Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 08:40

Код

Мөнир ВАФИН КУАР-ҠОТҺОҘ Ҡыҙым күптән үҫеп еткән, Ҡыҙым күптән өлгөргән. Белеп торам – күпме егет Ҡыҙ артынан йүгергән.

Код
Код

Мөнир ВАФИН

КУАР-ҠОТҺОҘ

Ҡыҙым күптән үҫеп еткән,

Ҡыҙым күптән өлгөргән.

Белеп торам – күпме егет

Ҡыҙ артынан йүгергән.

 

Бөгөн ҡыҙҙы һорап килде

Буласаҡ кандидаттар.

Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағый

Береһенән-береһе шәптәр.

 

Мин бит тауарҙың хужаһы,

Мин һис түгелмен балда:

“Куар-кодығыҙҙы күрһәт

Ҡыҙҙы һорарҙан алда!”

 

Күҙ төбәп килгән инеләр,

Ҡыҙғанһам да уларҙы,

Ҡыуып ебәрҙем куарһыҙ,

Ҡотһоҙ был ҡоҙаларҙы.

 

Бирә алам сит милләткә,

Хатта ҡотһоҙ кешегә.

Әммә ҡыҙҙы бирәһем юҡ

Куар-кодһыҙ кешегә!

Код
Код
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: