Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған. Спикер һүҙҙәренсә, бөтәһе 133,5 миллион кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан, был иһә илебеҙ халҡының дөйөм баһалау һанынан 91,6 процент. Күпселек төбәктәрҙә әлеге күрһәткес — 80-90 процент.
Цифрлаштырыу иҫәбенә оператив йомғаҡтар быйыл декабрҙә үк билдәле була, 2022 йылдың ғинуарында ентекле йомғаҡ яһала, ә тулы һөҙөмтәләр киләһе йыл дауамында иғлан ителә, элек бының өсөн 3-4 йыл кәрәк булды. Иҫәп алыу йомғаҡтары менән бөтә власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары файҙалана (күләмле федераль һәм төбәк программаларын, проекттарын әҙерләүҙән алып айырым инфраструктура объекттарын: юлдар, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөү тураһында ҡарарҙарға тиклем).