Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 16:40

Ҡәһүә

Ҡәһүә Бер ҡыҙ атаһы янына килеп зарын һөйләй: – Атай, тормош шул тиклем ауыр, мин арыным!.. – ти. Атаһы яуап бирер урынға өс кастрюлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуя...

Ҡәһүә
Ҡәһүә

Ҡәһүә

Бер ҡыҙ атаһы янына килеп зарын һөйләй:

– Атай, тормош шул тиклем ауыр, мин арыным!.. – ти.

Атаһы яуап бирер урынға өс кастрюлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуя һәм уларҙың береһенә – кишер, икенсеһенә – йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә һала. Бер аҙҙан кишер менән йомортҡаны ала, сынаяҡҡа ҡәһүә ҡоя һәм ҡыҙынан: “Ҡара әле, нимә үҙгәрҙе?” – тип һорай.

– Кишер менән йомортҡа беште, ә ҡәһүә һыуҙа иреп юҡҡа сыҡты, – ти ҡыҙы.

– Ҡыҙым, төптән уйлап ҡараһаң, ҡаты кишер йомшарҙы, ватылырға торған йомортҡа ҡатты. Тормошта ла шулай, бер үк мөхиттә ҡатҡыл кеше бөгөлөп төшөргә, ә йомшаҡ кеше ҡатырға мөмкин.

– Ә ҡәһүә? – тип һорай ҡыҙы.

– Быныһы бигерәк тә ҡыҙығыраҡ, – ти атай кеше. – Ҡайнар һыуға эләккән ҡәһүә бойҙайҙары иреп, һыуҙы хуш еҫле эсемлеккә әйләндерҙе. Шундай кешеләр бар: улар мөхит йоҡонтоһонда үҙҙәре үҙгәрмәй, ә мөхитте үҙгәртәләр...

 

Ҡәһүә
Ҡәһүә
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: