Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2021, 11:50

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәтттәре министрлығы Силәбе өлкәһе менән яңы сиктәр буйынса закон проектын әҙерләй

Салауат районының өлөшләтә сит өлкәлә урынлашҡан Первомайский ауылы ла тулыһынса Башҡортостан сигенә ҡайтарыла, тип белдерҙеләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында. Ведомство территориаль-административ сикте билдәләне, шунан һуң Башҡортостан Башлығы менән Силәбе өлкәһе губернаторы Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул иткәс, яңы сиктәр тураһында мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелә.

Әле Силәбе өлкәһе менән сик башлыса урмандар, һыу сығанаҡтары һәм өлөшләтә ауыл хужалығы биләмәләре аша үтә. Совет власы осоронда аҫаба башҡорт ерҙәре күршеләргә күскән, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Иглин, Арзангел, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы Силәбе өлкәһе менән сиктә тороп ҡалған. Әбйәлил районы хәҙер Магнитогорск агломерацияһына инә, тип хәбәр итте Башинформ.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: