Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 17:15

Дауаханала

Дауаханала ике сирле ята. Береһе – тәҙрә төбөндә, икенсеһе – ишек эргәһендә. Бер саҡ ишек эргәһендәге һорап ҡуя: – Нимәләр күренә унда? – О-о!.. – тип йәнләнеп китә тәҙрә төбөндә ятҡан сирле. – Зәңгәр күкте, аҡ болоттарҙы, йәйрәп ятҡан күл-урмандарҙы күрәм... Был сирле үҙенең ниҙәр күреүе тураһында көн һайын илһамланып һөйләй. Икенсе сирленең йәне көйә: “Ғәҙел түгел был, ни өсөн уны бөтә донъя күренеп торған тәҙрә төбөнә, ә үҙен ишек янына һалып ҡуйҙылар?!”

Дауаханала
Дауаханала

ДАУАХАНАЛА

Дауаханала ике сирле ята. Береһе – тәҙрә төбөндә, икенсеһе – ишек эргәһендә.

Бер саҡ ишек эргәһендәге һорап ҡуя:

– Нимәләр күренә унда?

– О-о!.. – тип йәнләнеп китә тәҙрә төбөндә ятҡан сирле. – Зәңгәр күкте, аҡ болоттарҙы, йәйрәп ятҡан күл-урмандарҙы күрәм...

Был сирле үҙенең ниҙәр күреүе тураһында көн һайын илһамланып һөйләй. Икенсе сирленең йәне көйә: “Ғәҙел түгел был, ни өсөн уны бөтә донъя күренеп торған тәҙрә төбөнә, ә үҙен ишек янына һалып ҡуйҙылар?!”

Бер көн тәҙрә төбөндәге сирле тынып ҡала. Баҡһаң, ул бер ниндәй уфтаныу өнө сығармай вафат булған икән. Мәрхүмде алып киткәс, ишек янында ятҡан сирле үҙен тәҙрә төбөнә һалыуҙарын һорай. Шәфҡәт туташы уны күсереп һалғас, ишеккә йүнәлә һәм тегенең ҡысҡырып ебәреүен ишетеп, туҡтап ҡала.

– Нисек инде былай?! Был тәҙрәнән бит стенанан башҡа бер ни ҙә күренмәй!.. Ә теге мәрхүм булған кеше миңә зәңгәр күк, йылғалар, урмандар тураһында һөйләне.

Шәфҡәт туташы моңһоу йылмайып ҡуя:

– Һеҙҙең кәйефегеҙҙе күтәрер өсөн шулай һөйләгән ул, ә үҙе бер ни ҙә күрмәне – дөм һуҡыр ине...

Дауаханала
Дауаханала
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: