Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 10:12

Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай

27 ноябрҙә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов сығыш яһай. Был турала Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы хәбәр итте. Шулай уҡ Халыҡ-ара беренселектә Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев, Кәрим Хәлили һәм Александр Поварницын ҡатнаша.

Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай
Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай

Тағы бер яҡташыбыҙ — Антон Бабиков — Швецияның Идре ҡалаһындағы IBU кубогында Никита Поршнев, Даниил Серохвостов, Ильнас Мөхәмәтйәнов, Василий Томшин һәм Кирилл Стрельцов менән бергә сығыш яһай.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: