Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 14:50

Ҡарт

АРТ Дауахана алдындағы эскәмйәлә көн һайын иртән бер ҡарт ҡабул итеү ваҡытын көтөп ултыра. Уны йыш күргән табип килеп: – Көн дә күрәм һеҙҙе, берәй ярҙам кәрәкмәйме? – тип һорай. – Юҡ, – ти ҡарт. – Мин ҡатыным янына индергәндәрен көтөп ултырам.

Ҡарт
Ҡарт

ҠАРТ

Дауахана алдындағы эскәмйәлә көн һайын иртән бер ҡарт ҡабул итеү ваҡытын көтөп ултыра. Уны йыш күргән табип килеп:

– Көн дә күрәм һеҙҙе, берәй ярҙам кәрәкмәйме? – тип һорай.

– Юҡ, – ти ҡарт. – Мин ҡатыным янына индергәндәрен көтөп ултырам.

– Бәлки, һеҙҙең килеүегеҙ тураһында ҡатынығыҙға әйтергәлер? – ти, нисек тә ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән табип.

– Кәрәкмәй, – ҡарт йәшле күҙҙәрен һөртөп ала. – Ул мине барыбер танымай, кем икәнемде лә белмәй...

– Белмәһә лә көн дә киләһегеҙ.. – тип баш сайҡай табип.

Ҡарттың моңһоу күҙҙәре балҡып киткәндәй:

– Ул белмәй, ләкин уның кем икәнен мин беләм!..

 

Ҡарт
Ҡарт
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: