“Ағас ни тиклем бейек булмаһын, уның бит тамыры ерҙә”
– Ғиниәтулла Сафиулла улы, ете йылдар самаһы әүәл БЮТ каналында күрһәтелгән “Ҡайтайым ауылыма” тапшырыуында һеҙ: “Тыуған яҡҡа ҡайтып барғанда үҙемде хажға юлланғандай хис итәм”, – тигәйнегеҙ. Сәйетбаба һеҙ унда тыуып үҫкән өсөн генә лә Мәккәгеҙ булып ҡаламы, әллә бүтән сәбәптәре лә бармы?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әҙәбиәт – ул үҙе әҙәп, тигән фекеремде интервьюларҙа ла, лекция ваҡыттарында ла йыш ҡабатлайым. Ә инде башлап әҙәпкә өйрәтеүсе кешем – әсәйем Факиһа Нөғмән ҡыҙы. Фронтовик ире, йәғни атайым Сафиулла Ғарифулла улы менән ете бала тәрбиәләгән улар. Ғүмерем буйы баш баҫып эшләгән юлым, икмәгем, табынғаным әҙәп, әҙәбиәт икән, уға өйрәтеүсем, йүнәлтеүсем булған ғәзиз кешеләремдең һөйәктәре ятҡан изге төбәк нисек Мәккәм булмаһын!? Тап шунда хаж ҡылып күңелемде түңәрәкләтәм. Хәлдән килгәнсә тыуған ауылыма ярҙам иттем, уның 300 йыллығын юғары кимәлдә уҙғарыуҙың инициаторы булып, унда күп кенә матур эштәр һәм саралар башҡарыуға өлгәшелде. Сәйетбаба мәктәбе һәм ауылыбыҙ тарихы хаҡында китаптар яҙҙым.
– Тимәк, киләсәктә ҙур ғалим булып китер дарманды, ҡурҙы әсәйегеҙ һалған?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Инәкәйем торғаны бер йәнле, тере энциклопедия ине. Уның ”Ләйлә вә Мәжнүн”, “Ҡиссаи Йософ”тарҙы көйләп ултырғанын йә бүтән бер башҡарғандарының, мәҫәлән, дастан, бәйет, мөнәжәт икәнен университетҡа килгәс кенә аңланым. “Мәҙрәсәләрҙә быяла ишек…” – тип көйләүҙәрен, әкиәттәр һөйләүен, мәҡәләйтемдәр менән генә әйтеп ҡуйыуҙарын һөйләп тораһы ла түгел. “Балам, ағас ни тиклем генә бейек булмаһын, уның бит тамыры барыбер ерҙә, шуны онотма, тамырһыҙ бер нәмә лә юҡ”, – тиер ине. Студенттарға әҙәби мираҫтарыбыҙ тураһында аңлатҡанда гелән әсәйемдең ошо һүҙҙәрен ҡабатлайым. Ә бит ул бөтөнләй әлепте таяҡ тип белмәгән, уҡыу эләкмәгән ябай кешенең – инәйемдең фекере.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Ғиниәт әле ул китапты күп уҡыған өсөн мәктәптә "выговор" алған кеше лә (көлә)! Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, китап уҡыған өсөн шелтә сәпәгәндәр уға.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Бер үҙемә генә түгел, Хәтмуллаҡорҙаш менән икебеҙгә лә инде. Уның әсәһе Мәстүрә апай китапханала эшләй ине, ә һабаҡташым – баш бала, өйҙә йомошто күп ҡушҡандарҙыр инде, ул тыңлашмай, онотолоп китап уҡыған да ултырған. Мәһәҙиев тигән ағай мәктәптә директор ул саҡ. Хәтмулланың әсәһе тегене нисектер, улын әҙерәк аҡылға ултыртып алырға күндергән бит, бер үҙен генә ҡыйырһыттырғыһы килмәгәндер, мине лә ҡыҫтырғандар. Элек мәктәптә аҙна һайын линейка үтә ине, шунда беҙгә алға сығырға тип фамилияларҙы иғлан иткәс, танау сөйөп сығып баҫҡан булдыҡ. Маҡтарға сығаралар, тип уйлайбыҙ бит инде, әйләнгән һайын күтәрмәләп торғастары, яман өйрәнелгән. Көтмәгәндә шелтә ишеткәс, өҫкә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни, малай!? Директор ағайыбыҙ: “Көсәнеп күп китап уҡып, уҡыуҙарын хөртәйткән өсөн выговор!” – тип торасы, аптыраҡ!? Баштар эйелде, ҡайҙа ғәм алдында кәпәйеп тороу, артҡа инә һалып йәшерендек. Әйткәндәй, ул шелтәнең беҙгә бер ниндәй кире эҙемтәһе лә булманы, әммә иҫтә ныҡ уйылып ҡалған.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Ғиниәт ағайығыҙ китап уҡыуға ғына түгел, рәсемгә лә оҫта булған, шуға рәссам булырға хыялланған. Элек бит, Яңы йылға арнап, һүрәт төшөрөү ярыштары үтә ине, шунда йыл да беренсе урынды алып йөрөгән ул.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Уныһы инде тәбиғәттән килгән мауығыу. Ысынлап та, һүрәт төшөрөргә бигерәк яратаинем. Класташтар әле лә, күрешкәндә, һин рәссам булып китергә тейеш инең бит, тиҙәр. Ә уҡытыусылар, беҙ һине математик булыр тип уйлағайныҡ, тинеләр аҙаҡ. Уҡыу бөтөр алдынан класс етәксебеҙ Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы эш менән Өфөгә йөрөп әйләнде. Ҡайтты ла, Ғиниәт, сәнғәт училищеһында рәссамлыҡҡа ҡабул итеү бөткән икән дә ул, тине. Әҙерәк күңел төшһә лә, бөткәс бөткән инде тип күндем. Мәктәпте арыу тамамлағас, грамота тотторҙолар. Грамоталы булғас ни, үҙемә ышаныс ныҡ, эш һорап РОНО-ға барғайным, алдылар. Уҡытыусы булып киттем. Электән арлыбирле яҙышҡан инем, шиғырҙар, үҙенә күрә ваҡ-төйәк мәҡәләләр ебәрә инем урындағы гәзиткә. Мине хәтерләгәндәрме, кешеләр кәрәккәс, өлкә комсомолы аша саҡыртып, мөғәллим булып күп тә эшләмәнем, район гәзитенә эшкә ебәрҙеләр. Тәүҙә корректор, аҙаҡ хәбәрсе булдым. Һуңынан инде ваҡыты еткәс армияға оҙаттылар. Өс йыл хеҙмәт иттем.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Ғиниәт гел шулай “еңел аяҡлы” булды (көлә) инде. Улар мәктәптә 11 класс уҡыған, аҙаҡ уҡыу ун йыллыҡҡа әйләнеп киткән, армияла өс йыл йөрөп ҡайтыуына илдә артабан хәрби хеҙмәт ике йылға ҡалған. Кандидатлыҡ эшен яҡлағанда ла, башҡортса яҙҙы ла, яҡлар көнө килеп еткәндә, диссертация русса булырға тейеш, тигән күрһәтмә килде лә ҡуйҙы. Береһенә биреп ҡарай тәржемәгә, икенсеһенә, оҡшатмай. Шунан үҙем ярҙамға ултырҙым. Ҡуртымға алып йәшәгән һалҡын йортта быйма кейеп, шәл ябынып эшләнем эштән һуң, кистәрен. Шулай бергәләп ныҡыша торғас, өс ай үтеүгә яҡлап ҡуйҙы ағайығыҙ кандидатлыҡ диссертацияһынШунан инде ул докторлыҡ эшен рус телендә яҙҙы. Көн дә тикшерәбеҙ, камиллаштырабыҙ, алты йөҙ ҙә нисә бит. Шулай тырышып русса яҙып ҡына бөткәйне, Мәскәүҙән “можно и на родном языке защищаться” тигән хәбәр килеп төштө. Шулай бына, үәт! Әрмелә яҙылған бөтә шиғырҙарын да юҡ итә! – Армияла ла журналислыҡты дауам иттегеҙме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Эйе, яҙыштым, хатта, үҙемә күрә гонорарҙар ҙа алып яттым. Уныһы ла һалдатҡа апаруҡ ҡына ярҙам ине. Ленинградта эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Пискарев ҡәберлеге тураһында яҙғаным хәтерҙә, шуны барып күреп, кисерештәр менән йөрөгәс яҙылды. Армияла ни мәҡәләң баҫылғанмы-юҡмы – белмәйһең, бер көн гонорар килеп төшһә генә самалайһың. Бер ваҡыт Батыршабыҙ ултырған Шлиссельбург ҡәлғәһенә төрмәгә барырға яҙҙы. Экскурсовод башҡорт Батыршаны телгә алып һөйләй бит әй, бер яҡтан, күңелдә ғорурлыҡ. Нева ярына алып барып, бына ошонда ҡыуып етеп үлтергәндәр тигәс, шул тиклем йәнем әсене, күңел һыҡраны. Өндәшмәнем, шым ғына тыңланым, бында күпме батшалар, башҡа ҙур кешеләр ғүмерлеккә ултырған, берәү ҙә ҡаса алмаған, ти. Берҙән-бер шул Батырша ынтылған иреккә, уның һөйләүе буйынса, шунда торған әллә нисә һаҡсыны үлтереп ысҡына алған һәм йылға ярына килеп еткән. Тетрәндем дә, шул хаҡта яҙҙым. Уның да гонорары килде. Шунан һуң дәртләнеп байтаҡ яҙыштым. Ул ваҡытта “Ленинец” ине, уның башҡортса тәржемәһе сыға, мин яҙмаларымды башҡортса яҙып ебәрәм.
– Шиғырҙар ҙа ижад итә инем тигәйнегеҙ?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Вузда ныҡлап Рәми Ғарипов, Хәким Ғиләжев, Миәссәр Басировтарҙың әҫәрҙәрен уҡый башлағас, әрмелә яҙып маташҡан бөтә шиғырҙарымды яланғас хис-тойғоларҙы ритм-рифмаға һалған әйберҙәр һымаҡ һанай башланым һәм уларҙы юҡ иттем. Үҙемә талаптар ҙурыраҡ булғандыр. Ҡайһы бер хәҙерге шағирҙар яҙған примитив нәмәләрҙе уҡып, уй Аллаҡайым тием, рифма-ритмға ғына ҡороуҙан шиғыр әҫәр булмай шул әле. Ташып сайпылып торған хис-тойғо, ҡабатланмаҫ фекер осошо ла кәрәк шул.
– Шулай итеп, әрмелә тик яҙышып яттығыҙ инде?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Юҡ, ҡайҙан инде! Рәссамлыҡ хыялымды әрмелә лә онотманым. Армияла элек һалдатҡа белем алырға мөмкинлектәр бар ине, кискеһен хәрби часҡа килеп уҡыттылар. Бөтәһенә лә рөхсәт юҡ, командование лайыҡлыларҙың исемлеген төҙөй ҙә, шуларҙы ғына йөрөтәләр ине унда. Артабан, ниндәй йүнәлештә уҡырға теләйһең, шунда имтихан бирәсәк фәндәрҙән белемеңде шымартаһың. Бер ваҡыт, Ҡазанда архитектура факультеты бар тигән мәғлүмәт килеп эләкте лә, шунда барырға булып киттем. Рәсем буйынса часта әҙерлек юҡ, математика, тарих, рус теле лә кәрәк, шуларға йөрөйөм. Бер аҙҙан атай-әсәйҙәргә хат яҙҙым, улар яуап яҙмай инде, уларҙың һүҙенән ағайҙар яҙа. Был малайҡайҙалыр Ҡазанда уҡыясаҡ тип күҙ алдына ла килтерергә теләмәнеләр, ҡайҙа ул! Шул тиклем тыңлаусан булғанмын, атай-әсәй һүҙен йығыу юҡ, Ҡазанды уйлау бөттө, ҡайтаһың тинеләр. Ә мөмкинлек бар ине!
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Рота старшинаһы булғаныңды һөйләмәнең әле...
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Взвод командир урынбаҫары булып йөрөгән мине, сверхсрочник урынына, бойороҡменән рота старшинаһы итте лә ҡуйҙылар. Әтнәкәһе: төшөрөргә яратҡан сверхсрочниктың "недостача"ларын яйға һалырға тейешмен. Рота, батальон командирҙарының ышанысын аҡларға тырыштым, берәй нәмәгә тейһәмсе, 8- 10 ай эсендә етмәгәнде тырыша-тырыша теүәлләттем. Мин дә алдағы старшина һымаҡ рәхәтләнеп түшәк кәрәк-ярағын, кейем-һалым, итек-фәләнде “левый”ға йә ауылға ебәреп тә ята алыр инем дә... Әлеге лә баяғы, инә һөтө менән ингән яуаплылыҡ, намыҫ, әҙәп аша үтеп булмайҙыр.
– Филология факультетына йыйынмағас, унда нисек барып эләктегеҙ һуң?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Мәктәптә тарих фәнен дә ярата инем. Әрмелә лә тарих уҡыным, рус телен дә, шунан, Ҡазанға юл ябылғас, тарих факультетына китергә булдым. Элек кем яҡшы хеҙмәт итә, әрме хеҙмәтенең һуңғы йылында вузға барып имтихан биреп ҡарай ала ине. Үтә алмаһа, хеҙмәтен дауам итә, тик әрме мәленә имтихан биреп йөрөгән ваҡыты ла өҫтәлә. Шул мөмкинлекте файҙаланып, киттем Өфөгә. Барһам, тарих факультетына сит телдән имтихан тора бит, ҡәһәрең. Мәктәптә бер-ике йыл уҡытып та ҡаранылар ул сит телде, әммә аттестатта билдә юҡ, әрмеләге әҙерлектә лә ул фән булманы. Шул ваҡыт Түләк Ғирфанов атлы уҡытыусы аптырап ҡарап тороуымды шәйләп, эргәмә килде лә, беҙҙә сит тел кәрәкмәй, тип филологияға әйҙүкләне, ризаллатты. Башҡорт теле, әҙәбиәтенән дә имтихан бит инде, ә мин уларҙы әле уҡымағанмын, ярай тарих, рус теле һәм әҙәбиәтенән әҙерлек бар. 4-се ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Ә ҡулда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бер ниндәй дәреслек тә юҡ. Яйын таптым, абитуриент ҡыҙҙар көндөҙ әҙерләнә, мин уларҙың дәреслектәрен алып төндә, таң атҡансы ултырам. Етеме-һигеҙме кеше ине ул ваҡытта бер урынға. Шулай итеп, мин осраҡлы ғына филология факультетының башҡорт-рус төркөмө студенты булып киттем.
Өйләнешергә китеп барған йәш парҙы күреп, вахтер шаҡ ҡатып ҡолап китә яҙа
– Ә еңгә менән нисек танышып, дуҫлашып киттегеҙ?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Мин дә шул йылда башҡорт-рус бүлегенә төбәп барғайным. Тик декан, русса яҡшы беләһең тип, мине рус теле һәм әҙәбиәте төркөмөнә яҙған да ҡуйған. Рус телең һәйбәт, һин миңә рәхмәт әйтергә тейеш, эшкә йүнәлтмә бөтә СССР буйынса буласаҡ, ти. Ярты йылдан тырышыпныҡышып йөрөй торғас, башҡорт-рус бүлегенә кире күстем, барыбер. Унда уҡытыусыбыҙ төркөмдәштәремдең рус теленән белемдәрен нығытыу өсөн кистәрен дәрес биреүемде һораны. Диктант яҙҙырам да төҙәтәм, бер ыңғай аңлатып ултырам. Ғиниәттәрҙең бүлмәһендә шөғөлләнәбеҙ. Ул ишек төбөндәге карауатта гел китап уҡып тик ята, беҙгә ҡатышмай. Иптәштәремә, ошо ағай нисә килһәң дә уҡып тик ята, тигән булам. Шулайтып, бер нисә ай бүлмәләренә дәрес бирергә йөрөнөм. Шулай бер мәлде бер егет миңә ныҡлап бәйләнә башланы, кәләшем буласаҡһың, ти ҙә ҡуя. Аптыратҡас, әхирәтем Гәүһәр Ғиниәт ағайға әйтеп ҡарайыҡ тине лә, яҡлау эҙләп уға барҙыҡ. Ул төркөмдә иң абруйлы ағай ине беҙҙең өсөн. Ҡарале, ысынлап, шул егет менән һөйләштеңме ул теге саҡта?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Һе, илле йылдан ашыу ваҡыт үткәс һорап тораһыңмы? Нисек уйлайһың һуң үҙең? Холоҡһоҙ ине лә инде ул. Түрә балаһы булғас, бөтәһе лә уныңса булырға тейеш, тип уйлай ине. Әйттем ныҡ итеп.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Килмәне башҡа ул егет, үпкәләп йөрөнө. Ғиниәт башта хистәрен бик белдереп барманы. Аҙаҡ киноға, театрға йөрөй башланыҡ, кафеға ла ингеләй торғайныҡ. Мине гел етәкләп йөрөттө ул. Шуға ла, дүртенсе курсты бөтөп, өйләнешкән көндә икәү туй кейемендә ятаҡтан сығып барһаҡ, вахтер әбейҙең иҫе китте. “Әстәғәфируллаһ, абыйың икән тип йөрөнөм битбынау егет һеңлеһен ҡарап ҡына йөрөтә, тип гел һоҡланып ҡала инем, оҡшашҡанһығыҙ бит әле”, – тип аптырап бот сапты.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Өс йыл ҡарапҡына йөрөп алғанмын инде үҙеңде (йылмая).
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Икебеҙ ҙә 1972 йылдың йәйендә эшләп, туйға аҡса тупланыҡ. Студент туйын август аҙағында “Башҡортостан” ресторанында үткәрҙек, үҙебеҙсә. Шағир Рәми Ғарипов, йырсы Венер Килмөхәмәтовты тап итеп саҡырғайныҡ, улар ҙа ҡатнашты туйыбыҙҙа. Киләһе йыл, Аллаһ бойорһа, алтын туй була инде. Шунда Рәми ағай беҙгә туй бүләге итеп “Башҡорт теле” шиғырын уҡыны, әле лә ята үҙенең ҡулы менән яҙған шул яҙмаһы. Васыят итеп әйтәм һеҙгә, йәштәр, балаларығыҙҙы башҡортса уҡытығыҙ, телде белһендәр, халҡыбыҙға лайыҡлы алмаш үҫтерегеҙ, тине. Диплом алғас эшкә икәүләп китер өсөн бишенсе курс башында өйләнештек. Уҡып бөткәс, мине Сәйетбабаға ебәрҙеләр, ә Ғиниәтте Фәндәр академияһына аспирантураға алды ла ҡалдылар. Ғиниәт үҫкән йортҡа барғас иҫем китте.
– Ауыл тормошонамы ни?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Юҡ инде, үҙем дә ауыл ҡыҙымын. Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында, меңдәрҙең Ҡәнзәфәр бейе тыуған ауылда, тыуып үҫтем. Сәйетбабала мине йорт йыһаздары хайран итте. Өй эсендәге зауыҡлы ыҡсым комод, ҙурайтып була торған өҫтәл, кейем шкафы, хатта асылмалы диванды ла Ғиниәт үҙ ҡулдары менән эшләгән булып сыҡты. Ул ғына ла түгел, мейес ҡашағаһында ултырған, кирбестән юнылған Ленин һәм Пушкин скульптураларының да авторы һөйгәнем булып сыҡты. Етмәһә, ул эшләгән ҡумыҙҙар ҙа бар икән. Тормош иптәшемде бөтөнләй икенсе яҡтан астым.
– Рәсем буйынса китһә, Ғиниәт Сафиулла улына, илһамлы кешегә, һәйбәтерәк тә булған икән?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Бәләкәй саҡтағы һөнәрҙәр күп инде ул. Әгәр минбашҡа профессияла, мәҫәлән, инженер йә бүтән берәй эштә эшләгән булһам, хатта рәссам булмаһам да, пенсияға сыҡҡас картиналар төшөрөргә тотоноп китер инем ул. Ғилми хеҙмәт кенә пенсияға сыҡтың тип туҡталып тора алмай шул.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Тауышы ла көслө, моңло, матур йырлай.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Йәш саҡта йырлаған да булды. Әммә мин иҫ киткес оялсан инем. Әле генә тормош әҙерәк ҡыйыулыҡҡа өйрәтте, тик һаман да әрһеҙлеккә эшкинмәйем.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Яңыраҡ вуз уҡытыусылары медицина тикшереүе үткәндә, араларында иң өлкәне булһа ла, сиратҡа тартышҡан ярайһы олпат кешеләрҙең ҡыланышынан уңайһыҙланып, алты сәғәт кабинеттар төбөндә ултырып ҡайтты. Намыҫы ҡушмағас, оятһыҙлана белмәгәс, тартынып ултырған инде. Өҫтәүенә, унда тикшереү үткәндәрҙең күбеһе заманында үҙе уҡытып кеше иткән белгестәр бит әле.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Һүҙҙән ситкә киттең, эйе, йырлаштырҙым да, ә бына бейергә өйрәтә алманылар мине. Архивтарҙа ултырып күп шәхестәребеҙҙе астым Ғиниәтулла Сафиулла улы. Аспирантураға тиклем ике тәҡдим булды әле. Башта дин мәсьәләләре буйынса эшләргә тип КГБ-ға ҡалдырыу өсөн йыл тирәһе өгөтләнеләр. Теләк булманы, баш тарттым, коммунист булмағас, бойороҡ менән алып ҡала алмайҙар ине. Шунан инде миңә Стәрлетамаҡтағы колония мәктәбенә директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. "Особый" полкта хеҙмәт итеүем сәбәплелер, тием быларҙы. Әйтеп китергә кәрәк, шуның арҡаһында аҙаҡ нисә тапҡыр сит илгә лә сыға алманым. Колонияға директор булыу тураһында хыялланғанмы ни мин, ҡайҙан, ҡот осто, унан да баш тарттым. СССР-ҙың Башҡортостан Фәндәр академияһы филиалында аспирантураға урын бар ине, шунда риза булдым да ҡуйҙым.
– Революцияға тиклемге әҙәбиәт темаһын үҙегеҙгә тәҡдим иттеләрме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Университетта уҡығанда Кирәй Мәргән ағай ҡыҙыҡһыныуҙарымды самалаған, күрәһең. Диплом эшен “Ҡоман мәжмүғә”һе буйынса яҙҙым бит, XIII быуат башында ижад ителгән әҫәр ул саҡта әле бөтөнләй эшләнмәгән, өйрәнелмәгән ине. Миңә, студентҡа, шул теманы тәҡдим иттеләр. Өфөлә материал юҡ, Мәскәүгә командировкаға ебәрҙеләр. Командировка тигәс тә, юл хаҡы ла, көнөнә бер тәңкә аҡса инде. Шиғырҙар яҙған Зөфәр Атауллин тигән курсташым менән юлланғайныҡ Мәскәүгә. Йөрөй торғас, Зөфәр һыуыҡ тейҙереп ауырып китте. Күңелде төшөрмәнек шулай ҙа. Ленин китапханаһына, архивтарға йөрөнөк. Вокзалда йоҡлайбыҙ ҙа, китапхана йә архив асылыуға барып та торабыҙ, ҡыуып сығарғансы ултырабыҙ. Материал туплап, кемдәрҙеңдер Германияла баҫтырған әйберҙәрен, башҡа документтар табып, копияларын алып ҡайттым. “Кодекс куманикус” темаһы буйынса дипломға материал шулай тупланды. Эште ваҡытында яҙып, уңышлы яҡланым. Әйткәндәй, уны миңә БДУ-ға эшкә килгәс, Әхмәт ағай Сөләймәнов, бына һинең диплом эшең, тип килтереп тотторҙо. Кирәй ағайҙың өҫтәлендә генә ятты, диплом эшеңде махсус курс итеп уҡыуҙа файҙаланды, тине. Ысынлап та, туҙып бөткән ине шул. Файҙаһы тейгәс бик шатмын, эшкә яраған, тинем. Диплом эшем үҙенә күрә ажиотаж тыуҙырған булған икән шул. Боронғоларҙы яҙғанды Ғайса ағай Хәсәйенов белеп ҡалған, шунан, күмәкләп револю - цияға тиклемге әҙәбиәт темаһына, Өмөтбаев ижадын өйрәнергә ҡоҙаланылар. Юҡ менән булма, Мөхәмәтсәлим Өмөтбайҙың мираҫы бәләкәй, кандидатлыҡ эше килеп сыҡмай ул, тип әйтеүселәр ҙә булды. Өндәшмәнем, баш баҫып эшкә тотондом. Ленинград, Ырымбур, Мәскәүҙәргә юлландым, архивтар - ҙың ниндәйҙәрендә генә ултырманым да соҡсонманым, китапханаларҙағы, төрлө фәнни йәмғиәттәрҙәге һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар бүлектәрендә лә эҙләндем. Һөҙөмтәлә, һөйөнөрлөк асыштарға юлыҡтым. Ә бит тикшереү объектының үҙендә генә соҡсонһаң, тема тейешенсә асылмай. Уға таяныс булырҙай фон кәрәк, теманың ыңғай яғы ла, кәмселеге лә, ғилми яҡтан асылыуы тәрәнлеге лә, матурлығы ла ул ана шул фонда асыҡ күренә. Һәр нәмә сағыштырыуҙа асыҡлана бит.
– Улайһа, ул саҡта М. Өмөтбаевтың күп әҫәрҙәре лә әле табылмаған инеме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Ҡайҙан, “Йәдкәр”тип шул XIX быуатта яҙма төрки телендә үҙе баҫтырған бәләкәй йыйынтығы булғанын ғына беләләр ине. Мин бит уны архивтарҙан табып алған, ҡулъяҙма хәлендә ҡалған сығанаҡтар менән әллә күпмегә тулыландырып, иҫке төрки һәм рус телдәренән хәҙерге башҡорт теленә ауҙарып китап итеп сығарҙым.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Шунда бит, китап аҙағында үҙе тапҡан бик күп архив мәғлүмәттәренә һылтанмалар бирҙе. Ҡайһы бер, үҙҙәре мәғлүмәт эҙләргә яратмаған кешеләр, шул һылтанмаларҙы ҡулланып, архивҡа бер инеп тә ҡарамайынса, ғилми эштәр ҙә яҙҙы, ундайҙар ҙа бар икән ул фән донъяһында.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Ошо тема буйынса беренсе мәҡәләмде әҙерләгәндә фон тыуҙырырға тип Неплюев исемендәге кадет корпусы материалдарын өйрәндем. Сәлихйән Күкләшев, Мирсәлих Биксуриндарҙың башҡорт булыуҙарын раҫлаған документтарға юлыҡтым, ижад емештәрен барланым. Тәжрибәһеҙ, хәйләһеҙ йәш кеше ни, шул сығанаҡтарҙы фондтарына, һаҡлау берәмектәренә, биттәренә тиклем барсаһын биргәнмен. Әйҙә, ал да ҡуллан ғына! Гөлнур әйтмешләй, шулай булғыланы ла, ғилми этиканы онотоп ебәргәстәре ни.
– Фәндә, тимәк, тәүҙә төплө эҙләнеү кәрәк…
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әйтеп тораһы ла түгел, энәһе-ебенәсә төпсөп, баш баҫып эҙләнеү бик тә кәрәк, тегенәнбынан сәлдереп ысын ғилми эш эшләнмәй ул. Бигерәк тә элекке документтар менән эш иткәндә. Боронғо әҙәби-мәҙәни мираҫ – шул уҡ тарих бит ул. Бөгөн мәғлүмәт туплау мөмкинлеге иҫ киткес ҙур һәм еңел. Ә элекке ваҡытта бит ҡара тир менән табыла ине барыһы ла. Архивтарҙы асҡанды көтөп тороп, ҡыуып сығарғансы соҡсоноп күсереп яҙып ултырыуҙар... Ана минең ҡулдан яҙып алған материалдар күпме ята, ҡайһы берҙәрен урынында тәржемә итә алмағас, ғәрәп графикаһында, нисек бар, шулай күсереп алғанмын. Копия алып булыр ине лә, ул заманы өсөн ҙур ғына аҡсаһын ҡайҙан алаһың. Шулай ҙа, мәҫәлән, Мартиниан Ивановтың 1842 йылда донъя күргән, Мәскәүҙә лә бер генә данала һаҡланған китабын шулай эшләтеп үҙебеҙгә ҡайтарта алдым.
Халыҡҡа халыҡ ижадын аңлатҡандар, ошо үҙе абсурд түгелме ни?
– Мәжит Ғафури тураһында ла хеҙмәт яҙҙығыҙ, уның ҡулъяҙмаларының булған барыһы ла Ҡазандамы?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Бөтәһе лә түгел, Ҡазандағыһын ни өсөндөр, беҙгә күрһәтә һалып бармайҙар. Тамыры менән тотош башҡорт, шәжәрәләренән генәме, башҡорт икәне хатта ауылынан, халыҡты иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарынан күренеп тора. Паспортында ла башҡорт тип яҙылған, күсермәһен мин яҙған мәҡәләгә дәлил рәүешендә үҙегеҙ журналда баҫтығыҙ ҙаһа. Әммә татар коллегаларыбыҙ, нишләптер, уны бары татар әҙибе тип яҙалар. Йәшерен-батырыны юҡ, үҙебеҙҙең М. Ғафури фонды етәкселәре лә был тирмәнгә һыу ҡойоуға күп көс һала. Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Бигерәк тә Совет осоронда күршеләребеҙ тарафынан рухи байлыҡтарыбыҙҙы үҙләштереү таралған күренеш булды шул. Тап шул сәбәптән байтаҡ хазиналарыбыҙ хәҙер уртаҡ ҡомартҡы булып йөрөй. Бер заман, Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетында эшләпултырғанда, 1974 йылда сыҡҡан ике томлыҡ “Татар халыҡ ижады”н Америкаға ебәрергә теләйҙәр, тип экспертизаға килтерҙеләр. Зәңгәр тышлы, әле лә күҙ алдымда. Уҡый башланым да, сәстәрем үрә торҙо, туҡһан процентҡа башҡорт халыҡ ижадынан тора. Күп һүҙҙәре (әлбиттә, башҡорт һүҙҙәре) аңлашылмағас, китаптарҙың һәр битенең яртыһы тиерлек аңлатмаларҙан, тәржемәләрҙән тора. Йәнәһе лә, боронғо һүҙ-төшөнсәләр, бөгөнгө уҡыусылар аңламай. Халыҡҡа халыҡ ижадын аңлатып, тәржемәләп яҙыу – ошо үҙе абсурд түгелме ни?
– Ғиниәтулла Сафиулла улы, архивтарҙа күп ултырғанһығыҙ, унда бөтөнләй замандаш ғалимдарҙың ҡулы теймәгән, өйрәнелмәй ятҡан әйберҙәр күпме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әлбиттә. Араларында иҫ киткес әйберҙәр ҙә осрап ҡуя. Бына юлыңғай ғына осратҡан бер факт тураһында әйтеп китәйем. Темама туранан-тура ҡағылмаһа ла, ҡулға эләккәндәрен иғтибарһыҙ үткәрмәй инем. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырған ваҡытта халыҡты ҡорал менән генә түгел, бөгөнгөсә әйтһәк, биологик ҡорал менән дә ҡырғандарын үҙ күҙем менән уҡығас, күҙҙән йәш килеп сыҡты. Карателдәр үҙҙәре менән сифилистән ыҙа сиккән һалдаттарҙы йөрөткәндәр. Шуларҙан беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләткәндәр, ә башҡорттар ул ваҡытта ундай алама ауырыуҙарҙы дауалауҙы ҡайҙан белһен?
– Был мәғлүмәт таныш бит миңә. Телебеҙҙе цифрлаған йәш ғалим Искәндәр Шакиров менән әңгәмәләшергә барғанда, ул мине Өфөләге фәндәр академияһының антропология бүлеге менән дә таныштырып, экспертизаларҙан күренеүенсә, үткән быуаттарҙа халҡыбыҙ араһында шул һеҙ әйткән яман ауырыу таралған булған, тип ҡуйғайны. Беҙҙең халыҡ һәр саҡ иманлы булған, төптө хаталыр был мәғлүмәт, тип уға күңелем дә ҡалып йөрөнө. Бына, көтмәгәндә... Халҡыбыҙ, нисек кенә әсе булмаһын, ысын тарихты белергә хоҡуҡлы!
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Шулай, архивтарҙа өйрәнәһе, асыҡлайһы әйберҙәр бик күп. Бөгөн, шөкөр, күп нәмә асыла. Йәштәргә мөмкинлек ҙур хәҙер эшләргә. Элек ҡайҙа ул ундай яйҙар, өҫтәүенә күп нәмә сикләнә ине, бөтә фонд та асылмай ине бит. Мәҫәлән, мин Ризаитдин Фәхретдиновтың фондын ҡарайым тип Ленинградта Көнсығышты өйрәнеү институтына аспирант саҡта уҡ мөрәжәғәт итә башланым. Бер барҙым, ике, миңә, “фонд еще не описан”, тип бирмәнеләр уларҙы. Тасуирлау эшләнгәнен белгәс, 2004 йыл, ҡабат барҙым. Ысынлап та, Ризаитдин Фәхретдинов фонды ике йөҙҙән артыҡ һаҡлау берәмегенән тора, ваҡытында академик Самойлович һорағас, һайлап ебәргәндер инде, һәм, бына, өйрән дә өйрән! Мәҫәлән, тарихи Башҡортостанда мәғрифәтселек хәрәкәтенә юл ярыусыларҙың береһе, Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусы уҡытыусыһы, ғалим, әҙип Сәлихйән Күкләшевты татарҙың тоҡомдан килгән дворяны, тип яҙалар бит инде ҡәрҙәш коллегалар. Р. Фәхретдинов фондын ҡараһам, сығанаҡтарҙа аҡҡа ҡара менән башҡорт тип яҙып ҡуйылған. Был хаҡта монографияларымда ла яҙҙым, дәреслектәргә лә индерҙем. Бер ниндәй ҙә татар дворяны түгел, башҡорт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярлыланған, хәйерселеккә төшкән башҡорт дворянының улы. Ул өйләнмәгән дә хатта, дворян титулы булһа ла, йәшәр урыны ла булмаған. Бер татар сауҙагәренең флигелендә йәшәп үлеп киткән. Архивта эҙләнергә лә эҙләнергә кәрәк әле беҙгә, теләк кенә булһын!
Бер уянып китһәм, өҫтөмдә ҡомаҡ йөрөп ята
– Шунан, Гөлнур еңгәне ҡасаныраҡ кире ҡалаға күсереп ала алдығыҙ һуң?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әҙәбиәт, әҙәп тием дә ул. Шул артыҡ әҙәпле булыуҙан байтаҡ михнәт тә күрелде. Аспирант булғас өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен бирҙеләр йәшәп торорға тип. Аспиранттарға бында ғаилә килтереп йәшәргә ярамай, тигәстәре, ауылдан ҡатыным менән бер йәшлек ҡыҙым килгәс, сыҡ та кит шунан! Ҡарале, мин урынды бушатып китеүем булған, сос ҡына математик аспирант егет ҡатыны менән барып та кергән. Бына беҙҙең башҡорттоң ябайлығы, бөтәһенә лә ышаныуы, бер ҡатлылығы.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Шулайтып ныҡ йонсоноҡ беҙ. Шунда ғына ҡалһаҡ та бит. Эй-й, әрһеҙ булмау! Фатир эҙләй башланыҡ, Өфөлә ҡарамаған соҡор, тыҡрыҡ ҡалманы. Бер таныш ғалимдың да ҡатыны ауылдан бында йәшәргә күсмәк булған. Танышыбыҙ ҡала ситендәге соҡорҙа дүрткә-дүрт метр ҙурлыҡтағы ғына бер йорт ишараты табып, кәләшен шунда алып барған. Кәләше төкөргән дә, үҙең йәшә тип кире ҡайтҡан да киткән. Һөйгәне ҡайтып киткәс, ул иптәш беҙгә шул фатирҙы тәҡдим итте. Соҡорҙа, аңлайһың инде, ниндәй кешеләр йәшәй. Ҡарайым, йорт тип тә булмай, торғаны бер мунса инде, ике тәҙрәһе бар, үҙенә күрә таҡтанан эшләнгән соланы, текә тау битләүен уйып төҙөлгән, ә күтәрелгәндә кәзә һуҡмағынан Ҡаф тауына менгән һымаҡ менәһең, ишектән сығыу менән – йырын, әгәр яңылыш баҫһаң, ҡолайһың да китәһең инде. Ни эшләйһең, мин таныштың ҡатыны һымаҡ һайланманым, үҙебеҙсә таҙартҡан, ипкә килтергән булдыҡ та, инеп йәшәй башланыҡ... Хәҙер ул урам юҡ шикелле, Проломная урамы тип атала ине. Һыуыҡ булды ҡыштарын. Нигеҙен ҡомаҡтар тишеп бөткән булған. Бер уянып китһәм, өҫтөмдә ҡомаҡ йөрөп ята, алып ырғыттым. Баланы һаҡлайбыҙ тип мейес эргәһендәге карауатта спальный мешокта йоҡлатабыҙ.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Ул йорт ишаратын һипләгән булып ныҡ булаштыҡ. Ундағы йонсоуҙар. Ете йыл йәшәнек шул соҡорҙа, Гүзәл ҡыҙым беренсе класҡа киткәнсе. Төндәрен аяҡҡабыйма, өҫкә пальто кейеп тигәндәй яҙышып ултыра торғайным. Ә утынды әллә ҡайҙан уҡ ташырға, уны табырға, килтерергә, ярырға кәрәк, әгәр ҙә төнгәсә ташып бөтмәһәң, иртәнсәккә урлап бөтәләр. Электрҙы файҙаланырға тырыштыҡ, әммә хәүефле ине.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Бер заман янып киттек, эйеме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Эйе, йылытҡысты яҡыныраҡ ҡуйғанбыҙ ҙа, одеялдың башы төшкән дә, тоҡанған да киткән.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Төрлөһө булды инде. Комиссионныйҙан балалар санаһына һалып 90 һумға бер диван алып ҡайттыҡ шул текә тауға. Ә бала мейес эргәһендәге карауатта спальный мешокта йоҡлай, тирә-яғына пәлтәләр элеп ҡуям. Шулай ҙа, бәхетле йәшәгәнбеҙ, йәш саҡ бит. Ғиниәт миңә бер заман ҡоймаҡ бешерергә өйрәтте. Әхәт дуҫым күрһәтте, табаны ошолайтып ҡына һелкетһәң, ҡоймаҡ үҙе ырғып әйләнә лә төшә, ти. Беҙҙең табаның тотҡаһы ысҡынмалы булғанын уйламаған да. Хәҙер мин бешереп торған ерҙән алды ла, табаны һелкетеп ебәргәйне, таба китте бер яҡҡа, ҡоймаҡ – икенсе яҡҡа, ҡулында тотҡа тороп ҡалды. Эй көләбеҙ.
– Ғиниәт Сафиулла улы диссертацияһын шунда яҙҙымы?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Эйе. Эштән ҡайтып сәйләп алғас та быйма кейеп алам, билгә шәл урап, пәлтә кейәм дә яҙышырға ултырам, бик һыуыҡ булып китә ине бүлмәлә. Шунда яҙып, шунда яҡланым. Алданыраҡ яҙып бөтөп, яҡлайым тигәндә баяғы рус телендә кәрәк тигән шарт килеп сыҡты бит.
Беҙ бит “однолюб”, бер башлағас, ҡалайтып ташлап ҡуяһың
– Шарттар ҙа юҡ, әйләнгән һайын бер кәртәһе сығып тора, ярай, ташлайыҡ та ҡуяйыҡ, тигән уйҙар тыуып ҡуйманымы икән?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Юҡ, Ғиниәт бик тырыш, эшкә булдырам тип тотона, аҙағына еткерә торған бөтмөр, төплө кеше ул. Әле лә төнгө өскә хәтлем яҙышып ултыра ла ҡуя.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Беҙҙең халыҡтың күбеһендә шулайыраҡтыр ул, беҙ бит “однолюб”, бер башлағас, ҡалайтып ташлап ҡуяһың, унан бурыс тигән тойғо бар бит әле, холоҡ шулайыраҡ. Әлеге халыҡ, ил тарихы менән ҡыҙыҡһыныуымдың йоғонтоһо ла булған, тип уйлап ҡуям. Өҫтәүенә, әлеп-таяҡлыҡ булһа ла, ғәрәп телен өйрәнелде. Әйткәндәй, минең ҡатын да бит теге органдарҙа көнсығыш телдәре буйынса ғәрәп төркөмөндә алған белеме менән тәржемәсе булып, төрки телдәр бүлегендә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса эшләп ултырҙы. – Хәҙер фәнни дәрәжә алыу, яҡлау еңелерәктер, эйеме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Элекке ваҡыт менән сағыштырғанда еңел, әлбиттә. Хәҙер өс-алты йыл эсендә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ яҡлап ҡуйғандар бар. Элек – ҡайҙа инде ул. Кәмендә бер ун биш-егерме йыл эшләмәһәң, докторлыҡҡа өлгәшеп булмай ине. Шуға бит инде Кейекбаев, Хөсәйенов кеүек ағайҙарыбыҙ “экземпляр” булып һаналды.
– Яр буйындағы соҡорҙағы тормош эпопеяһынан ҡалайтып ҡотола алдығыҙ?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Эшкә алғанда ҙур конкуренция, һынауҙар үтергә тура килһә лә, хеҙмәт еңелдән булманы. Әммә, тырышып, яҡшы эшләнем. Тик, начальнигымдың әйләнгән һайын этләшеүе, беҙҙе, ерле халыҡты яратмауы үҙен ныҡ һиҙҙертте. Милли кадрҙарға аяҡ салырға тырышты. Ул арала мине Мәскәүгә эшкә саҡырҙылар, балалар бәләкәй, тип баш тарттым. Азамат улыбыҙ тыуыр алдынан шулай ҙа, эшемдән фатир алыуға өлгәштем. Ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп йырып сыҡтыҡ.
Ҡайҙа китеп бөткән 121 мең башҡорт?
– Бөгөн башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәрҙең күбеһе үҙен татар һанай. Был проблемаға юл ҡуйыу ваҡытында Таһир Байышевтың фекеренә ҡолаҡ һалмауҙан килеп сыҡҡан, тибеҙ. Ни өсөн шунда абруйлы ғалимдың фекере үтеп китә алмай һуң?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. КПСС, интернационализм һәм башҡа система ҡорған рамкаларҙан сығыуы еңел булмағандыр. Һәр бер түрә шул система талаптарын үҙенсә тормошҡа ашырырға тырышҡан. Унан тағы бер ҙур нәмә: субъектив сәбәп булһа ла, шул субъектив ҡайһы берҙә объективҡа әйләнә лә китә бит. Урындарҙа ултырған йә халыҡ араһында абруй менән файҙаланған кешеләребеҙ араһында “бохайыр”ҙарыбыҙ, йәнә лә әпкәләйҙәребеҙ, ялағайланып йөрөүселәр етерлек булған. Әле лә күп ундайҙар. Үҙҙәрен, ултырғыстарын уйлап, ни булһа ла, миңә теймәһендәр, тигәндәр. Шунан файҙаланып, беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙың вәкилдәре, ҡайһы бер ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ заманында хайран ҡалдырырлыҡ, иҫ киткес эштәр ҡылып ташлаған. Нисек инде, тот та, бер һүҙең, бер һөйләмең менән 300-400 меңләп башҡортоңдо һат та ҡуй! Таһир Байышев кеүек ҡыйыу, объектив ҡарашлы ғалимдарҙың фекеренә ҡапма-ҡаршы сығып! Әле мин Татарстанға ҡушылған теге 121 мең хаҡында тәрәнгә төшмәй торам. 1920 йылдағы перепистә – 121 мең, 1926 йылдағыһында – 18 мең. Биш-алты йылда ҡайҙа китеп бөткәндәр һуң был башҡорттар? Ниндәй ҡырғын төшкән уларға? Ә улар эшләй алған, күрҙегеҙме?! Шул уҡ обком, шул дәүләт системаһы аша.
– Ышандырғандар ҙа, әммә шул уҡ халыҡ та бит әле, аптыраҡ, берәү ҙә юҡ тимәгән.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Юҡ инде, командалы-административ ысул тип атала ул. Һеҙ шулай тип уйлайһығыҙҙа ул, йәштәр. Барыбер, бөгөн дә шул уҡ административ рычагтарҙың, етәкселектәгеләрҙең бер нисә хәрәкәте, бер-ике һүҙе етә күпме етди мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, ә теге ваҡытта бигерәк тә! Әйтәйек, район башлығы саңғыға баҫа икән, артынан күптәр баҫасаҡ бит.
– Нишләп күрше ҡәрҙәштәребеҙҙең килеп сыҡҡан сәйәсәттәре, беҙҙеке килеп сыҡмаған һуң?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Шуны һөйләп торабыҙ ҙаһа, кемдәр, ниндәй ҡәүем вәкилдәре ҙур-ҙур етәкселәр булып ултырған һуң хәҙер республика - быҙҙыңтөп музейы булған йәшел йортта. Нисек кенә булмаһын, бөтәһен дә кадрҙар хәл итә тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Теләһә ҡайһы ябай кеше былай ғына, теләһә ҡайһы мөһим мәсьәләне хәл итеп ултыра алмай ҙа инде.
– Ғиниәт ағай, эштәрегеҙҙе дауам итеп алып китерлек кемдәрҙе күрәһегеҙ?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әйткәс әйтәйем инде, йәштәр һәлкәүерәк. Әҙерләгәндәрем дә апаруҡ та, ун ике кандидат, бер-ике доктор ҙа бар. Әммә фиҙакәрлек самалы шул, әҙерәк әүҙемерәк эшләһендәр ине, тигән теләгем бар. Кадрҙар әҙерләнде, әҙерләнә, әгәр әҙерләнмәһә, бөгөн республикала берҙән-бер башҡорт әҙәбиәте кафедраһы йәшәмәҫ ине әле. Ҡыҙғанысҡаҡаршы, бер бөртөк ҡалдыҡ.
– Өмөт бармы һуң шунан?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Мин үҙем әҙерләгән кадрҙарға ышанмауҙан әйтмәйем бит быларҙы, улар ҙур эштәр эшләй алырлыҡ, иманым камил. Иғтибар итегеҙ әле, әгәр һикереп төшөрлөк, сумырлыҡ күле, йылға һыуы була икән, унда ҡолас ташлап, уйнап-йөҙөргә теләүселәр барыбер табыласаҡ, тәүҙә йөҙә белмәһә лә, йөҙөргә өйрәнәсәк. Күле булһа, балыҡтары күбәйә ул. Бының өсөн ана шул социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттар кәрәк, милли аң, патриотик тойғо юғарылығы, фекер-ҡараш киңлеге талап ителә.
– Әлеге ваҡытта беҙҙә ул шарттар юҡ бит инде…
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Шарттар юҡ, тип һыныҡҡа һылтау итеп ебәрәбеҙ ҡайһы берҙә. Миҙалдың ике яғы тигән һымаҡ, теге ваҡытта, мин ғилем донъяһына килгәндә, нимәнелер ысынлап та уйлап та, теләгәнемде ысҡындыра алмайыраҡ ултыра торғайным. Хәҙер теләгәнде, әйтә, еткерә алабыҙ, әлбиттә, аҡыллы сиктәрҙә. Бер ваҡытта ла йәмғиәттә йәшәп йәмғиәттән азат булып булмай. Был бик бөйөк фекер. Кешемен тигән кеше халҡы азат булмайынса, азат була алмай, шул уҡ мәлдә, бер ваҡытта ла абсолют азатлыҡ була торған хәл түгел. Демократия тип ныҡ хәйләләштерелгән сәйәсәт алып барыла теге яҡтан, демократия булғанда ла, кеше баяғы әҙәп, иман, оят тигән нәмәләрҙә үҙен сикләйәсәк. Бына ошонда килеп тыуа бурыс тойғоһо тигән нәмә.
– Кем алдында?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әһәһә-ә, кем алдында, иң элек үҙеңдең алдында, намыҫың алдында. Әгәр кеше үҙенән башламай башҡаларҙан ғына талап итә икән, ул – ғифриттәй ҙур эгоист, үҙенең генә мәнфәғәтен күҙәткән, яҡындарын, коллективты, йәмғиәтте, халыҡты уйламаған карьерист. Бурыс тигәндән, әҙәбиәттә, ижадта, үҙегеҙ беләһегеҙ инде, юҡҡа ғына героик, трагик, драматик тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килмәгән. Шуға бит үҙ йөрәгеңдә, күңелеңдә, уй-зиһенеңдә көрәш бара, бер туҡтауһыҙ бара бит ул, шунһыҙ йәшәү, үҫеш-үҙгәреш юлы юҡ.
Нимә ти был: ҡайҙа рәхәт, шунда тыуған ил!
– Хәҙер йәштәр милләт тигән төшөнсәгә бик иғтибар итмәй, улар үҙҙәрен донъя кешеһе итеп тоя, ундай кешеләрҙә халҡыңа ҡарата бурыс булыуы мөмкинме икән һуң?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Был бер яҡтан рациональ, дөрөҫ ҡуйылған һорау. Әммә бында ҡытай диуары ҡуйырға ярамай. Барыбер ҡан хәтере, күсәгилешлектигән нәмә була. Әлеге 16-20-ләге йәштәр, уларҙың ата-әсәләре 40-50 йәштәрҙә, уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләре 70-80 йәштәр тирәһендә, эйеме? Улар ошолай- ошолай бер-береһен алмаштыра килә, алдағы быуындан киләсәккеһенә саҡ ҡына булһа ла, молекула тип әйтмәгәндә лә, ядролары булһа ла күсә. Тик, ысынлап та, рационализм көсәйә бара хәҙерге заманда. Кисә генә уҡып ултырҙым. Баймаҡ районынан сыҡҡан егет, физмат бөткән дә Белоруссияға китеп, Минскиҙа бер ҙур компанияға урынлашҡан, тәжрибә туплай килә үҙ эшен асҡан. Хәҙер ул серегән бай уҡ булмаһа ла, фатиры, башҡа фәлән-төгәне бар. Нимә ти был: ҡайҙа рәхәт, шунда – тыуған ил! Где родился, там пригодился түгел, ә где хорошо – там Родина! Хәйер, тыуған ил-ер тип ҡысҡырып йөрөгән байтаҡ ағайапайҙарҙың да балалары, хатта үҙҙәре үҙәк ҡалаларҙа төпләнеү йә сит илдәргә сығып китеү яғын ҡарай шул.
– Улар сит ерҙә бит башҡорттарҙы күтәрәләр.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Уныһы, төптәнерәк уйлаһаң, шулай инде. Аҡыллы беҙҙең йәштәр, ҡайҙа ла юғалып ҡалмайҙар, үҙҙәре донъя кимәлендә бит фекер йөрөтөрлөк, шул аренала үҙ урындарын табалар ҙа. Тик тыуған ерҙәрен, халҡын онотмаһындар, форсаттары булғанда ярҙам ҡулы һуҙһындар ине, туҡрап-туҡрап теге донъяға китер ваҡыт еткәс кенә уларҙы иҫтәренә төшөрмә - һендәр ине ул. Халҡыбыҙҙа һәр саҡ иң алға ҡуйылған ҡиммәттәр – тыуған ер, туған тел һәм халыҡ ҡәҙере культының һүнеүе милләтте һәләкәткә килтермәҫме һуң? Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр тигән һымаҡ, бөтәһе лә тырымтырағай таралып бөтһә? Әлбиттә, һәр заманда яҡшы шарттарҙы эҙләү, шуға ынтылыу булған. Башҡортостаныбыҙ тип кенә ятмайбыҙ шул. Әле лә шулай инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ә шулай ҙа ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫтай, үҙ урынынтабырҙай, донъя кимәлендә фекер йөрөтөрҙәй булған йәштәребеҙ башҡорттарҙы сит ерҙә түгел, ә үҙ илендә күтәрһәләр, ниндәй яҡшы булыр ине.
– Эсегеҙ бошалыр инде, шундай ҙур факультетты етәкләнегеҙ, һеҙ декан саҡта Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының БДУ-ла гөрләп торған сағы ине бит.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Юҡ, башта ҙур факультет түгел ине, бәләкәйҙән башлап ҙурайттыҡ бит.
– Беҙ ҙур сағында уҡыныҡ, бөгөнгө менән сағыштырып әйтәм инде. Беҙ курста 150-ләп булдыҡ.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Хәҙер төркөмдәрҙә 8-15 кеше, шөкөр, 15-25 еткән төркөмдәр ҙә була башланы.
– Мәғариф системаһындағы көрсөк арҡаһында шулай килеп сыҡтымы?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Оптимизация (көрһөнә), аҡса. Баяғы әхлаҡтың бәҫе төшөүе, гуманитар өлкәгә иғтибарҙың әҙәйеңкерәүе әҙәбиәт, рухиәт, филологияның бәкәленә ярайһы һуҡты.
– Әле юғары белемдең бәҫе төшкәнерәк осор бит, ул студенттарҙың үҙҙәрен тотошонда, кәйефендә лә һиҙеләлер?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Юғары белемдең бәҫе төшкән тип үк әйтмәҫ инем. Ниндәй генә осорҙа булмаһын, белем барыбер тормоштағы иң ҙур хазина бит ул. Әлбиттә, белемдең төрлө йүнәлеше бар, нефтселәрҙең бер ҙә бәҫе төшкәнгә оҡшамай бөгөн, йә химиктарҙың, медиктарҙың. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баяғы мин әйткән оят, намыҫ, выждан, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләр үҙенән-үҙе кешенең инсаниате, күңел донъяһының ниндәй булыуынан килә бит. Инсаниәт өлкәһенең ҡәҙере, ысынлап, төшә, быны бер милләткә, халыҡҡа ғына бәйле күренеш тип иҫәпләмәйем, ҡайҙа ғына булһа ла шулай. Фатирҙарға броня ишектәрҡуйып бөтөп барған ваҡытта, йоҙаҡтар хәҙер күңел донъяларына ла эленә, уларҙың ишектәре шығырлап асыла шул. Мәктәптә күҙ ҙә йоммай класташтарыңды, вузда курсташтарыңды атып, пенсионерҙарҙы талап, балаларҙы көсләп, үлтереп йөрөүҙәр рухи күсәрҙең муртайыуынан, әхлаҡтың, рухиәттең түбәнәйеүенән, милли аңдың тоноҡланыуынан килә бит. Ошо хәл студенттарҙың үҙҙәрентотошонда ла, кәйефендә лә бөтөнләй сағылыш тапмай тип әйтеүе ситен, әлбиттә. Әхлаҡи, интеллектуаль-мәҙәни кимәлебеҙҙе күтәреү, гуманитар өлкәләрҙе үҫтереү хаҡында тейешле хәстәрлек күрмәү намыҫыбыҙ төбөн сысҡан тишеүгә килтерә лә инде. Был мәңге килгән проблема ла ул, алтын-көмөшкә генә табынып ултырып, йылғаның икенсе ярын онотоп ебәрһәк, йылға ул ярҙы йыуасаҡ, емерәсәк. Барыбер бит йылғаның матур итеп ағып ятыуы ике ярҙың да имен-аман булыуына бәйле. Ике ярҙың береһе емерелһә, уларҙы тоташтырып тороусы күперҙән сығып булмаясаҡ бит әле. Һүҙ ҙә юҡ, һәйбәт иҡтисад кәрәк, малы-донъяһы кәрәк, әпәкәйһеҙ берәү ҙә йәшәй алмай, әммә был барыбер тормошобоҙҙоң бер ҡанаты ғына. Икенсе ҡанаты булмаһа, оса алмаясаҡбыҙ бит. Шуға ла рухиәткә, гуманитар өлкәләргә, әҙәп, әҙәбиәткә илтифат кәрәк.
– Студенттар хәҙер икенсе төрлөмө, элеккенән айырылалармы?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Әле генә әйттем бит. Ситуация бөтөнләй икенсе хәҙер. 3-4 курста махсус курс алып барам. Унда китапта яҙылмаған, булмағандарҙы һөйләргә тырышам. Хәйер, китап та уҡып бармайҙар шул йәштәребеҙ. Тоттом да, һорайым 4 курстан, бынан бер йыл элек кенә “Ағиҙел” дә беренсе президентыбыҙ тураһында роман баҫылды, уҡынығыҙмы, авторы кем, тием? Бер һүҙ ҙә ишетелмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онлайн форматта барған дәрестә. Аҙаҡ килеп әйттем, тимәк, өйөгөҙҙә “Ағиҙел”де алдырмайһығыҙ, тип. Алдырмайҙар килеп сыҡты.
Таныш булмаған кешеләргә башҡортса журналдар яҙҙырҙыҡ
– Үҙегеҙ “Ағиҙел”де ғүмер буйы алдыраһығыҙ, эйеме?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Икешәр-өсәр дана.
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Элегерәк “Ағиҙел”, “Йәшлек”тәрҙе туғандарға ла, хатта һис бер таныш булмаған кешеләргә лә яҙҙырта инек. Мәҫәлән, Ҡурған өлкәһендә мәктәптә милли китаптар етешмәй тигән мәҡәлә күреп ҡалып, шул ауыл мәктәбенә башҡортса гәзитжурналдар яҙҙырҙыҡ, балалар китаптары ебәрҙек. Силәбенән дә шундай хат күреп ҡалып, ул яҡҡа ла подпискалар эшләп ебәрҙек. Ләкин, бер заман, Ҡунафин үҙенең исемен күрһәтер өсөн шулай ят кешеләргә башҡорт телендәге баҫмаларға подписка бүләк итә икән, тигән һүҙ ишетеп аптыраныҡ. “Йәшлек”тең хәлдәре мөшкөл саҡтары булды, үҙебеҙҙең эш хаҡы ла ташҡа үлсәйем ине ул заман өсөн, ярҙамға бер мең аҡса тапшырҙыҡ. Бер мәл “Шоңҡар”ҙың хәле лә көрсөккә килеп терәлде, ябырға тигән мәлдә уға ла булған аҡсабыҙҙы йыйнап ебәрҙек. Ғиниәт ағайың декан саҡта ятаҡҡа ла “Йәшлек”те унышар дана яҙҙырҙы. Быларға эш хаҡының 4/1 өлөшө, хатта күберәк киткән саҡтар булды. Әйтеүе генә еңел! Дыуамаллыҡмы был. Юҡ, күңел ҡушыуы, тип уйлайым мин.
– Бөгөнгө үҙебеҙҙең әҙәбиәт тураһында нимә әйтерһегеҙ?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Бына был бик етди һорау. Әҙәбиәт ысын мәғәнәһендә ижтимағи аңдың универсаль бер сағылышы. Телһеҙ әҙәбиәт, әҙәбиәтһеҙ тел юҡ, асылда. Әҙәбиәт рухи тормошобоҙҙоң барометры ғына түгел, генераторы ла. Эйе, күсәгилешлек тигән төшөнсә бар, шул күсәгилешлекһеҙ, яҙыусылар ҡапыл ғына фекер, уй-тойғо революцияһы яһап, әҙәбиәт донъяһында бөтәһен дә үҙгәртә лә ебәрә икән, тип, максималист булып булмай. Әммә, һәр замандың үҙ проблемаһы, бар уны ҡыйыу күтәргән ваҡыттар, шыма ғынаяҙған мәлдәр ҙә була. Элегерәк мин шуны ҡабул итә алмай, хатта Булат ағай Рафиҡов, Әхиәр ағай Хәкимовҡа тәнҡит мәҡәләһе яҙып ташлағаным булды. Бөгөнгө көндә, шөкөр, төрлө формаларҙа эҙләнеү көсәйҙе. Шул уҡ ваҡытта, шаҡҡатыризмдар менән уйнап, бармаҡтан һурып яҙғандар ҙа күп әле. Совет заманындағыса геройҙарҙы ыңғай һәм кирегә генә бүлеп яҙыусыларҙың ижады бөгөнгө уҡыусыға ҡыҙыҡ түгел. Хәҙерге көндә заман проблемаларына ҡыйыу йөҙ бороп, уларҙы биҙәмәй, бөтә дөрөҫлөгөндә төрлө әҙәби формаларҙа яҡтыртҡан, киң ҡараш-фекере, тәрән хис-тойғолары менән уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыуға өлгәшкән әҙиптәребеҙ күренә, үҫә бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан ниндәй генә шәп әҫәрҙәр тыуып тормаһын, күпселек уҡымай бөгөнгө көндә. Иң ауыртҡан ер шул.
– Әҙәбиәт бар, уҡыусы юҡ һымаҡ инде.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Рәсәйҙә генә түгел, башҡа ҡитғалар кимәлендә лә йөҙ ҡыҙартмай күрһәтерлек әҙәбиәтебеҙ бар ул. Тәржемә иткәндә, рустар ҙа, француздар ҙа, инглиздәр ҙә, төрөктәр ҙә һәм башҡа кешеләр уҡыһа ла, фәһем, фекер, хис-тойғо һәм зауыҡ алырлыҡ әҙәбиәтебеҙ бар. Әҙәбиәт бит ул фекер суммаһы, һиңә шуны сәйнәп ҡаптырып ултырыусы ғына түгел. Фекерҙе уҡымлы итеп, уйландырырлыҡ, ярһытырлыҡ, илатырлыҡ, бейеп китерлек, нәфрәтләндерерлек итеп бирергә тейеш тәһә ул әҙип. Олуғ Зәйнәб Биишева апайыбыҙҙың “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрендәге Өйрәнсек кеүек, ул көршәктәрҙе бер ҡалыптан сыҡмайынса ғына тыпылдатып эшләп, уларға исемеңде яҙып ултырыу түгел. Ошондай күренештәр ҙә әҙәбиәтте уҡыусыларҙың сафын һирәгәйтмәй ҡалдырмайҙыр инде.
– Өйрәнсектәр булмаһа, Һөнәрселәрҙең ҡәҙере булмаҫ ине.
Ғиниәтулла Сафиулла улы (көлә). Быныһы шулай, дөрөҫ, ысынлап, бөтәһе лә оҫта булһа-а-а, әҙәби йондоҙлоғобоҙ тик таланттарҙан ғына торһамы... Булмай шул улай, һүҙ ҙә юҡ.
Рәми ағайҙың туйҙа биргән наказын үтәнек
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Онотмаҫ борон әйтәйем әле, бер йыл машина менән Янғантауға ял итергә барҙыҡ. Юл ыңғайы Арҡауылға Рәми ағайҙың йорт-музейына барып, астырып ҡарап, ундағы дәфтәргә Рәми ағай, һинең васыятыңды үтәнек, ике балабыҙ ҙа башҡортса һөйләшә, башҡорт мәктәбендә уҡынылар, тыныс йоҡла, тип яҙып киттек.
– Балаларығыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, улар хаҡында ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Гүзәл ҡыҙыбыҙ бәләкәйҙән музыка яратты, пианиноға, хорға йөрөнө, йырланы. Әле лә йырлай. Ҡыҙ бала булғанғамы, нисектер әсә теленә, мәҙәниәтебеҙгә һаҡсыл, оло ихтирам менән ҡарай. “Ағиҙел” журналын яратып уҡый. Азамат иһә техника йәнле. Бала сағында күршебеҙ, атаҡлы Вәкил ағай Шөғәйепов үҙенә инселәп әллә нисә ҡурай яһап бүләк итте. Шунан, ҡыҙыҡһынып китеп, түңәрәккә яҙылып, ҡурай уйнап йөрөнө. Дүрт ейәнебеҙ, бер бөртөк ейәнсәребеҙ бар. Ғиниәтулла Сафиулла улы. Гүзәл менән Азамат икеһе лә 20-се мәктәптә уҡыны. Азамат – БДУ-ның физика, Гүзәл ҡыҙыбыҙ юридик һәм иҡтисад факультеттарын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Икеһе лә хәҙер бер урында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшләй. Гүзәл бүлек мөдире, юрист, урындағы бөтә закондар уның ҡулы аша үтә инде. Азамат техника яғынан, компьютер, ай-ти, элемтә өсөн яуаплы. Ҡыҙыбыҙ сит телдәрҙе яҡшы белә, студент сағында Америкала стажировка ла үтте. Шунан уны күреп алып, бишенсе курста уҡығанында уҡ, Хөкүмәткә эшкә саҡырҙылар. Ә Азамат башта телевидениела эшләне.
– Ғиниәт ағай ғалим булғас гел уҡып-яҙып ултыралыр һымаҡ, ә ғаиләлә, тормош көткәндә ниндәйерәк булды?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Ярҙам һораһаң, һәр ваҡыт ихлас ярҙамға килә. Тик ашһыу яғында түгел, балта-сүкеш, бысҡыҡаҙаҡ тотоп, ирҙәр эше менән булырға оҫта ул. Тимер эшен дә, таш-ағас эшен дә белә. Ҡыҫҡаһы, йортон да һалды, башҡа кәрәк-ярағын да төҙөнө, ағасын да ултыртты.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Мин дә еңгәгеҙ тураһында бер-ике кәлимә әйтәйем әле. Нисек кенә булмаһын, саҡ ҡына этеп ебәреүсе, ярҙам итеүсе булмаһа, донъя алға бармай ул. Юҡҡа ғына “муж и жена одна сатана”, тимәйҙәр. Бер-береңде аңламаһаң ауыр, тормош алға бармай инде, ә аңламаған саҡтар тормошта булғылап тора ул, ваҡтөйәге уныһы. Бына, мәҫәлән, мин ҡыҙыуыраҡ, ярһып китәм ҡайһы берҙә, тауышланып китәм дә, тиҙ һүнәм, үс, кенә һаҡламайым, ундай холҡом юҡ. Гөлнур, нәзәкәтле кеше булараҡ, саҡ ҡына үпкәләп йөрөп ала ул. Әбей, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, ҡайнатып ебәр әле, тигән булам. Шунан ул үпкәләгәнен әллә онотоп китеп, сәй шыжлата һала. Ә былай, донъя көтөүҙә үҙемде маҡтағандан түгел, тырышмаһам, бер-нәмә лә үҙе барлыҡҡа килмәҫ ине. Ир кеше ағас ултыртырға, йорт төҙөргә һәм башҡа нәмәләр эшләргә тейеш тиҙәр, барыһын да башҡарҙым, буғай. Донъябыҙ тегеләй-былай ҡотһоҙлана башлаһа төҙәтә һалып, ҡарай һалып, бора һалып ҡуйырға яратам. Шөкөр, филолог булһам да, апаруҡ техниканы ла йүнәткеләп ҡуям.
– Интернетты өйрәндегеҙме, Ғиниәт ағай?
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Нисек өйрәнмәй ти, кәрәген эҙләйем, табам, ЗУМ-да дистанцион дәрес алып барам. Бөтә нескәлектәрен үҙләштереп бөтмәһәм дә, кәрәк тиклемен өйрәнеп алғанмын.
– Һеҙ, барыбер, тырыш булғанһығыҙ, күпме ҡаршылыҡтар булһа ла бирешмәгәнһегеҙ. Ҡайҙан көс алдығыҙ икән?
Гөлнур Ҡасим ҡыҙы. Беҙҙең быуын шундай ул.
Ғиниәтулла Сафиулла улы. Ҡаршылыҡтар күп булды, хаҡ. Әпәкәйҙең ҡәҙерен белеп өйрәнгәнбеҙ ҙә инде. Өҫтәлдәге валсыҡтарҙы ҡалдырмай, һыпырып ауыҙға ҡабып ҡуйған быуындарҙың тәрбиәһендә үҫкәнбеҙ, үҙебеҙ ҙә шулай күнеккәнбеҙ. Атай-әсәй рөхсәтенән башҡа өҫтәл табынына ташланмаған быуын кешеләре ләһә беҙ.
Башҡорт табындары төйәк иткән Ғафури ере халҡыбыҙға әлеге быуатта тос-тос шәхестәрен бүләк иткән. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, хеҙмәттәре арҡылы халыҡ-ара кимәлдә абруй яулаған билдәле әҙәбиәтсе ғалим, текстолог, культуролог, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин шул арыуҙарҙың береһе. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул ғүмер буйы халҡының рухи кодексына таяна, әҙәп-намыҫ, яуаплылыҡ төшөнсәләрен алға ҡуйып йәшәй. Ғалимдың ижад усағының саҡматаштары иһә өсәү – әсәһе-инәкәйе, тормош иптәше һәм әҙәбиәт донъяһы, сөнки илһам биреп торған ике яратҡанынан тыш, әҙәбиәт ғилеме белгесенә әҙәпкә, инсанлыҡтың йөҙө булған рухи байлыҡҡа таянмайынса ижад итеп булмауы ла көн кеүек асыҡ, ул уның эшмәкәрлегенең нигеҙе.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште