Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 19:50

Асыл

АСЫЛ Бер профессор студенттарға былай ти: – Бына, минең ҡулымда бер мең һум аҡса, кемегеҙ алырға теләй? Барыһы ла ҡул күтәрә. Профессор аҡсаны иҙәнгә ташлап тапай һәм тағы һорай: – Ә хәҙер алырға теләүселәр бармы?

Асыл
Асыл

АСЫЛ

Бер профессор студенттарға былай ти:

– Бына, минең ҡулымда бер мең һум аҡса, кемегеҙ алырға теләй?

Барыһы ла ҡул күтәрә. Профессор аҡсаны иҙәнгә ташлап тапай һәм тағы һорай:

– Ә хәҙер алырға теләүселәр бармы?

Студенттарҙың барыһы ла ҡул күтәрә.

– Ҡәҙерле дуҫтар, – ти профессор, мәғәнәле йылмайып, – әлеге хәл ғүмерлек һабаҡ булһын: аҡса бөгәрләнеп, бысыраҡҡа батып бөтһә лә һеҙ уны алырға теләнегеҙ, сөнки ул үҙ ҡиммәтен юғалтманы. Тормошта һеҙҙҙең менән төрлө хәлдәр булыр – таушалып та бөтөрһөгөҙ, бысыраҡҡа ла батырһығыҙ... Иң мөһиме: һеҙ үҙ асылығыҙҙы – үҙ ҡиммәтегеҙҙе юғалтмағыҙ...

Асыл
Асыл
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: