Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 11:30

Оҫта

Йәшәгән, ти, бер оҫта. Уның һәләтенә көнләшкән берәү тура килгән һайын оҫтаны мыҫҡыл итергә, көлөргә тырыша, ләкин ул теге бәндәгә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, үҙ эше менән шөғөлләнеүен белә. Оҫтаның был ҡылығына ғәжәпләнгән кешеләр: – Шул бәндәгә ниңә яуап бирмәйһең? – тип һорай.

Оҫта
Оҫта

ОҪТА

Йәшәгән, ти, бер оҫта. Уның һәләтенә көнләшкән берәү тура килгән һайын оҫтаны мыҫҡыл итергә, көлөргә тырыша, ләкин ул теге бәндәгә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, үҙ эше менән шөғөлләнеүен белә.

Оҫтаның был ҡылығына ғәжәпләнгән кешеләр:

– Шул бәндәгә ниңә яуап бирмәйһең? – тип һорай.

– Әгәр һеҙгә берәй нәмә бирһәләр һәм һеҙ алмаһағыҙ, ул кемдеке була? – тип һорай.

– Кем бирә, шуныҡы инде, – тиҙәр тегеләр.

– Эйе, – ти оҫта, – һүҙ һәм хистәр менән дә шулай. Әгәр һеҙ ҡабул итмәйһегеҙ икән, улар эйәһендә ҡала...

Оҫта
Оҫта
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: