Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 17:45

шәм

Дүрт шәм янып ултыра. Көтмәгәндә береһе әйтеп ҡуя: – Мин – тыныслыҡ, – ти ул, – Үкенескә ҡаршы, мин бер кемгә лә кәрәк түгел, кешеләр мине һаҡламай. Шуға күрә, миңә һүнергә генә ҡала... – Мин – ышаныс, – ти икенсе шәм. – Минең дә бер кемгә кәрәгем юҡ. Кешеләр минең турала ишетергә лә теләмәй. Миңә лә һүнергә тура килә... Һағыш баҫҡан өсөнсө шәм дә уфтанып әйтә:

шәм
шәм

ДҮРТ ШӘМ

Дүрт шәм янып ултыра. Көтмәгәндә береһе әйтеп ҡуя:

– Мин – тыныслыҡ, – ти ул, – Үкенескә ҡаршы, мин бер кемгә лә кәрәк түгел, кешеләр мине һаҡламай. Шуға күрә, миңә һүнергә генә ҡала...

– Мин – ышаныс, – ти икенсе шәм. – Минең дә бер кемгә кәрәгем юҡ. Кешеләр минең турала ишетергә лә теләмәй. Миңә лә һүнергә тура килә...

Һағыш баҫҡан өсөнсө шәм дә уфтанып әйтә:

– Мин – мөхәббәт. Артабан яныр хәлем ҡалманы, сөнки кешеләр мине һанламай...

Шулай итеп, өс шәм һүнеп ҡуя.

Бер мәл бүлмәгә бала килеп инә һәм ҡараңғылыҡ баҫҡан бүлмәлә илап ебәрә:

– Ни өсөн шәмдәр янмай һуң? Мин бит ҡурҡам!..

Тоноҡ ҡына янған дүртенсе шәм былай ти:

– Ҡурҡма! Мин янам бит, тимәк, минән башҡаларҙы ла ҡабыҙып була. Мин – өмөт...

шәм
шәм
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: