Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2021, 10:35

Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы

Туғыҙ йәшлек Регина Хужина «Miss & Mister Effulgence» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсынан «Мини мисс» исемен яулап ҡайтты. Конкурс 11-13 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙҙы.

Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы
Өфө уҡыусыһы Мәскәүҙә Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы

«Мин бик бәхетлемен! Минең өсөн Халыҡ-ара кимәлдәге конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһау — оло мәртәбә. Өмөттәрҙе аҡлағаным өсөн бик шатмын. Мине хуплап, дәртләндереп торғандарҙың һәммәһенә лә, айырыуса миңә ныҡ ышанған ғаиләмә ҙур рәхмәт белдерәм. Конкурсты ойоштороусыларға ла рәхмәт», — тип яҙҙы Регина Инстаграмда.

Ҡыҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡый. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә бейеү менән шөғөлләнә.

Башинформ хәбәр итеүенсә, Регинаны был конкурсҡа «Һомай» театр-дефилеһы» мәҙәниәтте һәм ижадты үҫтереү студияһы әҙерләгән. Быйыл май айында Регина балалар номинацияһында «Башҡортостан гүзәле» исеменә һәм Гран-приға лайыҡ булғайны.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: