Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 12:48

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алды

15 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты, күренекле дәүләт эшмәкәре Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда баш ҡаланың мосолмандар зыяратында 2018 йылдан республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарған Артур Әхмәтхановҡа һәйкәл асылды.

Сарала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, вице-премьер Ирек Сәғитов, Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең республика идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Александр Бурдо ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Артур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскәләр һалды, тол ҡалған хәләл ефете Фиҙәлиә Фәнил ҡыҙы һәм улы Азамат менән аралашты.

Радий Хәбиров уларға бирешмәүҙәрен һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: