Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 20:13

ӘСӘЙ, ГЕЛӘН ҠАЙТЫП ЙӨРӨП БУЛМАЙ...

- Әсәй, гелән ҡайтып йөрөп булмай, Алып китәм, әйҙә, ҡалаға... Һүрәнләнгән күҙҙәр балҡып китә, Яуап бирә әсә балаға:

ӘСӘЙ, ГЕЛӘН ҠАЙТЫП ЙӨРӨП БУЛМАЙ...
ӘСӘЙ, ГЕЛӘН ҠАЙТЫП ЙӨРӨП БУЛМАЙ...

- Китһәк, ҡалдырмайыҡ суйынды ла,

Ҡалдырмайыҡ бынау иләкте.

Шишмәләрҙән генә һыу ташыны,

Онотмайыҡс(ы)әле күнәкте.

 

Ҡалдырмайыҡ бынау ҡул тирмәнен.

Онотмайыҡ әле килене.

Тутыҡ төшөп ҡуйыр ҡаҙаныма,

Ҡалдырмайыҡ инде көбөнө.

 

Онотола яҙған уҡлауыбыҙ,

Етемһерәр инде көйәнтә.

Тороп ҡалған ине табағасым

Әсәй мәрхүмәнән бүләккә.

 

Дүртегеҙҙе йыуындырҙы бит ул,

Ҡалдырмайыҡ һары ҡомғанды.

Бирнәңә тип ҡорап һырығайным,

Онотмайыҡ әле юрғанды.

 

Өй янында ғына муйыл ҡала...

Һәммәһен дә нисек алайым?...

Һағыныр инде һыуға барған юлым...

Үҙем генә, балам, ҡалайым. 

Тамара ҒӘНИЕВА

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: