Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2021, 09:50

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде
Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа ҡаршы указы үҙгәртелде

Документтан күренеүенсә, 10 ноябрҙән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә. Атап әйткәндә, хәҙер ҙур сауҙа майҙандарына (1000 квадрат метрҙан ашыу) барғанда вакцинация тураһында сертификатты, сирҙе үткәреү йәки ПЦР-тест менән медицина күрһәтмәһе хаҡында белешмәне күрһәтеү мотлаҡ. 

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: