Декада сиктәрендә бергәләп замандаш яҙыусыларҙың иң шәп әҫәрҙәрен уҡыясаҡбыҙ, әҙәби марафонда уҡыусыларҙың һуңғы осорҙа ниндәй шиғыр йә проза уҡыуын, ул әҫәргә ҡарата фекерҙәрен беләсәкбеҙ, тура эфирҙа яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре менән осрашасаҡбыҙ, викторинала ҡатнашып шәп бүләктәр отасаҡбыҙ!
Ҡыҫҡаһы, ноябрь аҙағы, декабрь башы "Ағиҙел"дә ҡыҙыу буласаҡ, дуҫтар!
Үҙегеҙҙең һуңғы арала уҡыған әҫәрҙәрегеҙ хаҡында фекерҙәрегеҙҙе, фоторәсемегеҙҙе лә ҡушып, беҙгә ебәрә башларға ла мөмкин, уларға мотлаҡ диуарыбыҙҙан урын бирербеҙ!
#Ағиҙел_журналы
#журнал_Агидель
#замандаштарҙы_уҡыйбыҙ #әҙәбиәт
#шиғриәт
#башҡортса
#мультимедийныепроектына_башкирском