҡыҙына текләне:

– Ә һин нимә тип уның менән сыуалаһың!? Һуғышта ятып ҡалған олатайыңдың йөҙөнән көлөргә булдыңмы?!.

– Атай, тим!.. Нимә һөйләгәнеңде беләһеңме?

– Мин беләм!.. Бына, һин белмәйһең!.. Мәскәүҙән тикшереү килеп төшкәс, белерһең!.. Нәҫеле менән ҡороторға кәрәк ундай эттәрҙе!.. Давай, марш өйгә!..

Шәүрә, устары менән йөҙөн ҡаплап, өйҙәренә табан йүгерҙе. Мәхмүт тос йоҙороғон егеттең танау төбөнә терәп:

– Ә һиңә һуңғы тапҡыр әйтәм! Тағы күрһәм!.. – тип ыҫылданы.

Өйҙәре тапҡырына еткән Шамил, әллә быуындары йомшарыуҙан, кәртә буйына сүгәләне, тамағына төйөр тығылды, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш төйөлдө. Һөйгәне алдында уның күңелен батҡаҡҡа һалып тапаны Мәхмүт, мыҫҡыл итте, мәсхәрәгә ҡалдырҙы! Бынан һуң Шәүрәнең күҙҙәренә нисек ҡарай алһын ул?!.

– Нишләп ултыраһың, улым? Мин, бына, иртәгә утынға барһаҡ тип, атты ҡарап килдем әле...

Шамилдың ҡаршыһында йүгән тотоп атаһы тора ине. Ошо минутта гүйә ҡыҙған мунса ташына һыу ҡойҙолар.

– Ат!.. Ат!.. Нимәгә хәжәт ул миңә һинең атың!.. Суҡынып ҡына китмәйме шунда!.. – тип урынынан һикереп торҙо Шамил.

– Аһ, нимә булды, улым?

– Нимә!.. Нимә!.. Һорап тораһың... Һинең арҡала!.. Шунда маңлайыңа бер пуля йәл инеме!? Йәнең ҡәҙерле булдымы?!. Әй!.. – Шамил ҡул һелтәп, ҡабаланып өйгә инеп китте.

Торған урынында ҡатып ҡалды Сәлмән, улының һүҙҙәре пуля шикелле күкрәген теткеләне, мейеһе шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ҡымшанмай күпме торғандыр шулай, Ғәлиә менән улының тауышын ишетеп, асылына ҡайтты.

– Атаҡ, балам, ни ҡыланыуың был?

– Бер минутҡа ла ҡалмайым мин бында!

– Туҡта, балаҡайым!

– Тыйма мине, әсәй! Китәм, тигәс, китәм.

– Ҡайҙа бармаҡсы булаһың, балаҡайым?

– Ҡайҙа барырға белермен, әсәй. Илдә сәпсек үлмәй ул.

– Аҡылыңа кил, балам!

– Юҡ, әйттем бит, мин бында йәшәй алмайым! Һау бул, әсәй!.. – Шамил ҡыҙыу аҙымдар менән китеп барҙы. Ғәлиә, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, сеңләне:

– Эй, илаһым, нимә генә булды һуң был балаға!? Нимә генә булды?! Сәлмән, тим, ниңә туҡтатмайһың уны? Харап ҡына була бит һуң!.. Эй, хоҙайым!.. Әйт берәй һүҙ, исмаһам!..

Сәлмән, ғәйепле кешеләй, башын эйҙе, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы:

– Эй, Ғәлиә, нимә тип әйтәйем һуң!?

Ғәлиәне асыу ташҡыны солғап алды:

– Нимә әйтергә лә белмәйһеңме ни? Һинең арҡала сығып китә бит ул! Эй, аллам!.. Нимә тип кенә һиңә сыҡтым икән һуң мин?! Ғүмер буйы бәғеремде кимерҙеләр!.. Ауыл урамына сығыр әмәл юҡ!.. Хәҙер килеп, Мәскәүе тығыла!.. Сәкинә дөрөҫ әйтәлер әле, башыбыҙҙы ғына харап итәһең бит!.. Эй, илаһым!..

 

* * *

Ихатаһында йөрөгән Ғәлиәгә кәртә аша Сәкинә тауыш бирҙе:

– Ишеттеңме әле, ҡыҙыҡай. Әй, һин ҡайҙан ишетә, ти... Мәхмүт улым силсәүиттә ишетеп ҡайтҡан. Оҙаҡламай Мәскәүҙән кеше килә, тип әйтеп-әйтәләр, ти.

– Ниндәй кеше? Кемгә?

– Кит, бер бошмаҫ бәндә булдың. Һуң, Сәлмәнгә килә инде, кемгә булһын. Әйттем мин һиңә!.. Әйттем!.. – Сәкинә, бышылдауға күсеп, алан-йолан ҡаранды.

– Бер ҙә генә башым етмәй шул, Сәкинә. Нимәгә булыр икән, ә? – Ғәлиәнең сараһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан ине.

– Абау!.. Нимәгә тисе!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул, Ғәлиә. Уйлап ҡара, бер гонаһһыҙ кеше менән Мәскәү һынлы Мәскәү ҡыҙыҡһынамы ни!?.

Ғәлиә бер тына һүҙһеҙ торғас, уфтанып ҡуйҙы:

– Һуғыш бөтөүенә хан заман үтте. Ни гонаһын таптылар икән?

Сәкинә күңелендәген бушатып ҡалырға тырышты:

– Һуғышта һин уға эйәреп йөрөмәгәнһең бит. Уның нимә ҡылғанын ҡайҙан беләһең. Һинән һораһалар, шулай тиң дә ҡуй. Әйтеп торам бит, ҡыҙыҡай. Башың менән уйлап ҡара: Мәскәү юҡҡа ҡыҙыҡһына тиһеңме? Cәлмәнде әйтәм, шым ғына йөрөһә лә, эсендә нимә барын этем беләме!..

– Күпме йәшәйбеҙ... Уны яҡшы беләм һымаҡ... – Ғәлиәнең күңелен шик шәүләһе биләй барҙы.

– И-и, Ғәлиә, эҙ йомор өсөн кеше ниндәй һүрәткә кермәҫ...

– Әллә нәмәләр һөйләйһең, Сәкинә. Башым буталды тамам.

Сәкинә, ҡапҡанан ингән Сәлмәнде күреп, тауышын күтәреп һөйләнде:

– Эй, бынау хәтерҙе эт ашаған!.. Иҫемде юғалтып торамсы!.. Байрамға клубҡа саҡырғайнылар бит бөгөн. Еңеү көнө ләбаһа!.. Һуғышта ирҙәре ятып ҡалғандарҙы ла йыйып, ҡотлайҙар икән. Ҡана, күлдәгемде үтекләй һалайым.

Ғәлиә, ирен тәү күргәндәй, һөҙөп ҡараны, шунан:

– Сәйем ҡайнаған, – тине ҡоро ғына.

Сәлмән, ҡуйынынан шешә сығарып, бүкән өҫтөнә ҡуйҙы:

– Бына, бисәкәй, байрам хөрмәтенә, тип алдым. Ҡана, эстәкәндәреңде килтер, ултырайыҡ әле икәү генә.

Сәлмәндең “икәү генә” тигәне Ғәлиәнең һырыуын ҡайнатты, иренә үпкәсел ҡараш һирпеп алды, шулай ҙа өйҙән ике стакан, ҡабымлыҡ сығарып ҡуйғас:

– Икәү генә!.. Ана, кеше клубҡа барып байрам итә... – тине ул.

Сәлмән, шешәгә текләп, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Һиҙеп тора, уға ҡарата ҡатынының күңеле һыуына бара. Һалҡын менән ялҡынды йәшереп булмай шул.

– Эх, бисәкәй, бисәкәй!.. – тине Сәлмән стаканға ҡойған араҡыһын эсеп ҡуйғас. – Беләһең бит, мине саҡырмағандарын... Эйе, Ғәлиә, бәлки, улым дөрөҫ әйтәлер. Маңлайыма көбәк терәргә кәрәк булғандыр. Һеҙҙе язалайым бит мин!.. Бөтәһе лә минең арҡала!.. Беләһеңме, минең бит мөмкинлегем бар ине.

– Ниндәй мөмкинлек һөйләйһең ул? – Ғәлиә лә, йөрәген яндырған утты баҫырға теләгәндәй, араҡы уртлап, йөҙөн сирылтты.

– Бар ине, Ғәлиә! Эйе, әсирлеккә төшмәү мөмкинлеге бар ине... – Сәлмән тос йоҙороғо менән бүкәнгә еңелсә генә һуҡты. – Дошман ҡамауында ҡалғас, үҙ маңлайыма үҙем ата ала инем бит мин, Ғәлиә!

– Әстәғәфирулла!

Сәлмән дауам итте:

– Ата ала инем!.. Ләкин маңлайыма көбәк терәгәс кенә, туҡтап ҡалдым. Ул көбәкте үҙемә түгел, һиңә тоҫҡайым һымаҡ булды! Атманым!.. Эх, Ғәлиә, Ғәлиә!.. Ана шул бер минутлыҡ йомшаҡлығым ғүмерлек ғазапҡа әйләнде!.. Һуңғы пулянан да хәтәрерәк пулялар бар донъяла!.. Ул тәнеңде түгел, йәнеңде үлтерә!..

Ғәлиә иренә һыйынып ултырҙы, йәшләнгән күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөрткөләне:

– Ғазаплама үҙеңде, Сәлмән! Ҡуй, ғазаплама!.. – тине ул Сәлмәнде йыуатырға теләп.

Сәскә гөлләмәһе тотоп ҡапҡанан инеп килгән Шәүрәне шәйләмәне улар, ҡыҙҙың шат тауышын ишеткәс кенә һиҫкәнделәр.

– Һөйөнсө, Ғәлиә апай! Сәлмән ағай, һөйөнсө!.. – Шәүрәнең күҙҙәре яна ине.

– Аһ, нимә булды, Шәүрә ҡыҙым?

– Бына! – Ҡыҙ кеҫәһенән ҡағыҙ сығарҙы. – Хат. Шамилдан!..

– Балаҡайым!.. – Ғәлиә ҡағыҙҙы алып, танау төбөнә килтерҙе, күҙҙәренә йәш төйөлдө.

– Улымдан?!. – Сәлмәндең йөҙө яҡтырып китте.

– Эйе. Стәрлегә эшкә урынлаштым, тигән. Ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, тигән... – Шәүрә ҡағыҙҙы Ғәлиәнән алды, үҙенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. – Ҡуй, Ғәлиә апай, һеҙ уҡымағыҙ. Оялам!..

– Эшкә урынлаштым, тигән?!. Эй, баламды!.. Хәйерлегә булһын!.. Китеүенә ай булды бит, бер хәбәр-хәтере юҡ тип, йәнем сығып бара ине. Эй, балаҡайымды!...

– Оҙаҡламай ҡайтып китермен, тигән! – Ҡулындағы сәскә гөлләмәһен иҫенә төшөрҙө ҡыҙ. – Әй, онотоп торам, байрам менән, Сәлмән ағай!

Сәлмән берсә сәскәләргә, берсә Шәүрәгә ҡараш ташлап, ҡаушап ҡалды.

– Был – һиңә, Сәлмән ағай! – тине Шәүрә матур йылмайып, гөлләмәне Сәлмәнгә тотторғас, күбәләктәй осоп сығып китте.

Шул саҡта һарай артында кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡаны ишетелде. Ни булды икән, тип аптырашып торғанда, Мәхмүт күренде. Ул, нимәгәлер эләгеп, йығылып китә яҙҙы, тешен ҡыҫып һүгенде, шунан боролоп, кемдәргәлер ҡул һелтәне:

– Егеттәр, давай, башлағыҙ!..

– Был ни ҡыланыуың, Мәхмүт? – Ғәлиә, ҡурҡыныс хәлдән ҡасырға теләгәндәй, бер-ике аҙым сигенеп ҡуйҙы.

– Әйттемме мин һеҙгә? Әйттем! Һеҙгә лә етә ул закон көсө! – Мәхмүт, ҡорбанына ташланырға әҙерләнгән йыртҡыстай ыҫылданы, күҙҙәре аларҙы.

Сәлмән эштең ниҙә икәнен шундуҡ самаланы, ҡыҙыу атлап һарай артына йүнәлде. Дүрт ир уның атын йығып маташа ине.

– Нимә эшләйһегеҙ!.. Туҡтағыҙ!.. – тип ҡысҡырҙы ул йән асығына. Тегеләр албырғап ҡалғандай булды, ләкин шул арала Мәхмүт килеп етте һәм ирҙәргә аҡырҙы:

– Давай!.. Йығығыҙ!.. – Шунан сыбыртҡыһын Сәлмәндең танау осонда болғаны. – Ҡыҫылмай ғына торһаң, яҡшыраҡ булыр... Власҡа ҡаршы барып, бер нәмә лә ҡыра алмаҫһың!

– Туҡтағыҙ, ҡәбәхәттәр!.. – Сәлмәндең тыны быуылды, күҙҙәре томаланды. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тип Ғәлиә иренең беләгенә йәбеште.

– Ҡуй, бабай, суҡынып ҡына китһен!.. – тине ул, был ҡазанан ҡотолоу сараһы юҡлығын аңлатырға теләп.

Һарай артында мыштырлаған ирҙәргә тағы екерҙе Мәхмүт:

– Ах, атаң баштары, салығыҙ тиҙерәк!

– Туҡтағыҙ! – Сәлмәндең тауышы тоноҡ һәм ҡалтыранып сыҡты.

– Ҡыҫылма, тим мин һиңә! Совет закондары оҡшамағас, ҡалаһың аны ниместәрҙә!.. – Көстөң үҙ яғында икәнен яҡшы белә Мәхмүт.

– Туҡтағыҙ!.. – тип ҡабатланы Сәлмән. – Үҙем!..

– Нимә, үҙең?!.

– Язаламағыҙ! Үҙем салам атымды!..

– Үҙең… Яҡшы! – тип көлөмһөрәгәндәй итте Мәхмүт. – Шулай яҡшыраҡ булыр!..

Сәлмән, хәнйәр алып, ҡайрарға тотондо. Оҙаҡ ҡына ҡайраны ул. Сабырлығы ишелә башлаған Мәхмүт түҙмәне:

– Йә, ниңә мыштырлайһың? Йәһәтерәк бул! – тине сыбыртҡы һабы менән Сәлмәндең арҡаһына еңелсә төртөп.

Сәлмән башын күтәрмәй генә һөйләнде:

– Үткер булһын, тим!.. Законығыҙ кеүек үткер булһын!..

– Әйҙә, әйҙә, күп телеңә һалынма!

Улар һарай артына сыҡты. Сәлмән, бер ус үлән йолҡоп, атының ҙур асылған зәңгәрһыу күҙҙәрен ҡапланы…

 

* * *

Биш-алты көн өйөнән сыҡмай ятты Сәлмән. Һөйләшмәне лә, йүнләп ашаманы ла. Ғәлиә, хафаға төшөп, ирен йыуатып маташты, ауыр сиргә һабышып ҡуймаһа ярар ине, тип бошондо. Сәлмәне бөгөн карауаттан торғас, эй, ҡыуанды ҡатын. Йүгереп йөрөп, ҡоймағын шыжлатты, сәйен әҙерләне. Бер аяҡҡа баҫҡас, йүнәлеп китер, тигән уй күңелен йыуатты. Яҡын кешеңдәге сир үҙеңдә нығыраҡ һыҙлай икән…

Сәй эсеп алғас, Сәлмәндең йүгән тотоп сығып барғанын тәҙрәнән шәйләп ҡалды Ғәлиә. Тиҙ генә уның артынан сыҡҡайны, Шәүрә менән һөйләшеүен ишетте.

– Ҡайҙа йыйындың, Сәлмән ағай?

– Бына, атымды эҙләп киләйем, тим. Атым юғалды бит. Баҡса артында ғына йөрөй торғайны. Барып ҡарайым әле... – тип Сәлмән йүгәнен һелкеп ҡуйҙы.

– Атың?!. – Сәлмәндең һурығып киткән йөҙөнә, бөкөрәйә биргән кәүҙәһенә ҡарап, ҡыҙыҡайҙың тамағына төйөр тығылды, үкһеп илағыһы килде. Күҙ асып йомған арала алпамышалай ирҙең шулай бирешеүен күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине уға.

– Табылыр ул. Ат бит – энә түгел. Әллә ҡайҙа олаҡмай торғайны... Табылыр... – тип һөйләнә-һөйләнә, Сәлмән яй ғына атлап китте.

Уның артынан ҡарап торған Шәүрәнең арҡаһынан һөйөп алды Ғәлиә:

– И-и, туғаным килгән!..

– Ғәлиә апай!.. – тине Шәүрә, тауышы шомло сыҡты, хәбәрен нисек әйтергә белмәй, нескә бармаҡтарын ыуғыланы.

– Әү! – Шәүрәнең моңһоуланған күҙҙәренә һынсыл баҡты Ғәлиә. – Әйт, туғаным, бер-бер хәл бармы?

– Ғәлиә апай, Сәлмән ағайҙы әйтәм, ат эҙләйем, тисе...

Ғәлиә уфтанып ҡуйҙы. Күҙҙәренән ғазап һөрөмөн юйырға теләгәндәй, ҡулъяулығы менән һөрткөләне.

– Эй-й-й, әллә нимә булды уға. Өсөнсө көн инде ат, тип һаташа. Йөрөһөн әйҙә. Бәлки, йөрәге баҫылыр.

– Һуң, Ғәлиә апай, аты юҡ бит...

– Әйтеп тә ҡараным инде. Үҙенекен тылҡып тик тора. Хәле насарланып китмәһә ярар ине. Исмаһа, улыбыҙ өйҙә юҡ..

Шәүрәнең моңһоуланып киткән йөҙөнә, күләгәне ҡыуған ҡояш нурҙары шикелле, еңелсә йылмайыу йүгерҙе:

– Бына, апай, көн дә тиерлек хат килеп тора. Тиҙҙән эш хаҡы бирәләр, ҡайтырмын, тигән.

– И-и, балаҡайымды!.. Ҡайтһын инде!.. Ҡайтһын!.. – Ғәлиә хатты алып, ғәзиз балаһын ҡосаҡлағандай, күкрәгенә ҡыҫты, ошо ләззәтте оҙаҡҡа һуҙырға теләгәндәй, күҙҙәрен йомдо. Гүйә, сабыйын тәүге тапҡыр ҡосағына алған әсә ине ул был минутта. Танауын хатта бәпес еҫе ҡытыҡлағандай булды.

Шәүрәнең наҙлы тауышы Ғәлиәнең күҙҙәрен асырға мәжбүр итте:

– Һеҙгә хаты киләме һуң?

– Киткәне бирле ике генә хаты килде. Ваҡыты юҡтыр... И, бала, бала!.. Туғаным, әллә телеграм һуғайыҡмы икән? Ҡайтып күренһен ине, исмаһа. Уны күрһә, бәлки, атаһы арыуланып китер. Былай ни, йүнләп ашамай ҙа, һөйләшмәй ҙә... Һуҡ әле һин, туғаным, телеграм һуғып ҡара, йәме!

– Ярай, Ғәлиә апай...

Ҡыҙыу атлап килгән Сәкинәне күреп, икеһе лә шымып ҡалды. Тағы берәй ҡот осҡос хәбәр ишетеүҙән ҡурҡып, Ғәлиәнең һулышы ҡыҫылды, йөрәге сәнсеп алды. Сәкинә килеп етер-етмәҫ, ейәнсәренә шелтәле ҡараш ташланы:

– Бәй, бәй, ҡыҙым, нишләп йөрөйһөң бында? Атайың күреп ҡалһа... Бар, бар, ҡайта һал, – тине ул өтәләнеп.

Шәүрә, өләсәһенә үпкәсел ҡараш һирпеп, ҡайтырға йүнәлде.

– Күрше, – тине Сәкинә бышылдауға күсеп. – Сәлмәнде әйтәм, нишләп йүгән тотоп йөрөй ул?

– Атын эҙләй… – Ғәлиә ҡапҡаға табан боролдо, ләкин Сәкинә уның юлын быуҙы.

– Ҡуй инде, мал тип тә бөтөрөнсө... – Сәкинә бот сапты. – Улымды ғәйепләйҙер әле. Мәхмүттең бер ғәйебе лә юҡ, ҡыҙыҡай. Закун ҡушҡанын башҡара инде ул. Бригадир башы менән закун аша атламаҫ бит.

– Кеше ғәйепләр хәлдә түгел ул… – Бәндәләр менән дорфа һөйләшеп өйрәнмәгән Ғәлиә сабырлыҡ һаҡланы, шулай ҙа Сәкинәнең янынан тиҙерәк киткеһе килде. Тегенеһе, күңел төбөнән әллә ниндәй шом һығып, һөйләнеүен белде:

– Ә-ә… Ҡыҙыҡай... әллә тегеңә... ныҡ ҡайғырамы икән? Мәскәүҙән килеп төшөрҙәр, тип көйәлер... Шуғалыр, моғайын. Эйе, шулайҙыр ул!..

– Әлләсе, – тине Ғәлиә теләр-теләмәҫ. – Мәскәүҙе телгә алғаны юҡ. Уйынан шул атын сығармай. Иртән дә шул – ат, кис тә шул – ат. Ныҡ эҫенеп киткәйне бит.

Сәкинә уның ҡолағына уҡ бышылдай башланы:

– Ғәлиә, тим, әллә нимә уйлап ҡуйма, һине яҡын күреп кенә әйтәм. Юрый ҡыланыуы микән әллә?..

Ғәлинең тәҡәте ҡалманы:

– Кит, Сәкинә, ғүмер буйы кешенән сей эҙләнең дә йөрөнөң. Нишләп юрый ҡыланһын ти ул! – тип ҡапҡа тотҡаһына үрелде, ләкин кәртә буйлап килгән ирен күреп туҡтаны. Сәкинә лә күрҙе Сәлмәнде, шул арала йөҙөнә йылмайыу яғып:

– Һауғынамы, Сәлмән! – тине, тауышы яғымлы сыҡты.

Сәлмән, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, Сәкинәгә текләне. Ғазап тулы был ҡараштан тегенеһенең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, хатта быуындары йомшарып, тыны ҡыҫыла башланы.

– Абау!.. Нишләп улай ныҡ ҡарайһың ул, Сәлмән?! – тине ҡатын сигенә-сигенә. – Әллә танымайһыңмы? Мин дәһә... Күршең. Сәкинә. Кит, ҡотомдо осороп, ҡарама улай! Әстәғәфирулла!.. – Сәкинә һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан туйтанланы.

– Бәй, танымайһыңмы ни, бабай? Cәкинә бит, – тине Ғәлиә.

Сәлмән көрһөнөп ҡуйҙы:

– Таныным... Бөгөн килеп, таныным шикелле...

– Бөгөн килеп?!.

– Эх, бисәкәй, кеше таныуы ауыр икән ул!.. Ғүмер буйы йәшәп тә танымаҫҡа мөмкин... Төрлө була шул кешенең ҡиәфәте... Төрлө була...

– Әллә ниҙәр һөйләйһең, Сәлмән. – Ғәлиәнең былай ҙа бошоп торған күңеленә шом йүгерҙе. – Әй, әйтергә лә онотоп торам, оҙаҡламай улыбыҙ ҡайта ти бит.

Ҡатынының был хәбәре Сәлмәнгә йән өрҙө, бойоҡ күҙҙәрендә, ҡапыл офоҡта ялтлаған йәшендәй, тоноҡ нур сатҡылары сағылып ҡалды.

– Улыбыҙ?!. Ҡайта, тиһеңме?..

– Ҡайта, бабай, ҡайта!..

Сәлмәндең керпегенә ике бөртөк йәш эленде, тамағына төйөр тығылды. Ауыл артындағы ҡаяға текләп, байтаҡ һүҙһеҙ торғандан һуң:

– Улай булғас, Ғәлиә, – тине йүгәнен ҡатынына һуҙып. – Бына, ошо йүгәнде бир уға. Атты эҙләһен. Ул йәш кеше. Табыр, моғайын. Мин арыным инде...

 

* * *

Ғәлиә һыйырын көтөүгә ҡыуырға тип ихатаһынан сығыуы булды, ҡапҡаһына дегет менән төшөрөлгән фашист тәреһен күреп, йөрәге жыу итеп ҡалды.

– Әстәғәфирулла!.. Ай, аллаҡайым!.. Ҡәһәр төшкөрҙәре!.. Ҡайһы мәлғүндәренең этлеге был!.. – ул һөйләнә-һөйләнә һүрәтте юйып маташты. Ҡатынының кемдәргәлер ҡарғыш яуҙырғанын ихатала йөрөгән Сәлмән ишетеп, уның янына ашыҡты.

– Нимә булды, Ғәлиә?

– Ә, юҡ, бабай, бер ни ҙә юҡ!.. – тине йөҙө күгәреп киткән Ғәлиә, үҙе кәүҙәһе менән свастиканы ҡапларға тырышты. – Кит, килмә бында, Сәлмән!.. Килмә!..

– Атаҡ, ниңә улай тиһең, Ғәлиә? Нимә йәшерәһең ул? – Сәлмән ҡатыны аша үрелеп ҡараны. Фашист тәреһен күреп, бөтә тәне буйлап һалҡынлыҡ йүгерҙе, быуындары ҡалтыраны. Ул, йығылып китмәҫ өсөн кәртәгә йәбешә-йәбешә ихатаға инеп, бүрәнәгә ултырҙы, йөрәген тотто.

– Нимә булды, Сәлмән? Йөрәгең ауыртамы?.. Хәҙер валидол сығарам. Хәҙер! Түҙ саҡ ҡына!.. – Ғәлиә өтәләнде.

– Юҡ!.. Кәрәкмәй, Ғәлиә! Кәрәкмәй!.. – тине Сәлмән йыш-йыш тын алып. – Һин, ана, эйәрҙе арбаға һал әле...

– Бәй, нимәгә кәрәк булды ул эйәр? – Ғәлиә аптырап ҡатып ҡалды.

– Һал шунда, бисәкәй! Һал!.. – Сәлмәндең тауышы хәлһеҙ сыҡты. – Өйҙә тынсыу. Һауа етмәй. Ошонда ғына ятып торам.

Сәлмән һаҡ ҡына арбаға менде, эйәргә башын терәне.

– Бына шулай... – тине Сәлмән күҙҙәрен йомоп. – Саҡ ҡына хәл алам. Ат еҫе йәнемә ял бирә!.. Бар, һин эшең менән бул. Мин атым менән генә ҡалайым...

Иренең хәле мөшкөлләнә барыуын тойған Ғәлиә, берәй ярҙам өмөт иткәндәй, ҡабаланып урамға сыҡты. Шул арала ярһыуҙан күбеккә батҡан айғыр менгән Мәхмүт килеп туҡтаны.

– Сәлмән нишләп эшкә сыҡмай? Етенсе көн юҡ. Нимә, әллә эсеп ятамы? Атын һуйғас, аҡсаһы мул инде уның, – тип екерҙе ул бейеп торған атының теҙгенен тартып.

Ғәлиә, ат тапап ҡуймаһын тип, ситкә тайшанды.

– Сырхап тора ул. Әллә нишләне лә ҡуйҙы, – тине ҡатын иламһыраған тауыш менән.

– Сырхап тора?.. Бәлә һалып ятамы?.. Шап-шаҡтай иргә нимә булһын!.. Ну, халыҡ, ә!.. Эшкә сыҡмаҫ өсөн мең һылтауын табырға торалар...

– Ауырый ул, ауырый! Балнисҡа алып барырға кәрәк! Мәхмүт туғаным, ат бир, алып барайым балнисҡа, – Ғәлиә йәшле күҙҙәре менән мөлдөрәп ҡараны.

– Ат?!. Бынауындай ҡыҙыу бесән мәлендә ҡайҙан ат табайым мин һеҙгә!?. Тапҡан ауырыр ваҡыт. Давай, бәлә һалып ятмаһын, иртәгә ыштубы эшкә сыҡһын!.. – Мәхмүт, ауыҙ эсенән һүгенеп, айғырын саптырып китеп барҙы.

– Эт!.. – тине Ғәлиә асыуы ҡабарып, шунан Сәлмән янына килде. – Сәлмән!.. Сәлмән, тим!.. Бында һалҡын алдыраһың бит. Әллә өйгә инеп ятаһыңмы, әү? Нишләп өндәшмәйһең ул?..

Ғәлиә иренең һулыш алмауын тойҙо, күкрәгенән йән ауазы бәреп сыҡты. Юҡ, ҡысҡырманы ул, үҙенең ғазаплы һөрәнен үҙе генә ишетте:

– Сәл-мән!.. Сәл-мән!.. – Иренең түшенә башын һалып һыҡтаны ҡатын.

 

* * *

Лейтенант Айҙар Таһиров ауылға килеп төшөү менән колхоз идараһына һуғылды. Иҙән йыуып йөрөгән өлкән йәштәге ҡатын, йөрөйһөгөҙ шунда донъя бысыратып, тигәндәй, уҫал ҡараш ташланы.

– Миңә колхоз рәйесе кәрәк ине, – тип ишек төбөндә туҡтап ҡалды Таһиров.

– Берәү ҙә юҡ, – тип дорфа ғына өндәште ҡатын. – Ана, парткумдан башҡа эт тә юҡ.

Ҡатын ишаралаған “партком” тип яҙылған ишекте асты лейтенант. Өҫтәл артында ултырған ялтыр башлы ир, инеүсене ҡаш аҫтынан ғына һөҙөп, алдындағы ҡағыҙға текләне. Байтаҡ ҡына өндәшмәй торған Таһировтың түҙемлеге бөттө:

– Мин Сәлмән Шәкирйәновичҡа килгәйнем, – тине тамаҡ ҡырып.

Тегенеһенең ялтыр башы сайҡалып ҡуйҙы, ҡулындағы авторучкаһын өҫтәлгә ташланы, шунан лейтенантҡа тексәйҙе:

– Ай, алла, – тине ул, иларға етешкән кешеләй. – отчет бирер әмәл юҡ… Бынауындай ваҡытта Сәлмән ҡайғыһымы?! Киләләр ҙә инәләр, киләләр ҙә инәләр…

Таһиров уны тыңлап бөтмәне, ҡырт боролоп сығып китте. Был кешенең ҡылығына әллә ни иҫе китмәне китеүен, ундайҙарҙы беренсе тапҡыр күреүе түгел. Хәрби комиссариатта ла ерле юҡҡа аҡырып-баҡырып, өҫтәл артынан торорға йыбанып ултырған эре йондоҙло ағайҙар етәрлек. Кешеләргә ҡарата булған бындай ҡырыҫ мөнәсәбәт яҡшыға алып бармағанын ниңә аңламайҙар икән?! Бының нимә менән бөткәнен тарих бит көҙгө шикелле күрһәтеп тора. Юҡ, киҫәмәгәс киҫәмәй әҙәм балаһы…

Урамдан атлағанда лейтенантты Мәхмүт ҡыуып етте.

– Идаранан сығып барғаныңды күреп ҡалдым. Мине хәтерләйһеңдер? Хәрби кейемдә булғас, һиндер тип уйлағайным, дөрөҫ икән – тип һөйләнде Мәхмүт, күрешергә ҡул һуҙып. Шунан көрһөнгәндәй итте. – Һуңланың шул!..

– Һуңланым?! – Таһиров тертләгәндәй булды. – Нисек?

– Шулай… Ваҡытында йөрөргә ине… Эш үткәс... Китеп барҙы Сәлмән…

Лейтенанттың маңлайы сирылды:

– Китте?.. Ҡайҙа?.. – тип һораны үҙе лә һиҙмәҫтән.

– Үлде!.. Үлеп ҡотолдо Сәлмән! – тине Мәхмүт сыбыртҡы һабы менән итегенә һуҡҡылап, оло тантананан мәхрүм ителгән кешеләй эсе боша ине уның.

– Эх-х!.. – Таһиров ни әйтергә белмәне, тештәрен ҡыҫты. Мәхмүттең өҙлөкһөҙ һөйләнеүенә иғтибар итмәне ул, бер һүҙен дә ишетмәне шикелле, күҙ алдары ҡараңғыланып китте хатта. Дөрөҫ әйтә, Мәхмүт, һуңланы шул! Эх, һуңланы!.. Хәйер, бында уның бер ғәйебе юҡ, ләкин күкрәге, бысаҡ менән телгәндәй, әсеттереп һыҙлай.

Улар халыҡ байтаҡ ҡына йыйылған Сәлмәндең өйө тапҡырына етте. Ихатаға ҡуйылған табут эргәһендә өлкән йәштәге ике ир ултыра, бисәләр йортҡа инеп-сығып йөрөй.

– Ағай-эне, Сәлмән ҡорҙаштың улы ҡайтҡанын башҡаса көтөп булмаҫ, мәйетте оҙатырға кәрәк, – тине түбәтәй кейгән ҡарт.

– Эйе шул, – тигән тауыштар ишетелде. – Ҡайтыр булһа, ҡайтыр ине мыңарсы…

Яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап торған Ғәлиә, ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты, ирҙәр ҡымжый башланы. Шул саҡ лейтенант табутҡа табан атланы.

– Туҡтап тороғоҙ, йәмәғәт! – тине ул аптырашып ҡалған кешеләрҙе байҡап. – Мин – хәрби комиссариат вәкиле. Бына… – Таһиров ҡалын папкаһынан нимәлер сығарҙы. – Мәскәүҙән ебәргәндәр. Оборона министрлығының Үҙәк архивында һаҡланған. Һуғышта Сәлмән Шәйхетдинович ике тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

– Ни-сек?!. – Мәхмүт торған яҡтан ишетелде был тауыш.

Таһиров һүҙен дауам итте:

– Яуға ингәндә һалдаттар наградаларын, документтарын тапшырып ҡалдырған. Бына, Сәлмән Шәйхетдиновичтың да орден-миҙалдары һаҡланған, һуңынан, яуҙа батырҙарса һәләк булды тип, Оборона министрлығына оҙатҡандар… Ғәлиә апай, ҡабул итегеҙ Сәлмән ағайҙың бүләктәрен… – Артабан һөйләй алманы лейтенант, тамағына төйөр тығылды…

Үҙ ҡолаҡтарына ышанмай ситтәрәк күҙәтеп торған Сәкинә лейтенанттың эргәһенә килеп етте:

– Ҡайҙа, ҡайҙа… Ысынмы шул?.. Ҡарайым әле…– тине ул ҡулын һуҙып.

– Ҡағылма! – Ғәлиәнең уҫал тауышы тертләтте уны. – Ҡағылаһы булма!.. Изге әйбергә әшәке ҡул менән ҡағылырға ярамай!..

– Аһ!.. – Сәкинә ҡаршы һүҙ әйтмәне, артҡа сигенде.

– Бына, алығыҙ, Ғәлиә апай! Илебеҙҙең ҡаһарман улы Сәлмән Шәйхетдиновичтың төҫө итеп һаҡлағыҙ! – Таһиров бүләктәрҙе ҡатынға һондо.

Ғәлиә уларҙы һаҡ ҡына ҡулына алды, сикәһенә терәп, байтаҡ торғас, кире лейтенантҡа тотторҙо:

– Юҡ, туғаным!.. – тине ул. – Юҡ, кәрәкмәй!.. Сәлмәнемдең күкрәгенә тағығыҙ. Иҫән сағында күкрәге миҙал күрмәне уның. Исмаһам, һуңғы юлға миҙалдарын тағып китһен. Эйе, бергә ерләгеҙ уларҙы!..

Кешеләр артында шым ғына ҡарап торған Мәхмүттең башы эйелә барҙы, кәүҙәһе лә бөкөрәйеп, кесерәйеп ҡалғандай ине. Ул, халыҡ күҙенән ҡасырға теләгәндәй, өйөнә табан ыңғайланы. Хәйер, уға иғтибар итеүсе лә булманы.

Сәлмәнде ир-ат зыяратҡа күтәреп алып китте, ҡатындар өй алдында баҫып ҡалды. Быуындары хәлһеҙләнеп кәртәгә терәлеп торған Ғәлиә янына килде Сәкинә.

– Ғәлиә! – тине ул, тауышы ялбарыулы сыҡты. – Булдыра алһаң, кисер!.. Аңла мине, 20 йәшемдә тол ҡалдым. Сабирым Украина ерендә ята... Ә һинең... Ә һинең ирең, бөтә ағзаһы теп-теүәл килеш, ҡайтып төштө. Асыуым килде, Ғәлиә! Эйе, Сабирымдың һәләк булыуы өсөн дә ул ғәйепле кеүек ине! Беҙ ҙә йәп-йәш ҡатындар инек бит, Ғәлиә!.. Мөхәббәтем нәфрәткә әйләнде шулай... Көнләштем!.. Кисер!.. Булдыра алһаң, кисер мине!..

Ғәлиә күршеһенә күҙ һирпеп алды. Был ҡарашта үпкә лә, асыу ҙа юҡ ине.

 

Эңер төшкәс кенә ҡайтып етте Шамил. Телеграмма алыу менән юлға сыҡҡайны, автобусҡа һуңланы, ни попуткалары йүнләп йөрөмәй. Машинанан-машинаға эләгеп килә торғас, ҡалған утыҙ саҡрымды йәйәү тәпәнләргә тура килде.

Шамил ҡапҡанан ингәс, ат арбаһында ултырған әсәһен күреп, ҡатып ҡалды.

– Әсәй! – тине ул һаҡ ҡына.

Ғәлиә башын ҡалҡытты, ғазап тулы күҙҙәрен улына төбәне:

– Балаҡайым!..

Шамил әсәһен ҡосаҡлап, ипләп кенә арҡаһынан һөйҙө. Ғәлиә ҡалынайып киткән улының сикәһен ҡытыршы ҡулдары менән һыйпап алды. Шунан:

– Бына, улым, – тине ҡулына йүгән алып. – Атайыңдың аманаты.

– Атай йүгәне!.. – тине егет бышылдап. – Атай аманаты!..

Әсир
Әсир
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: