Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2021, 17:56

Алкино-2 хәрби часында «Патриот» хәрби-патриотик паркы төҙөлә

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының элекке хәрби часы биләмәһендә – Алкино-2 ауылында «Патриот» хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы булдырыла. Биләмәнең майҙаны – 200 гектар.

Алкино-2 хәрби часында «Патриот» хәрби-патриотик паркы төҙөлә
Алкино-2 хәрби часында «Патриот» хәрби-патриотик паркы төҙөлә

«Йәштәрҙе илһөйәрлек йүнәлешендәге сараларға һәм проекттарға йәлеп итеү, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү өсөн тотош илдә «Патриот» парктары булдырыла. Тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ иткән ҙур комплекстар төрлө саралар уҙғарыу өсөн майҙансыҡ булып тора», – тип билдәләне хөкүмәт ултырышында премьер-министр Андрей Назаров.

Концепцияға ярашлы паркта «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге, «Партизан ауылы» тарихи-мемориаль комплексы, Юнармия, күнекмә майҙаны, атыу үҙәге, хәрби техника музейы, ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Һауа-десант ғәскәрҙәре ҡаласығы, реконструкция зонаһы һәм башҡа объекттар ҡаралған. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Яна Гайдук һүҙҙәренсә, «Авангард» үҙәге йыл әйләнәһенә уҡыусыларҙың биш көнлөк уҡыу күнекмәләрен ойоштороу һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменалар өсөн тәғәйенләнгән.

Башинформ хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта күнекмә майҙаны ремонтланған, автомобиль парковкаһы төҙөлгән, «Партизан ауылы»н төҙөү эштәре бара, ашхана ҡыйығы ремонтланған. Бынан тыш, йылытыу системаһын һәм иҫке йылылыҡ трассаһын һынау буйынса әҙерлек эштәре алып барыла.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: