Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь , 21:39

ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ҒОРУР ҠАРАҒАЙЫ

Ел-дауылдарға һис бирешмәй, киреһенсә, үҙенең һерелеге менән ғәййәр көстәрҙең асыуына тейеп, үҙенә йәнә-йәнә ябырылырға мәжбүр итеп, шул ғәрәсәттәрҙән тағы ла ҡөҙрәтлерәк була барған, ҡая-таш өҫтөндә үҫкән йөҙйәшәр ҡарағайға оҡшаған ул. Ҡаяһында яңғыҙы торһа ла, иркен ҡоласлы сатыры аҫтында һиллек эҙләп һыйынған әллә күпме йән эйәһен аяуһыҙ ҡояшта ҡорғаҡһыуҙан, күңел биләмәһе сүллеккә әйләнеүҙән һаҡлап килә үҙе! Рухиәтебеҙҙе ҡурсалап баҫҡан һаҡсы ҡарағай образы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, меңәрләгән китап уҡыусыларҙың яратҡан әҙибе, милләтенең эскерһеҙ һөйөүен яулаған бәхетле ҡәләм оҫтаһы Ноғман Мусинға таман ғына. Йыл әйләнәһенә йәшел ҡалған ғорур нарат ише, Ноғман Сөләймән улы ла һәр саҡ әйткән һүҙҙәренә, уйлаған ниәттәренә, ихлас асылына, үҙе инанған тормош ҡиммәттәренә үтә лә тоғро. Башҡорт әҙәбиәтенең титан-ижадсыһы июлдә үҙенең 90 йәшенә аяҡ баҫа. Ноғман ағайҙың нурлы йортона “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, бүлек хеҙмәткәрҙәре Салауат Әбүзәр һәм Гөлнара Хәлфетдинова мартта уҡ барғайныҡ. Ҡайһы бер әрһеҙҙәрҙең башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүселәргә бысраҡ ташлап үҙ баһаларын күтәрергә тырышҡан мәле – буталсығыраҡ бер осор ине ул көндәр. Шул ваҡытта олпат ҡарағайҙай яҙыусының тормош фәлсәфәһен тыңлау бәхете йәнгә аңлатып бөткөһөҙ тыныслыҡ бирҙе. Ғәжәп тура һүҙле, ғәҙел булмышлы шәхестең өлөшөнә төшкән һынауҙары етерлек булһа ла, ул ғүмер буйы үҙен лайыҡлы тотҡан. Дәрәжәләр, маҡтаулы исемдәр ҙә уны үтә һуңлап ҡына килеп тапҡан. Быға ла артыҡ иҫе китмәгән. Дауылдарҙан бөгөлөргә бирмәгән көсө – халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы. Ул яҡлап үтә лә юллыҡлы булған шул үҙе, иллеләгән китап яҙған, шуларҙың береһе лә китап кәштәләрендә саңланып ятмаған, тиҙ таралып бөткән. Бала саҡтан үҙенә лә, ижадына ла ғашиҡмын Ноғман Мусиндың. Шуға ла, уны күргәс, донъямды онотоп, һоҡланып ҡына ҡарап ултырҙым. Һорауҙарҙы иһә коллегаларым бирҙе. Яҙыусы башта эш бүлмәһен күрһәтеп алды. Ошо ҡабатланмаҫ ижади атмосфера менән һуғарылған ҡотло мөйөшөндә уның байтаҡ әҫәрҙәре яҙылған. Бүлмәһенең яҡты ипкене лә яҙырға, яҙышырға әйҙәп, саҡырып торғандай. Китап шкафының тотош ике кәштәһен үҙенең 12 томы биҙәй. Киләһе рәттәрҙә төрлө йылдарҙа Мәскәүҙә русса, Өфөлә башҡортса баҫылған илленән ашыу китабы теҙелешеп тора. “Китап” нәшриәте сығарған башҡорт яҙыусыларының рус телендәге романдары серияһының теүәл коллекцияһы ла шунда, улар араһында ла үҙенең өс романы бар әле. Әңгәмә башлар алдынан шул зауыҡлы кәштәләргә ҡарап, хайран булып тора бирҙек әле.

ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ҒОРУР ҠАРАҒАЙЫ

“Ҡайғынан һуң яҙылған шиғырҙарҙы айырам хәҙер…”

– Ноғман ағай, сыҡҡан бөтә китаптарығыҙ ҙа ошонда, үҙегеҙҙә бармы?

– Йыйынтыҡтарҙан тыш, илленән ашыу китабымбаҫылды. Бөтәһелә бында.

– Киләсәктә китаптың ҡәҙере булырмы, әҙәбиәттең иртәгәһе бармы икән, нисек уйлайһығыҙ?

– Был хаҡта мин генә, башҡорттар ғына түгел, барса милләттәр ҙә уйланалыр, шундай мәлгә еткәнбеҙ – рухи хеҙмәттең бигүк кәрәге юҡ һымаҡ, кеше киләсәкте уйламай кеүек. Бер көн менән йәшәүселәргә әҙәбиәт нимәгә? Китаптар бик әҙ тираж менән сыға, ул кемгә етә тип уйлайһың да, тик шул да һатылып бөтмәй, аптыраҡ. Шөкөр, минең китаптар сыға барҙы, һатылып бөтә торҙо, запас ятманы. Ҡарағыҙ әле, ҡайһы бер китаптарҙы кәштәлә айырып ҡуйғанмын, иң беренсе – Назар Нәжмиҙең шиғырҙары, ул минең яратҡан шағирым, шунан Хәсән Назар, Рәми Ғариповтар һәм башҡалар, Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” лә шунда. Әллә ни ҙә бер булһа ла шиғыр ҙа уҡыйым ул мин. Шатлыҡлы ваҡыттарҙа ғына түгел, ҡайғылы көндәрҙә лә шиғыр уҡығы килә икән ул. Бик ауыр ваҡыттарым булды, шунда шиғыр менән йыуандым. Фәймә апайығыҙ үлгәндән һуң да шулар ҡотҡарҙы. Хәләлем менән Маҡарҙа бер мәктәптә уҡыныҡ, бергә институтҡа инеп, уны ла бергә бөттөк, ғүмеребеҙ буйына бер-беребеҙгә ныҡ бәйләнешкәйнек. Ул бәхил булып киткәс, бик ауыр хәлдәҡалып йөрөгәндә оло ҡыҙымды ла юғалттым. Фәрзәнә Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләне, 53 йәшенә етеп пенсияға сыҡҡайны ғына, күп тә тормай операциялар яһатып, ике йылдан мәрхүмә булды. Ҡайғыларҙан һуң яҙылған шиғырҙарҙы күрәм, айырам хәҙер. Шул ваҡытта, бигерәк, йөрәктең үҙен ярып сығамы икән шиғыр, тием. Өлкән ҡыҙым үлгәндән һуң бәләкәсем, Гөлшат ҡыҙым, менән ултырып, икебеҙ ике вариантта шиғыр яҙҙыҡ. Бына ул, уҡығыҙ әле?

– “Фәрзәнәмдең ҡәбер һәйкәлендәге яҙыу:

Тыуған ерем, яҙғы матур мәлдә

Алдың мине йылы ҡосаҡҡа.

Ҡояш нуры аҡ юл теләп ҡалды,

Оҙатҡанда мине ожмахҡа.

Һау бул, ҡояш, ергә, кешеләргә

Бүләк ит һин изге йылыңды.

Мин ҡалдырып китәм барығыҙға

Йырланмайса ҡалған йырымды”.

– Шулай, ҡыҙым менән икәүләп яҙҙыҡ. Тормош кешегә төрлө-төрлө ваҡыттарын күрһәткән һайын, фанилыҡ, яҙмыштар тураһында тәрәнерәк уйланаһың икән тип әйткем килә, шуның өсөн уҡыйыҡ тип торам был шиғырҙы.

– Һеҙҙеңсә, тимәк, берәй төрлө тетрәнмәйенсә шәп әҫәр яҙып булмай?

– Булмай, уныһын үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, һеҙҙең дә хәҙер тәжрибә етерлек, ҙур. Үҙ йөрәгеңдән үткәрмәйенсә, башҡаны тетрәндереп булмай. Күҙем насар күрә хәҙер, шул арҡала “Ағиҙел”де икенсе йыл яҙҙырмай торҙом, бер-ике

гәзитте генә ҡалдырҙым. Ауылымда 1968 йылдан башлап алдырған бөтә журналдарым китапханала музейҙа тора, һаҡлап барғанмын. Ҡайһы берҙә “Ағиҙел” килмәгәнгә үҙемде йәтим һымаҡ та күреп ҡуям, шул тиклем өйрәнелгән. Хәҙер бик йөрөп тә булмай, элекке шикелле аралашыу юҡ бит. Шул тиклем кешеләрҙе күрге, һөйләшке килеп китә. Бына баҡсала рәхәт миңә, унда, ғәжәп, яңғыҙ булһаң да, ваҡыты ла һәйбәт үтә, апрелдә китһәң, ҡар яуғансы ятаһың, кеше юҡлығы ла беленмәй. Дим буйында 50 йыл самаһы элек үҙем күтәргән йортом, донъям бар. Унда хәҙер яҙыусыларҙан үҙем генә ҡалдым, заманында 33 әҙиптең баҡсаһы бер ерҙә ине. Бөтәһе лә тиерлек фронтовиктар, оло кешеләр, Александр Филлипов менән икәү иң йәштәре инек. Хәҙер ҙә баҡсам тирәһендә танышбелештәр, йә балалары булһа ла бар, тик барып һөйләшеп ултырырлыҡ кеше юҡ. Шуның өсөн унда урамға йөрөмәйем, сыҡһам, күңелһеҙләнеп ҡайтам, бөтәһе лә иҫкә төшә. Элек ни унда, ауылдағыса, бер-беребеҙгә йөрөп, мәж килеп йәшәнек, кис урамдар геүләп торҙо. Яҙыусыларҙың бер ауылы ине, Рәйес Түләк “Яҙыусылар ауылы” тип мәҡәлә лә яҙҙы бит. Бер мәл Матбуғат йорто эргәһендә осраны ул миңә, Баймаҡҡа ҡайтып килгәйнем, унда ла, бында ла урын тапмайым үҙемә, йөрөйөм әле шулай буталып, тигәс, туҡта, иртәгә баҡсаға китәм, һин дә эйәр, яҙыусыларҙың баҡсаларын күреп ҡайтырһың, тип саҡырҙым. Ике көн буйына булды шағир, Дим буйына ла төшөрҙөм, эй ихлас йөрөпҡайтып китте. Әле бында йөрөп күңелем булманы, яҙыр өсөн тағы яйлап киләм, фотограф та кәрәк, тине. Икенсе юлы Александр Филлипов, Ғайса Хөсәйенов, мин бергә барҙыҡ, иркенләп аралаштыҡ, шунан яҙҙы ул теге билдәле мәҡәләһен. Мин ҡыш көнө лә барып ун-ун биш көнләп яҙышып ята инем баҡсамда. Ауылдағыса мейес яғып ебәрәһең, ҡышын унда бигерәк рәхәт, тыныс. Яҙыусылар союзынан киткәндән һуң Хәким ағай Ғиләжев та шунда йәшәне. Ҡатыны Лена апай аҙыҡ ташыны. Өфөлә ҙур йыйылыштар булһа, барып әйтә инем, юҡ, ҡайтмай. Әллә ниндәй аҫтыртынлыҡ эшләп эштән сығарҙылар бит уны дошмандары, йәл. Ул да, Ғәли ағай Ибраһимов та ҡышҡыһын баҡсала булырға яратты. Фин йорттары бит инде, яҡһаң да, бик йылынмай, шуға мейес эргәһенән бер бүлмәһен генә айырым йылыталар ине. Ғәли ағайҙың бүлмәһе шунда ла бик йылынманы, ҡаты һыуыҡта ла ҡышҡы пәлтәһен, аяҡтарына быймалар кейеп яҙышып ултырыр ине, “Кинйә”не шунда эшләне. “Йәй көнө эш бик ыңғайламай, бында ҡыш көнө һәйбәт яҙыла”, – ти торғайны хатта. Ул өҫтән-мөҫтән эшләй торған түгел, бик ентекле кеше ине. Бына шул ике ижадсы йәшәне йыл әйләнәһенә тиерлек яҙыусылар ауылында. Ә-ә, Назар ағай ҙа һирәкләп барып, өйөн йылытҡандай итеп китер булды. Бында килгән һайын бер шиғыр яҙыла, тиер ине. Шуларҙан башҡа ҡыш көнө унда бүтән йөрөүсе булманы.

 

Мусинса ижад кухняһы

– Ноғман ағай, һеҙгә яҙған саҡта яңғыҙ ҡалыу уңайлыраҡмы, нисегерәк ул?

– Яңғыҙ рәхәт шул, мин бит, бигерәк тә ҙур әйберҙәрҙе тыуҙырғанда, өҙөлмәй яҙам. Бер башлаһам, туҡтамайым, етмәһә, ҡулъяҙмаларҙы тәүҙә гел ҡулдан яҙам, аҙаҡтан машинкала аҡ ҡағыҙға төшөрәм.

– Бер ултырғанда нисә сәғәтләп яҙаһығыҙ?

– Яҙғанда ваҡыт үткәнен дә белмәйһең бит ул. Өфөлә ултырғанда, әлеге өй һаман өй инде, йә ашарға саҡыралар, йә йомош ҡушалар. Малеевка ижад йортонда йыш булдым, үәт шунда шәп эшләй торғайным. Унда тик яҙырға ғына бара инем. Күптәр ял итергә тип тә йөрөнө, бөтә Рәсәйҙән йыйыла инеләр.

– Һеҙҙең унда барыр алдынан план һымаҡ нәмәгеҙ була инеме?

– Әҫәрҙең 15-20 битен яҙып, башлап алып бара инем, бөтөнөһө лә башҡа һалынған, самаланған килеш, мейелә сюжет ҡайнай… Яҙыуға мин әҙер булмайынса тотонманым. Ҙур әйберҙе шунһыҙ нисек ултырып яҙаһың? Тарҡау, күҙ алдында тырым-тыраҡай йөрөгән күренеш-ваҡиғаларҙы йыйып алыуы ҡыйын бит. Әммә планды яҙып төҙөгәнем булманы, бөтәһе лә башымда ине. Ижад итерҙән алда ике-өс ай ауыҙға араҡы кеүек нәмә алманым. Айыҡ булырға кәрәклегенә инанғанмын, төрлөһөн баштан үткәргәнмен бит инде. Барып ултырам, инеү менән әлеге башланған әйберемде өҫтәлгә йәпләп кенә һалып ҡуям, ҡул йыуып, тәмәке тартам да, йәһәтләп эшләргә ултыра һала инем. Шунһыҙ эш китмәҫ һымаҡ тойола. Әле бер кемде лә күрмәгәнменнитмәгәнмен, тота килеп ултырып яҙа башлайым. Минең шундай ғәҙәт бар, яҙа башлаған әйберҙе яҙыу барышында ла һөйләмде, хатта һүҙҙе яртыһында туҡтатып ҡуям, дауам иткәндә артабан нәүбәттәге хәрефте яҙып ҡына, теҙеп ала ла китә инем. Үҙенән-үҙе китһен өсөн, әйтерһең дә, туҡтамағанмын да, өҙмәгәнмен дә…

– Хәҙер мин дә шулайтам. Ҡайһы берҙә эшкә китер булһам, һөйләмде тамамламайынса туҡтайым.

– Уның ҡарауы, килеп ултырғас, шунда уҡ дауам итеп яҙыла ла китә, эйеме? Һуңынан инде, эш рәтенә инеп алғас, мин гелән таңда, ун биш минуттан алты тигәндә уяна инем. Теүәл шулай өйрәндерә, битте йыуып, тәмәке тартып киләм дә, бер сынаяҡ кофе эсәм. Алты тула тигәндә яҙырға ултырам да сәғәт туғыҙға тиклем урындан ҡыбырламайым.

– Ваҡыт үткәнен дә һиҙмәйһегеҙ инде?

– Шулай. Иртәнге аштан һуң сығып, 15 минут саф һауала торам да, ҡайтып тағы ултыра инем. Тик ҡул менән, ручка менән яҙҙым, минең бөтә ҡулъяҙмаларым да архивта һаҡлана. Яҙыуым да матур ине ул, машинисткалар, гел нисек улай яҙаһың, беҙ яҙыусыларҙың почерктарын танымай ыҙалайбыҙ, ә һинең әйберҙәрҙе баҫыуы рәхәт, тигән булып маҡтай торғайны.

– Был режим көн һайын шулай ҡабатланамы?

– Эйе, аҙаҡҡы көнгәсә. Төшкө ашҡа тиклем бер тапҡыр ғына туҡтайым, төшкөлөктө ашарға теүәл сәғәт икелә бара инем. Унан һуң инде ярты сәғәт тышта йөрөйөм. Киләм дә кереп ятам койкаға, башымды терәйем дә йоҡлап та китәм. Ярты сәғәттән тып итеп килеп торам, яҙышҡан саҡта бына шундай автоматҡа әйләнеп бөтәһең. Ижад йортона путевка бөткәнсә эш шулай бара,

ҡараһаң – әҫәр ҡулъяҙманан үткән. Үәт, шулай була торғайны. Һуңынан, арып, туҡтарға итеп ҡарайым, ярамай, йәшерене юҡ, ныҡ арыта ла торғайны.

Бер шулай Әҙәбиәт институтында Юғары әҙәби курстарҙа яҡташтар уҡып ята ине. Самолетҡа билет алып ҡуйғанмын, Малеевканан килдем дә (иртәгәһенә самолет), уларҙың ятағына барҙым. Инһәм, береһе иҫерек, береһе ҡыҙмаса. Егеттәр, һеҙҙә ятып ял итергә рөхсәт итегеҙ әле, тим. Нишләп ятыу ти, әйҙә, тегендә барабыҙ, ти береһе, үҙе саҡ баҫып тора. Башымды яҫтыҡҡа терәгәйнем, яҡуттарҙың бер шағирын етәкләп килеп инделәр. Уныһы танышым ине, болан итенән күстәнәстәрен һалып алған, ауыҙ иттем итенән. Һаман, әйҙә, эсергә, тип өгөтләйҙәр бит. Юҡ, тинем. Сөнки бер тапҡыр шулай ҡырын тейәп саҡ тегендә китмәнем мин... Хәлһеҙ булып ҡайттым да йығылдым, Фәймә ҡурҡып китте. Ҡараһалар, ҡан баҫымым ныҡ төшкән, ай ярым яттым йүнәлә алмайынса дауаханала. Шундай ваҡыттар ҙа булды, нишләйһең. Бына шулайыраҡ мин, ихтыярың ныҡ булмайынса, йүнле итеп яҙышып булмай. Хәҙер ҡыуанам шулай баш баҫып эшләүемә.

– Һеҙҙең, тимәк, эскелек менән дуҫлыҡ бик булмаған инде?

– Булғыланы. Редакцияла эшлә лә, эсмә, имеш, иптәштәр алдында егетлекте күрһәтмәй буламы ни, заманы шулай ине. Тик, эсһәм – сирләнем. Бер ике йөҙ грамдан артыҡты һелтәнемме, бөттөм – иртәгәһенә башты ла күтәрә алмай инем. Шулай булдым. Шуның өсөн дә һаҡлана инем.

– Ноғман ағай, элегерәк һеҙҙең менән “Йәшлек”тә интервью эшләгәйнек, шул ваҡыт ижадсыға фиҙакәрлек кәрәк икәнен аңлатҡайнығыҙ, өс көнгә командировка алам да, барған көндә материал эшләйем, икенсе көн ултырып яҙам, өсөнсө көн иһә үҙемдең әҙәби әҫәр менән булам тип һөйләгәйнегеҙ.

– Шулай ҙа эшләргә тура килде, ээй, ижадҡа ваҡыт табырға тырышылған инде. Командировкаларға күп йөрөлдө. Минең күп томлыҡтарға мәҡәләләрем, очерктарым да ингән, шуларҙы асып ҡараһам, күрәм, ҡайҙарҙа ғына булынмаған, һәр береһе тураһында яҙғанмын.

– Хатта дежур мәҡәләне лә, барыбер, еренә еткереп эшләргә кәрәк, шулай бит?

– Әлбиттә, шуға ынтылырға кәрәк, тик уның бөтәһен дә ентекле эшләп тә булмай, бер барғанда әллә нисә мәҡәләлек материал алып ҡайта инем, ҡайһы берҙә, йырағыраҡ ергә барһам, әҙер мәҡәләләрҙе йөрөгән ерҙән почта аша ебәреп ята торғайным. Эшләнем инде, улай ҙа мөмкин тиклеменсә эшләнгән, үкенерлек түгел.

– Иң һағынған осороғоҙ ҡайһы мәлдәр?

– Ваҡыты-ваҡыты менән ҡәҙерле осорҙар булған инде ул, ваҡыттың ҡәҙерен белмәгән мәлдәрҙе лә уйлап, йәлләп ҡуйыла ҡайһы берҙә. Ҡайсаҡ төндә уянып уйланып ятам да, үҙемдең уйлап етмәй үткәргән ваҡыттар, хаталарымды һанап, шуларҙы бер яҙып сығырға ине тип тә ынтылып ҡуям. Улар күп, уйланылмай эшләнгән эштәр арҡаһында әллә ниндәй ыҙалар күреп бөтөлгән, ауыр кисерештәр үткәрелгән. Ниңә шулай иткәнмен икән, улай эшләмәһәм тормошом тағы ла һәйбәтерәк булыр ине бит тип үкенәм, минең йәшкә етмәйенсә, кеше быларҙы бик уйламайҙыр тим.

Иң күңелле ваҡыттар – гәзиттә эшләгән осор, “Совет Башҡортостаны”нда ауыл хужалығы бүлегендә инем. Бер мәл мине партия тормошо бүлегенә күсерҙеләр, иртәгәһенә үк баш мөхәррир Вәли Вәли улы Нафиҡовҡа ҡабат индем дә, кире үҙемдең бүлеккә ҡайтармаһағыҙ, редакциянан китәм, тинем. Партия тормошо бүлегендә минең өсөн артыҡ күңелһеҙ, күңелгә ятып етмәгән юҡ-бар әйберҙәр ҙә яҙып ултырырға кәрәк ине. Гәзиттә эшләгән саҡта ижадым өсөн тормоштан бик күп нәмәләр алғанмын, сюжеттар тапҡанмын. Әле һуңынан, Фәймә апайығыҙ ауырып йығылғас (ул түшәктә 9 йыл ятты), шул гәзиттә эшләгән саҡта туплаған сюжеттарға нигеҙләнеп ете хикәйә яҙғанмын. Яҙмаларымды, әйберҙәремде йыйып архивҡа тапшырҙым, шунда бөтә блокноттар, ҡараламалар китте, хәҙер ниңә генә шуларҙы бирҙем икән тип тә уйлайым. Шулай ҙа бер аҙы ҡулымда ҡалған, бик кәрәклеләре тип ҡалдырғанмынмы икән, шунда, унда-бында, ҡағыҙ ситтәренә бер нисә һөйләм генә теркәп, быны хикәйә итергә кәрәк тип яҙып ҡуйғанмын. Шуларҙы иҫкә төшөргәс, олоғайған көндә баяғы телгә алған хикәйәләр тыуҙы ла инде.

 

“Бүтән әҫәрҙәремде сәхнәләштерергә рөхсәт итмәйәсәкмен!”

– Әле күптән түгел Салауат ҡалаһында һеҙҙең әҫәрегеҙ буйынса театрҙа спектакль ҡуйылды, үҙегеҙ ҡаранығыҙмы?

– Эйе, премьераһына саҡырҙылар, тик мине алдан иҫкәртмәй ҡуйғандар. “Ғүмерҙең бер мәле” тигән әҫәрегеҙ буйынса спектакль әҙерләнә тип шылтыраттылар. Минең шул исемле повесть бар. Унда герой поезд вагонында кондуктор булып эшләй, ваҡиғалар күберәк шунда бара. Аптыраҡ, уны нисек ҡуяһығыҙ инде, тинем. Әҫәрҙә ундай герой юҡ таһа тиҙәр, етмәһә. Тотҡан да, “Ике ир һәм бер ҡатын” тигән повесҡа икенсе әҫәремдең исемен ҡушҡандар икән, әкәмәт! Шунан, психологик планда яҙылған нәмә бит әле ул, сәхнәгә барырмы икән, тип шикләндем. Алдан белгән булһам, мин уларға, бәлки, икенсе әҫәр тәҡдим итер инем.

Әҫәрҙәремде ҡуйыу буйынса элек тә тәҡдимдәр булды ул. “Ағиҙел”дә 1961 йылда “Ер биҙәге” тигән повесым сыҡҡас, редакцияға театрҙан килделәр. Ғәйниә Әбсәләмова тигән әҙәбиәтсе бар ине, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлекте лә етәкләй ине ул саҡта. Ғәйниә, беҙ Шәүрә Мортазина менән һөйләшеп, һинең повесть буйынса спектакль эшләргә булдыҡ, ти. Нисек инде спектакль ҡуяһығыҙ, унда бит урман, тим, аптырап. Шәүрә апай ышаныслы итеп, урман да булыр, ти, Ғәйниә уға ҡушыла, өгөтләйҙәр генә. Уйлап торҙом да, ҡуйсәле, мин уны уҡырға тип яҙғанмын, әйҙә, уҡыһындар, тип сәхнәләштерергә рөхсәт итмәнем. Шәүрә апай рәхәтләнеп көлдө, шулай ҙа тыңланы, ҡабат ул теманы сурытманы. Әҙерәк уйлап етмәгәнмен, Шәүрә Мортазина оҫта режиссер булды, ҡуйыр ине ул.

Икенсе тәҡдим 1990 йылдарҙа булды. “Мәңгелек йыр” тигән әҫәрем гәзиттә һигеҙ һанда баҫылғайны. Гөлли Мөбәрәкова, уҡыным, оҡшаны, ул сәхнәлә лә күренергә тейеш тип шылтыратты. Уйлаһағыҙ, ризамын, нисек

һеҙгә ҡаршы килеп торайым, тинем. Тик аҙаҡ тауыш-тын тынды ла ҡуйҙы. Мин дә йә нисек, эшләйһегеҙме тип һүҙ ҡуҙғата торған кеше түгел, һорашманым. Һуңынан Әхтәм Әбүшахманов, Ноғман ағай, һинең бер әҫәреңде саҡ-саҡ сәхнәгә ҡуйманылар бит, Гөлли ҡуям тип йөрөгәйне лә, тик әллә нимә тип күңелен һүрелдергәндәр, тине.

– Ә был юлы, сәхнәләштергәс, үҙегеҙҙә ниндәй тойғо ҡалды?

– Күңелем булманы, сөнки ул мәңгелек оло мөхәббәт, шуның яуыз кеше арҡаһында өҙөлөүе, һаман онотолмауы хаҡында. Ә ҡуйыусылар уны үҙҙәренсә, икенселәй итеп күрһәткән. Китабын, әйткәндәй, халыҡ яратып уҡыны, хаттар яҙҙылар. Үҙеңдең дә бер яратҡан әҫәрең була бит инде, шундайҙарҙан ине ул. Әллә, хупланым инде, ғәм алдында өндәшмәнем. Унда төп героиня Сөйөмбикә. Сөйөмбикә – Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ҡатынының исеме, ул беҙҙең Маҡар ауылынан ине, шул тиклем матур йырланы, шул хәтлем шәп итеп балалар өсөн тапшырыуҙар алып барҙы, минең 50 йәшемә, үҙе һорап алып, хикәйәләремде радионан уҡыны, тауышы яғымлы, шуның өсөн ул исемде яратып, бүтән ергә ҡушмай килеп, шунда ҡуштым. Мин үҙемдең әҫәрҙәремдәге бөтә исемдәремдең дә тарихын беләм, исем-атты ныҡ һайлап ҡушам. Шуны тотҡандар ҙа Сөмбөл тип үҙгәрткәндәр. Шунда минең Сөйөмбикәм үлде. Исемде режиссер алмаштырырға итә тип рөхсәт тә һоранылар ул, ваҡланып тормай, ҡушығыҙ тинем дә ҡуйҙым. Аҙаҡ премьераны ҡарағас, китте бит эс бошоп, ниңә генә шунда ризалаштым икән, тинем. Икенсенән, уйлап мин исемде ниңә алмаштырыуҙарының серенә төшөндөм. Беҙҙә милли мәсьәләләрҙә себендән туҡмаҡ яһарға өйрәнгәндәр, моғайын, Ҡазандың ханбикәһенең исеме булмаһын әле, йәнә лә Сәйфи Ҡудаштың ҡыҙының исеме бит ул, килешмәҫ тигәндәрҙер. Сәйфи Ҡудаштың ҡыҙы менән дә бер мәҡәлә эшләгәйнем әле заманында, атаһын бик матур итеп хәтергә алғайны. Ә бит Сөйөмбикә – бына тигән боронғо башҡорт исеме. Теге ваҡытта юҡҡа ғына риза булғанмын, хәҙер шуны ҡабул итмәй ултырам тип әйтеп ҡайттым, шуға.

– Ғөмүмән, һеҙ әҫәрҙәрегеҙҙең сәхнәгә менеүе яҡлы түгел инде?

– Уҡыр өсөн яҙам бит инде, ысынлап та.

– Шулай ҙа ул, тик һеҙҙең әҫәрҙәрҙе кино һымаҡ итеп күҙ алдына килтереп уҡып өйрәнгәнбеҙ, үҙебеҙҙең хыялдағы кино бит инде ул.

– Берҙе күрҙем бит инде нисек итеп йолҡҡоланып бөткәнен, бынан былайы сәхнәләштереүгә ризалыҡ бирмәйәсәкмен тип уйлайым.

 

Үкенес, бер шәп роман яҙылмай ҡалған

– “Вечный зов” кеүек фильмдар булды бит әле, һеҙҙең китаптар нигеҙендә лә бына тигән кинолар төшөрөргә булыр ине.

– Эйе, ул беҙҙең тарих, бигерәк тә, улай ҡулымдан килһә, “Алдар батыр” тураһында эшләр инем. Алдар батыр бит Салауаттан бер ҙә кәм шәхес түгел, хатта ҙурыраҡ та хеҙмәт күрһәткән иҫ киткес кеше. Ул әле өйрәнеп бөтөлмәгән. Петр I-нең яҡын дуҫына тиерлек әйләнгән кеше. Ул батша восстаниела етәкселек иткән бөтә кешеләрҙе аҫтырған, киҫтергән, төрмәгә

ултыртҡан, ә бына Алдарға теймәгеҙ тип кенә күрһәтмә биргән, ҡағылмағандар. Тик аҙаҡ, Ҡараһаҡал яуынан һуң, күптәрҙе тотоп Минзәлә төрмәһенә ябалар. Алдар шуларҙы, бәлки, танышлығым аша ҡотҡарып булыр тип алданған. Сөнки, Елизавета Иоанн ҡыҙы тигән батшабикә лә уға икенсе тапҡыр тарханлыҡ званиеһы бирә, Алдар батыр ике тапҡыр тарханлыҡ алған кеше, береһен – Петр I, икенсеһен Елизавета Иоанн ҡыҙы ҡулынан. Шуға үҙенә артыҡ ышана. Тәүҙә ул Һамарға барып, шундағы воевода менән һөйләшергә уйлай, ни өсөн тиһәң, Минзәләнең төрмәһе шунда ҡараған, унда ла булмаһа, Мәскәүгә, Петербургка барып етермен тип ниәтләгән. Шул уй менән бер үҙе, бер кемде лә эйәртмәй, юлға сыға, күп кеше йөрөһә оҡшатмаҫтарын аңлай. Һамарға етеп барғанда уны ҡулға алып, Минзәлә төрмәһенә килтереп, шунда ултырған бунтарҙар менән бергә сығарып аҫалар. Үлеменә ҡәҙәр халыҡ тип янып йөрөгән батыр бит ул. Батшалар уны таныған, һанлаған. Елизавета Иоановна, ҡаҙаҡтың Бәләкәй Йөҙөн Рәсәйгә ҡушыу проблемаһы килеп тыуғас, илсе итеп Алдар Иҫәкәевте ебәрергә ҡуша. Алдар ике тапҡыр барып, икенсе барыуында мәсьәләне хәл итеп, Кесе Йөҙҙө Рәсәйҙең подданныйы итеп рәсмиләштереп ҡайта. Алдар Рәсәй өсөн дә күп эшләгән шәхес ул, Аҙау походында черкесты еңеп ҡайтыуы ғына ни тора.

– Һеҙ ул романды яҙған саҡта архивта ғына ултырҙығыҙмы?

– Мин уны 20 йыл эшләнем, ныҡлап яҙырға ултырғанға тиклем 15 йыл өйрәндем, шунан ғына яҙа башланым. Туҡтай-туҡтай яҙылған берҙән-бер әҫәрем.

– Һуңғы йылдарҙа һеҙ уны йыш иҫкә алаһығыҙ, был иң яратҡан әҫәрҙәрегеҙҙең береһе шикелле?

– Сөнки иң күп көс һалғаны ла, эйе, яратам уны.

– Бер интервьюғыҙҙа яҙыусы мотлаҡ бер тарихи роман яҙырға тейеш тигән инегеҙ.

– Эйе, беренсе романым “Мәңгелек урман” да тарих инде ул, булған хәл, ә быныһы инде тулыһынса тарихи эпик әҫәр. Минең Сәйет батыр тураһында ла яҙырға план бар ине ул, тик уйламағандан апайығыҙ сирләп-нитеп, донъялар үҙгәреп китте. Башҡортостанда, башҡорттарҙа иң беренсе азатлыҡ өсөн баш күтәреүсе кеше – Сәйет батыр. Алдар Иҫәкәевтең атаһы Иҫәкәй тархан да шул Сәйет батыр менән һуғышып йөрөгән. Алдар Иҫәкәевте өйрәнгәндә Сәйет батыр исеменә юлығып, ҡыҙыҡһынып киттем. Алдарҙың атаһы шул Сәйет батырҙа башлыҡтарҙың береһе булып йөрөгән хатта, шунда тархан исемен алған. Сәйет батыр – батшаға ҡаршы көрәште башлап ебәреүсе кеше.

– Хәҙер инде яҙа алмаҫмын тиһегеҙме?

– Уның өсөн тарихын ентекле өйрәнергә кәрәк, әле мин Сәйет батырҙы бөтөнләй әҙ беләм. Исеме миңә осраҡлы ғына килеп эләкте тинем бит.

– Әле ҡайһы саҡ ҡулығыҙға ҡәләм алаһығыҙмы, нисек?

– Юҡ, алмайым, хәҙер инде еренә еткереп яҙыу ваҡыты үткәнен беләм, булмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең дә һуңынан, ҡартайғас яҙған әйберҙәрен уҡыйым, рәте юҡ бит, күҙгә бәрелеп тора, ниңә кәрәк икән улайтып кимәлде төшөрөү? Көсөң етмәҫтәйгә тотонма тиҙәр бит, үҙемдең түбәне һаҡларға тырышыуым

инде. Үҙеңдең хәлеңде лә самалай белергә кәрәк. Эштең эсенә бер кереп, юлына төшөп алһаң ни, теләһә нимәне тотоп эшләргә була тип тә уйлап була һымаҡ, әммә был осраҡта улай түгел шул. Унан башҡа ла башлаған әйберҙәр бар, хикәйәләр яҙҙым, хикәйәләр ҙур әйбергә ҡарағанда башҡаса, шунда ла ҡайһы берҙә уйлап ултыра инем әле, ах, быны бит артабан яҙып булмай тип.

 

“Мәскәүҙән ҡайтышлай, әҫәрләнеп, биш шиғыр яҙҙым…”

– Драматургияға тотоноп ҡараған сағығыҙ булманымы?

– Юҡ. Ә бына шиғыр яҙҙым. Шиғырҙы ла иртә яҙа башламаным әле ул, Стәрлелә уҡытыусылар институтында уҡығанда ғына тотондом. Ғиләжев Хәким ағай уҡытырға килгәйне. Ул мине нисектер яҡын күрҙе, ниндәйҙер йоғонто тигән нәмә була бит, шиғырҙар яҙҙыртып, уҡып ҡарағас, шиғыр бар тип ҡеүәтләп үк ебәрҙе. Шулай яҙып алып кителде.

– Берәй шиғырығыҙ әле иҫегеҙҙә бармы?

– Байтағы иҫтә була торғайны ла, инде онотҡанмын. Икенсе курста уҡығанда мине Мәскәүгә, Профсоюздар съезына делегат итеп һайланылар. Институттың профком рәйесе инем. Әйткәндәй, Ғиләжев ағай ҙа студент сағында институтта профком рәйесе булған икән. Ул шундағы мутлыҡтарын һөйләп, нисегерәк аҡса шылдырырға ла өйрәтте (урлау түгел, нисек, ниндәй сараға дөрөҫ бүлдереп файҙаланырға икәнен аңлатты), тырышып эшләнем. Башҡортостан профсоюздар конференцияһына ебәрҙеләр. Шунда һайланылар ҙа инде Мәскәүҙә үтәсәк съезға делегат итеп. Тик мин уны иптәштәргә генә түгел, өйгә ҡайтҡас хатта әсәйемә лә әйтмәнем. Ҡышҡы педпрактикаға Ишембайға барҙыҡ, шунда дәрес үткәреп торһам, директорға саҡыралар, Х. Ғиләжев ағай килгән, һин нимә, беҙҙән бөтә нәмәне йәшереп йөрөйһөң тип әрләп ташланы. Съезға саҡырыу килгән икән. Шулай итеп Мәскәүҙә булып ҡайттым, Башҡортостандан ете кеше барҙыҡ, Юғары һәм махсус белем биреүсе уҡыу йорттары һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең профсоюздары съезы ине ул. “И. Сталин бүләктәре” тигән өс ҡатлы Сталин музейын күреп иҫтәр китеп, башҡа ерҙәрҙе ҡарап ғәләмәт тәьҫораттар менән ҡайттым. Күргәндәремдән әҫәрләнеп, поезда ҡайтып килгәндә Мәскәү тураһында биш шиғыр яҙып ташланым. Бына береһе:

Күрҙем Кремлде, алтын түгел,

Стеналары ҡыҙыл кирбестән,

Һәм бөйөк ул, донъя халыҡтарын

Үҙенә тарта ябай килеш тә.

Сөнки унда йәшәй бик-бик ябай

Һәм донъялай бөйөк бер кеше,

Сталин ул, шуға Кремлдә тиҙәр

Бар донъяның йөрәк тибеше!

Шулай! Архивта бар ул минең шиғырҙар. Ҡайтҡас, хәҙер, дәртләнеп китеп тағы шиғырҙар яҙылды институтта. Ә инде армияла башта ғына шиғырҙар яҙып яттым, шунан хикәйәләр яҙыуға тотоноп киттем. Хеҙмәттә

саҡта ете хикәйәм тыуған. В. Ленин бүлмәһенә инеп ултыра ла рәхәтләнеп яҙа инем.

– Хикәйә яҙып китергә нимә этәргес булды?

– Армия тормошонда бөтәһе лә күҙ алдында, иптәштәреңде энәһенән ебенә тиклем беләһең. Шундағы ҡыҙыҡтарҙы, проблемаларҙы уйлаһаң, бер нәмә сығарып була бит инде.

 

Тәүге хикәйәһе үк “Әҙәби Башҡортостан”да донъя күрә

– Материал аяҡ аҫтында инде?

– Эйе. Шунда баҙнат итеп береһен “Ағиҙел”гә лә ебәрҙем (ул ваҡытта – “Әҙәби Башҡортостан”). Институтты бөткәс, мин әрмегә саҡлы дүрт ай ғына булһа ла эшләп өлгөргәйнем. Райондың мәғариф бүлегендә инспектор булдым. Башта үҙемдең ауылға директор итеп ебәрәбеҙ тигәйнеләр, ҡайтманым. Сөнки ауылда ете йыллыҡ мәктәптең директоры еҙнәй тейеш кеше ине. Ул һуғышта булған, дүрт балалы, үҙе һуғышҡа тиклем техникумдың бер-ике курсын бөткән кеше булды. Ә бөтә мәктәптә институт бөткән бер кем дә юҡ ине, байтағы 7 класс тамамлап уҡытып йөрөй. Еҙнәне эштән сығарып, шунан коллектив көсәйтәм тип бүтәндәрҙе лә алмаштырһам, ауылдаштарым шуны ғына уйлап йөрөгән икән был тип әйтер тип уйланым. Ҡайтмайым тигәс, РОНОға алдылар. Ә бына армиянан ҡайтып төшкәс тә, сумаҙанымды вокзалда ҡалдырҙым да, туп-тура “Әҙәби Башҡортостан” яғына киттем. Кесе лейтенант кейемендә барып индем, хикәйә ебәргән инем тигән булам. Назар Нәжми ағай ул ваҡытта яуаплы сәркәтип ине, Әкрәм Вәли – баш мөхәррир, Ғәйнан Әмири – проза бүлегендә. Назар Нәжми: “О-ой, зеленый горошек ҡайтҡан, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Был бит теге егет, хикәйәһен алдағы һанға ҡуйғайныҡ, шул даһа”, – ти. Иҫкә төштө, хикәйәлә увольнениеға әҙерләнгән һалдат, ул саҡта иң осһоҙло одеколон һаналған “Душистый горошек” (һалдат хушбуйы тип йөрөтәләр ине уны) менән ҡойоноп сығып китә тип яҙғайным. Шуны былар эләктереп алғандар икән. Душистый тимәй, зеленый тиҙәр әле ул, етмәһә. Редакцияла ул саҡта Люся тигән сос ҡына курьер ҡатын бар ине. Шул, һалдат, ҡайҙан ҡайтып киләһең, исемең Мусин түгелме, һинең бит унынсы номерҙа шиғырҙарың сыҡҡан, әле генә бухгалтерҙар, гонорарҙы ҡайҙа ебәрергә, тип һинең адресыңды һорап ултыралар ине, тине. Бешһә бешә бит эштәр, мәйтәм, булды былай булғас, 1953 йылдың октябре был, байтаҡ аҡса тотторҙолар. Байыным да киттем, әтеү әле ауылға нисек ҡайтып етәм тип тора инем, ысынында. Унда әсәйем яңғыҙ ғына. Кискә Хәким ағай Ғиләжевҡа барҙым, армияға юлланғанда ла фатирына инеп ҡунып киткән инем. Ҡайтып йөрөмә, әйҙә, эшкә төш, ти ағай. Нисек эшкә, мине бит әсәй көтөп тора? Әсәйең көтөр инде, беләм (мин студент саҡта уҡ уның әсәйемде күргәне бар ине), хәҙер ҡайтһаң, шунда батаһың, һин яҙырға тейеш тип күндерҙе. Тәүҙә радиокомитетҡа алып барҙы, Рәжәп ағай Хәйбуллинға алып инде. Ул, әлегә урындар юҡтигәс, Яҙыусылар союзына киттек. Хәниф Кәрим ултыра, ул яуаплы сәркәтип ине. Институтты бөткәс бит мине Әҙәбиәт институтына ебәрмәк булғайнылар, шунда документтарымды Хәниф Кәрим әҙерләгән ине. Август айында имтихан тапшырырға бараһың, тигәйнеләр, көттөм, саҡырыу юҡ, әсәйгә еңел булһын тип, бесән эшләп йөрөйөм. Үҙебеҙҙә телефон юҡ, Петровскийға барып шылтыратҡайным, Ғариф Ғүмәров тигән кеше, Хәниф Кәрим отпускыла, тине. Шулай-шулай, саҡырыу көтә инем тиһәм, ә-ә, ул күптән килде лә, имтихандар башланғандыр инде, саҡырыуҙы ебәрергә адресыңды белмәнек, ти. Адресты ҡалдырмағанмын, ҡалдырһам, Мәскәүгә китер инем, армияға ла бармаҫ инем, әммә уныһы миңә яҙмаған. Хәниф Кәрим “Совет Башҡортостаны” менән һөйләшкәйне, улары, бөгөндән мәғлүмәт бүлегенә ултырып эшләй башлаһын, тине лә ҡуйҙы. Булмай, ҡайтып килергә ине, тием. Ҡайтһаң, һине ебәрмәйҙәр, ҡарале, шиғырҙарың бармы, баҫабыҙ, ти баш мөхәррир Вәли Вәли улы Нафиҡов. Аҙна-ун көн эшлә лә, ун көнгә командировка бирәм, ҡайтып килеүеңә аҡса ла була тип, эшкә ҡушты. Ғиләжев ағайҙа йәшәйем. Абдулхаҡ Игебаев гәзиттең әҙәбиәт бүлегендә эшләй, Абдулла Әхмәтшин шунда уҡ бүлек мөдире. Ауылға байып ҡайттым да, ҡабат бармайым да ҡуяйым тип уйланым. Әле әсәйгә лә аҙна буйы әйтмәй йөрөнөм эшкә төшкәнемде, әйткәс инде, ул, шул тиклем көтөп алып, мин һине тағы нисек ебәрәйем, тине. Эй, дурак, нисек итеп әсәйҙе ташлап китмәк кәрәк, ауылдан беренсе булып йәйәү 30 саҡрым йөрөп унынсы класты бөттөм, уҡытты, юғары белем бирҙе тип уйландым. Шул ауыр, ас ваҡыттарҙа ла уҡытты бит әсәйем. Аҡыллы булды ул, Ҡөрьәнде яттан белә ине. Төндә уянып китә лә, туҡтаған еренән ялғап уҡып ала ла китә ине аяттарын. Шулайтып, Ҡөрьәнде сыға, сыҡҡандан һуң берәйһенә бағышлай. Ҡөрьән сыҡҡан өсөн аҡса алмай, тейешенә тинләп кенә хәйер бирегеҙ, ти ине. Өшкөрөүҙәре лә килешә, ти торғайнылар. Мин икеләнгән арала әсәй бер аҙ тынысланды. Ярай китмәйем, барып аҡсаларын кире бирергә кәрәк әтеү тием. Улым, бар һин, тик оҙаҡҡа түгел, икенсе йәйгә тиклем йөрө лә ҡайт, тип фатиха бирҙе. Ҡалала йорт-ерем юҡ, бер йыл буталып йөрөнөм. Тәүҙә фатирҙа торғайным, унан ағайҙың һарайында ҡунып йөрөнөм, шунан бер йыл тигәндә, бында ҡый араһында йоҡлап ятҡансы тип, бәреп һуғып ҡайттым да киттем. Ауылда дүрт йыл торҙом да, бүректәге бүре балаһылай булып, яңынан Өфөгә ҡуҙғалдым.

 

Яҙыусыларҙы сирек бал менән ҡунаҡ итә

– Шул ауылға кире ҡайтҡан ваҡытығыҙҙа һеҙгә Мостай Кәримдәр килгәйнеме?

– Эйе. Кире ауылыма ҡайтып йәшәгән осорҙа тыуған яғыма юлдары төшкәндә ҡәләмдәштәр йортомдо урап уҙманы. 1955 йылда Сәғит Агиш, Ғилемдар Рамазанов, “Совет Башҡортостаны”ның ул саҡтағы баш мөхәррире Ғ. Ғ. Ғафаровтар булып китте. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығын байрам иткәндә төрлө яҡтарҙан ҡунаҡҡа яҙыусылар ҙа килде республикабыҙға. Уларға төбәкте күрһәтеп йөрөттөләр. Мостай Кәрим күренекле татар яҙыусыһы Ғүмәр Бәшировты Бөрйәнгә алып китеп барышлай өйөмә һуғылды. Ауылға ҡайтып китһәм дә, арыу ғына яҙыша башлаған инем.

Хикәйәләр, тәүге повесым “Зөһрә” баҫылып, икенсеһенә тотонған мәл. Өфөлә яҙыусылар араһында, әҙәби мөхиттә йөрөп ҡайтыуымдың файҙаһы бик тейҙе. 1956 йылда Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәримдәр, командировкаға китеп барышлай, повесымдың корректураһын ауылыма индерҙе. Унда ла ҡыҙыҡ булды, яңы өй һалып ятам, ҡыйығын таҡта менән ябып йөрөгән мәл. Иҫке өйөм дә, атайым һалғаны, матур ғына ине, уны яңыһы эргәһенә күсереп һалғайным. Уларҙы шунда йоҡларға кереттем. Кис, ҡараңғы төшкәс кенә килеп төшкәйнеләр, иртәнсәк ҡунаҡтарға берәй яҡшыраҡ нәмә ашатып ебәрергә кәрәк бит тип уйланым. Үҙемдең әсегән балды өмәселәргә эсереп бөткәйнем (умарталарым бар ине), күрше Мәликә апайҙан бер сирек бал алдым. Ғиләжев ағайға әйткәйнем, Хәниф белеп ҡалмаһын, яратмаҫ, һин бер билдәле ергә ҡуй, беҙ уны сығып-сығып һемерербеҙ, тине. Х. Кәрим бик ҡоро кеше ине шул. Шулай бал ҡалдырҙым да, үҙем балыҡҡа, сыраҡҡа төшөп киттем. Төнө буйы һыу кисеп йөрөп балыҡ ауланым, ярға сыҡһам, муйыныма эленгән тоҡсай буп-буш. Ҡәһәрең, төбө һүтелеп, тотҡан балығым кире ҡойолған да барған. Таң атып килә, ни эшләргә? Әсәйгә ҡайтып хәлде аңлатып, һанаулы ғына һарыҡтың береһен һуйырға тура килде. Шулайтып, тәкә ите ашатып оҙатып ебәрҙем.

– Юлығыҙҙа Хәким ағай кеүек изге фәрештәләр осрап торған барыбер.

– Шулай, һәр кешенеңтормош юлында шундай Хызыр Ильястары булалыр, күрәһең.

– Ноғман ағай, тормошта гел дуҫтар ғына түгел, дошмандар ҙа булғандыр инде?

– Булды-ы. Үҙемдең ғәйепле саҡтар ҙа булғандыр, тура һүҙле булдым бит, кеше һүҙенә төшмәнем, ҡуйған маҡсатымдан бер ваҡытта ла баш тартманым.

– Ғәфү итмәҫлек хәлдәр булдымы?

– Бер-икәү булғандыр. Мәлендә бик әһәмиәт бирмәгәйнем дә, хәҙер уйлата. Мәҫәлән, 50 йәшемде үткәртмәҫкә тырышып йөрөүҙәрен һаман аңлап етмәйем. Ул мәлгә инде биш роман, байтаҡ повесть авторы инем. Сәбәбен дә беләм, Ғиләжев ағайҙы бит үҙе күтәргән кешеләре бергәләшеп йөрөп эшенән сығарҙы. Мин быны белгәс, йәшереп тормай ағайҙың күҙен асам тип тура бәреп әйттем.

– Ҡәләмдәштәрегеҙҙе гелән ижади яҡтан үҫергә лә ҡеүәтләп торғанһығыҙ, киң күңеллелек билдәһе бит был…

– Бына минең дә ғәмәл дәфтәре бар (көлә). Ҡулъяҙмалар уҡыуҙан баш тартманым шул бер ҙә. Кем килтерә, шуныҡын уҡыным, шуларҙы бына ошо дәфтәргә теркәп барғанмын. Мин уҡып, эшкәрткән ҡулъяҙмалар исемлеге теркәлгән бер дәфтәрем архивҡа киткән. Ә бына быныһында, икенсеһендә, минең тарафтан уҡылған 70-кә яҡын әҫәр исеме яҙылған. Быйыл “Ағиҙел”дә баҫылған Раят Вәлиевтең “Цех” романын да алдан уҡып, кәңәштәремде бирҙем. Раяттың ҡараламаһы 900 битлек ине, эре итеп машинкала баҫылғайны. Бик әкренләп уҡып, һәйбәтләп кәңәштәремде бирҙем, тарҡауыраҡ, тинем, бер яҡлыраҡ урындары ла бар ине. Раят миңә әсәйем

яғынан туған да тейешле әле ул. Тәүге китабындағы повесы, хикәйәләре лә шул тиклем матур ине уның. “Цех”ты ул әҙерәк кенә үҙенең туған теленән, тыуған төйәгенән айырылыбыраҡ яҙғанлығы күренеп тора, завод цехы бит инде, Баҡый ауылы түгел. Цехтың үҙенең атмосфераһы, үҙенең теле, үҙ кешеләре, шуның өсөн үҙеңдең телеңде һаҡлап бөтөңкөрәмәгәнһең, һинең телең бит икенсе төрлө, байыраҡ, тип тә әйттем. Кәрәкмәгән урындары, деталдәре бар, ғишыҡ-мөхәббәттәргә күп урын бирелеп, ҡабат-ҡабат шул бер геройға ҡайтҡан урындары ла бар әле тигәс, кәңәштәремде яҙып алды. Ноғман ағай, эшләнем тип, бер йылданмы тағы килде. Сабир Шәрипов иҫән ине ул ваҡытта, уға алып бар, тинем. Байтаҡ ятты. Быйыл Раят миңә, Ноғман ағай, һеҙгә рәхмәтемде әйтәм, журналда баҫылып китте бит, тип шылтыратты. Тема яғынан да яңылыҡ был роман әҙәбиәтебеҙгә, бирелеше лә ҡыҙыҡлы.

Гәзиттә эшләгән осоромдо һағынам, ти

– 90 йыл ғүмерегеҙҙең ҡайһы осоро бигерәк тә ҡәҙерле?

– Бөтәһе лә ҡәҙерле, әммә күп кешеләр менән осраштырған йәнле бер мәл, осрашыуҙар, йөрөүҙәр күп булған гәзит осоро нығыраҡ һағындыра.

– “Башҡортостан” гәзитенә шәп реклама булды инде был, “Ағиҙел”дә лә эшләгәнһегеҙ бит әле, Ноғман ағай.

– Эшләнем, яратып эшләнем.

– Ул ваҡытта “Ағиҙел”дең тиражы ҙур булмаған, эйе бит?

– Мин 1958 йылда яуаплы сәркәтип булып урынлашҡанда редакцияға Әнүр Вахитов та институт бөтөп кенә килгән ине, уның менән бергә эшләп алдыҡ. Ул ваҡытта тираж 3-4 мең самаһы ине. Журнал тиражын күтәреү өсөн Хәким Ғиләжев шул тиклем күп эшләне. Ул ойоштороу яғынан бик көслө баш мөхәррир ине. Шулай уҡ Ғәли Ибраһимов та журналды күтәреүҙә күп эшләне. Ул хатта Өфө сығарған шырпы ҡаптары тышына журналдың һүрәтен ҡуйҙырҙы. Шул тиклем пропаганда көслө барҙы. “Әҙәби Башҡортостан” тип аталған ваҡыты әле ул, “Ағиҙел” түгел, шулайтып күтәрелеп китте баҫма. 1968 йылда тираж 45 000-гә етһә, һуңыраҡ 60 000-де уҙып китте.

–1958 йылдарҙан һуң кеше лә китап уҡыуға ныҡлап тотонғандыр, эйеме?

– Китап уҡыу ысынлап популярлашты, уҡыйҙар ине, магазиндарҙа бер китап ятып ҡалмай ине. Китапты кешеләр макулатура тапшырып һатып алдылар. Үҙем мин, кәрәкмәһә лә, “Новый мир”, “Октябрь”, “Дружба народов” журналдарына яҙылыр булдым, сөнки шуларға ҡушылып китаптар ҙа килә ине. Китаптарҙы шулайтыптупланым. Былай алып булмай ине.

 

Еңеү көнөн еүеш сабатала, ике ауыл араһында ҡаршылай

– 1945 йылдың 9 майы хәтерегеҙҙәме?

– Бәләкәй апайым Мәфрүзә 7 класс ҡына бөткән көйө Иҫке Һәйеткә йөрөп уҡыта ине. Рәшиҙә апайымды ла 7-се класты бөткәс тә силсәүиткә секретарь итеп ултырттылар. Апайҙар шәп уҡый торғайны, тағы ла бер еҙнәй

уҡытыусы, уларҙың бөтөнөһөнә лә паек тейеш, он бирә торғайнылар. Уны, ғәҙәттә, килтереп, үлсәп тарата инеләр. Ә 8 май көнө ондо иртәгә 30 саҡрымда ятҡан Маҡарҙан сығып алырға тигән хәбәр килде. Уҡытыусылар, силсәүит кешеләре, беҙ Мәфрүзә апайым менән икәү киттек он артынан. Юлдан шарлап һыу ағып ята, ҡар әле ныҡлап бөтмәгән. Сабаталар менән шапырлатып һыу кисеп Маҡарға барып индек. Еңеүҙе ишетмәгәйнек әле, Селтербей, Йәнәл тауының битләүҙәре халыҡ менән тулы, урамда кешеләр шаулап әллә йүгереп, әллә нишләп йөрөй. Был ни ғәләмәт тип аптырап ҡарап торҙоҡ, шунан еңгәнбеҙ, еңеү бит, тип әйттеләр. Беҙ ни нимә эшләйбеҙ, ни булһа ла, тоҡтарыбыҙға үҙебеҙгә тейеш ондо һалдырып алырға кәрәк башта. Иртәгәһенә тоҡтарҙы күтәреп, тағы ла һыу кисепҡайтып киттек. Еңеүҙе ауылда ла ишеткәндәр икән, байрам, тип ҡыуанған булдылар, илаған булдылар. Беҙ ҡайтҡас, 9 балаһы менән тороп ҡалған Разия еңгәй инде, әсәйемде ҡосаҡлап иларға тотондо. Уның ире, беҙгә туған тейеш Мөхәмәҙиә ағай һуғышта үлгәйне. Шул 9 балаһын да үлтермәй, балалар йортона-фәлән бирмәй аяҡҡа баҫтырҙы ул еңгәй аҙаҡ. Әсәйем беҙ алып ҡайтҡан ондан ҡамыр баҫып, тиҙерәк майға һалып табикмәк бешереп алды. Еҙнәй бар ине, мәктәптә эшләгән, фронтта булған кеше, ул сығып китте, шунан ике көн буйына юғалып торҙо, үҙе кеүек фронтовиктарҙы табып, байрам иткәндәр, үәт.

– Беренсе уҡыған китабығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

– Икенсе кластамы икән, башлап “Серле утрау” тигән китапты уҡыным. Уны йәш кенә, педучилище бөтөп килгән Халиҡов тигән уҡытыусы ағай (Дәүләкән районыныҡы ине ул), биреп торҙо. Уның балаларға уҡырға кәрәкһә тип алып килгән байтаҡ китаптары бар ине. Уҡырға иһә мәктәпкә төшмәҫ борон өйрәнгәйнем. Беҙҙә гел уҡытыусылар фатирҙа торҙо. Улар артынан бәләкәй генә килеш эйәреп мәктәпкә йөрөй торғайным. Ә ҙурыраҡ китапты мин һуғыш ваҡытында ҡулға эләктерҙем. Өҫкө урамда Уйылдан тигән дуҫым бар ине, уның ике ағаһы һуғышҡа киткәйне, ә ике апайы өйҙә ине, бер-беребеҙгә уйнарға йөрөнөк. Уйылдандарҙың тәҙрәләре төбөндә ҡайһы биттәре йыртылып, һәлберләп торған “Ҡорос нисек сыныҡты” тигән китап күреп ҡалдым. Тәржемәсеһе Ғәли Зөлҡәрнәев ине. Мауығып уҡыным, күңелгә ныҡ бәрелгән китап булды ул.

– Башҡорт әҙәбиәтендә, башҡорт халҡы яҙмышында Ноғман Мусин дәүере булды, тип әйтә алам, шулай тип уйлайбыҙ. Һеҙ нисек иҫәпләйһегеҙ, ғөмүмән, дәүер-шәхестәр, дәүерҙе кәүҙәләндергән шәхестәр беҙҙең милләттә күптәрме?

– Халҡының иҫендә ҡалырлыҡ шәхестәр бар инде ул. Аҡмулла дәүере, Бабич дәүере, Дауыт Юлтыйҙар дәүере булған, хәтәр! Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай дәүерҙе билдәләүсе кешеләр түгелме ни? Ундай шәхестәребеҙ әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә етерлек булған. Арыҫлан ағайыбыҙ Мөбәрәков, йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллиндар ҙа халҡы - быҙҙы күтәреүсе, халҡыбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе шәхестәребеҙ, күптәр улар. Тик, ниңәлер, беҙ уларҙың исемдәрен әйтмәй тарһынабыҙ, сикләнәбеҙ һәм бер үк фамилияларҙы атауҙан ары китә алмайбыҙ. Шәхестәребеҙҙе, ниңәлер, кемдәндер ҡурҡҡан һымаҡ,

артыҡ күтәрмәйбеҙ. Бына мин Рәйес Түләкте әйтер инем, һандуғастан һабан һөрҙөрмәйҙәр тигән, заманды сағылдырған хәтәр шағир ине бит. Кем күтәрә уны?

– Беҙ күтәрәбеҙ!

 

“Бер-берегеҙгә таяныс була белегеҙ!”

– Бик яҡшы! Күтәрергә кәрәк шулай. Көслө шәхестәр көсһөҙөрәк була. Улар йырып-йыртып бармай, аяуһыҙланып, әллә ни эшләп йөрөмәй. Таяныс булмаһа, улар һүнә. Шулай һүнгән шәхестәр булмаһын ине. Хәҙерге ауыр заманда һеҙгә шуны әйтәм: бер-берегеҙгә таяныс була белегеҙ, ваҡытында үҙегеҙҙең иптәштәрегеҙҙең уңыштарын күреп, шуларҙы күтәреп өлгөрөгөҙ! Хәҙер элекке шикелле коллектив рәүештә күтәреү мөмкинлектәре юҡ, ниңә бер-берегеҙ тураһында яҙмайһығыҙ?

Бер нәмә күрһәтәйем әле, маҡтанайым. ХI томда 18 яҙыусының әҙәби портретын яҙғанмын: Б. Бикбай, З. Биишева, Н. Нәжми, М. Тажи, И. Ғиззәтуллин, Х. Ғиләжев, Ғ. Ибраһимов, Я.Ҡолмой, Д. Исламов (бик хөрмәт итә инем, уның кеүек прозаик беҙҙең бүтән юҡ), Ғ. Рамазанов, З. Хисмәтуллин, Ш.Биҡҡол, Ф. Иҫәнғолов, Ә. Вахитов, Н.Ҡотдосов, С. Шәриповтар – улар тураһында айырым очерктар, унан да тыш тағы ла 42 яҙыусы һәм уларҙың әҫәрҙәре тураһында мәҡәләләр яҙғанмын. Ә хәҙер мин шулай ҡәләмдәштәре, уларҙың әҫәрҙәре тураһында яҙып, бер-береһен күтәрмәләүҙе күрмәйем, шуға өндәп әйтәм. Маҡташып яҙыуҙар барҙыр ҙа ул, төплө мәҡәләләр юҡ бит.

Әҙәбиәттә Спартак Ильясов килеп сыҡҡас та, уның хаҡта ла яҙып ҡуйҙым, иң һуңғы мәҡәләм бына шул булды.

Әле лә үткер ҡәләмле йәштәр бар, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Миләүшә Ҡаһарманованың матур ғына ижад иткәнен күрәм, ҡәләме һәйбәт. Һуңғы ҙур әйберенең өҙөктәрен нисек тә тырышып “Киске Өфө”лә уҡып барҙым.

– Хәҙер, ысынлап та, төплө анализдар бик әҙ. Ғалимдар ҙа ул хәтлем юҡ, күберәк йөкмәтке һөйләү китте.

– Мәҫәлән, проза тураһында фәнни күҙлектән сығып яҙылған китап юҡ. Поэзия, драматургия бар, проза хаҡында юҡ. Әнүр Вахитовтыҡы бар ҙаһа тиерһегеҙ, әлбиттә, уның докторлыҡҡа әҙерләгән хеҙмәте ҡалды, ул проза буйынса беҙҙең иң ҙур ғалим ине. Ул киткәйне, бөттө лә ҡуйҙы. Шәп кеше ине ул, дуҫым булды Әнүр. “Ағиҙел”дә беҙ уның менән бер нисә ай бергә эшләп алдыҡ. Шунан ул аспирантураға китте. Әүҙем эшләне. Аҙаҡ Роберт Байымовтың да төплө генә мәҡәләләре баҫылды, тик проза тураһында тотош айырым китаптар булманы тимәксемен.

 

Яҙыусыға ниңә премия аҡсаһын тапшыра алмай бер булғандар?

– Ноғман ағай, һеҙ үҙегеҙгә бөтәһе лә һуңлап килде тип әйтмәйһегеҙме? Һеҙ – халыҡ ныҡ яратҡан яҙыусы, әммә исемде һуңлап бирҙеләр тигән үкенес булманымы?

– Үкенмәнем, сөнки әтнәкәһен белә инем. Салауат Юлаев премияһына мине дүрт тапҡыр күрһәттеләр, бирмәй килделәр, көтмәй инем дә.

– Күңелегеҙ төшмәй торғайнымы?

– Ю-уҡ, сөнки сәйәсәттәрен дә аңлай инем. Шунан һуң, уңайһыҙ була башланымы икән, 4-се тапҡырға “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” романын ҡәләмдәшем Абдулхаҡ Игебаев һәм тағы ла кемдәр менәндер бергә күрһәткәйнеләр. Бына бит, бер заман премияАбдулхаҡ Игебаев менән Ноғман Мусинға бирелә тип иғлан иттеләр, ярай, булғас, һәйбәт, тинек. Әмәлгә ҡалғандай, Яҙыусылар союзында йыйылыш бара ине, Динис Бүләков ҡайтып һөйөнсөләне уны. “Ағиҙел” ресторанына барып байрам иттек, шунан егеттәр, әйҙәгеҙ, миңә тип, өйгә лә алып ҡайтып һыйланым. Ике-өс көндән ишеттем бит, миңә ярты премия биргәндәр, баянист Ғәйнетдинов менән икебеҙгә бер премияны уртаҡ тәғәйенләгәндәр, имеш. Минең исем тағы ла төшөп ҡалыр булғас, ә Мусин ҡайҙа, ни өсөн уға юҡ тип тауыш күтәргәндәр икән, шунан берәү тороп, ярай әтеү, икеһенә уртаҡ булһын тигән дә ҡуйған. Тәүгеләрендә лә шылт киҫеп килә инеләр, “Мәңгелек урман” да күрһәтелгәйне бит инде.

– Әтеү быныһы ла ярты-йорто булған инде?

– Грамоталарын алырға саҡырҙылар, барманым! Ул март айында булғайны, июлдә Ишембайҙа 60 йәште үткәрергә булдылар. Мәҙәниәт министры аша грамотамды Ишембайға алып барып, юбилейымда тапшырып ҡуйҙылар. Был хәлдәр онотолдо тигәндә, йыл аҙағында Совминдан, һеҙ ниңә килеп Салауат премияһының аҡсаһын алмайһығыҙ, тип әрләшеп шылтыраттылар. Үҙегеҙгә булһын, йөрөмәйем тигәс, беҙгә бит отчет бирергә кәрәк, тип өҙмәне лә ҡуйманылар. Уйланым-уйланым да, ғауға ҡуптармайым әле тип, барып ярты премияны алып киттем. Әлеге лә баяғы, тура әйткән туғанына ярамаған, ғүмер буйы ғәҙеллек яратыуым, урата-сурыта, ярай һәм ялағайлана белмәүем үҙемә бер аҙ ҡырыныраҡ та һуға килде, ҡалайтаһың. Әммә, һис тә генә үкенмәйем!

 

Президентҡа ай буйы бер үк телеграмманы һуғып аптырата

– Ҡолғона яғы беҙҙең өсөн мәңгелек урман…

– Ҡолғона электән – шул тирә тау-урман кешеләренең мәркәзе. Белореттың Баҡый, Ботай һәм ҡайһы бер башҡа ауылдары ла үҙәге Ҡолғонала булған Кирәй Ҡыпсаҡ волосына ҡараған. Уҡырға ла беҙгә килгәндәр. Шөкөр, ауылым мәнфәғәте өсөн тырышлыҡ һалманым тигән үкенесем юҡ, хәлемсә эшләнем тип уйлайым. Шунда әллә нисәмә йылдар буйына һалынмай ятҡан юлды эшләргә булышлыҡ иттем. Юл юллап тәүҙә юғары етәкселеккә ябай хаттар яҙып, һуңынан, Фәрзәнә ҡыҙым менән бик яҡшы итеп төҙөп, телеграмма формаһында хәбәрҙәр оҙаттым. Фәрзәнә ҡыҙым унда эшләгәс, белә бит инде, ул хатыңды телеграмма итеп яҙһаң, етәксенең

өҫтәленә һалалар тигәс, ул саҡтағы республикабыҙ Президенты Р.З. Хәмитовҡа байтаҡ ваҡыт арауығында бик күп итеп, туҡтауһыҙ телеграммалар ебәреп яттым. Шунан һуң ул Ҡолғонаға барырға булып китте. Юл мәсьәләһе, унда хатта мәҙәниәт йортоноң да булмауы, халыҡтың эшһеҙ, оло донъя менән бәйләнешһеҙ ҡалыуы тураһында унда теҙеп яҙғайным инде, элек шундай бер әһәмиәтле мәҙәни үҙәк булыуын да тәфсирләнем, тирә-йүндәге бәләкәй ауылдарҙың да шунда ҡарап тороуын өҫтәнем. Берҙән-бер көндө Белорет яғына ниндәйҙер кәңәшмә үткәрергә китеп барған ыңғайы байтаҡ министрҙарын эйәртеп беҙҙең ауылға ла һуғылырға булды. Элекке ауыл хакимиәте эргәһендә ине минең йорт, хәҙер музей инде ул, шунда көтөп тороп, ҡаршы алдым, әҙерәк хәбәр һөйләшеп торғайныҡ, халыҡ йыйылып китте. Теге яҡта ла, был яҡта ла һаҡсылары тора, эргәһенә кешеләрҙе үткәрмәйҙәр. Рөстәм Зәки улы, күрәһегеҙме, халыҡ һеҙҙе шул тиклем һағынған, йәл, янығыҙға ебәрмәйҙәр, барыһы ла һеҙҙе күреп ҡалырға ынтыла, тинем. Улай әйтергә ярамағанын белһәм дә, әйттем. Ҡарап торҙо ла, килһендәр, тине лә ҡуйҙы. Халыҡ эркелеп килде, һырып алдылар, хатта тулы ғына бер ҡатын үрелеп битенән үбеп алды. Шул үрелеп үбеп торғаны “Ҡыҙыл таң” гәзитендә сыҡты бит! Хәлдәрен һөйләп алып киттеләр, бына тегеләй, быныһы кәрәк, юлһыҙ этләнәбеҙ, етештергән әйберебеҙҙе сығып һата алмайбыҙ, газды индерә башланылар ҙа, үткәреп бөтмәнеләр, иң мөһиме – юлһыҙлыҡ, тип. Ысынлап та, юл беҙҙә өҙөлгәйне тиһәң дә була, бик бөткәйне. Элекке, Эстәрле аша, Ырымбур яғынан Белоретҡа тиклем Екатерина һалдырған юл бит инде, шулайтып башлыҡты тиҙ генә ебәрмәй, хәбәрҙәрен теҙҙеләр генә. Ул эргәһендәге министрҙарға күрһәтмәләр бирергә тотондо, район башлығын шелтәләп ебәрҙе, ни эшләп ауыл был хәлдә, тип. Ситтәрәк емерелеп бөткән элекке мәктәптең интернаты тора ине, шунан ни уны шул яҡҡа әйҙүкләнем. Рөстәм Зәки улы, бына, күрәһегеҙме, йәштәр ошо емерек өйҙә күңел аса, урман эсендә ултырабыҙ, ә йыйылышыр бина ла юҡ, тинем. Ауыл хакимиәте лә элекке мәктәптең интернатында урынлашҡан ине, ул да емерелеп бөтөп барған йорт. Типовой матур мәктәпте, балҡып ултырған балалар баҡсаһын да күрһәттем, әлбиттә, бында яҡшы нәмәләр ҙә күп ул, тик баяғы насарҙары булыуы ғына алама, тинем. Кешеләр эшсән, тик тотоп эшләргә эштәре юҡ, ағас алабыҙ тиһәләр, ағас бирмәйҙәр, былай бирмәгәс, урлап ҡырҡалар, сөнки кешегә йәшәргә-ашарға кәрәк, ниндәй тәртип һуң ул урман менән, шуның кеүек нәмәләрҙе уйлағыҙ, урман эсендә кеше ғүмер буйына ағас менән йәшәгән тип байтаҡ әҫәрҙәремдә күтәреп килгән урман мәсьәләһенә бәйле нәмәләрҙе лә әйттем. Халыҡҡа, ике йылдан юл килеп етәсәк һәм мәҙәниәт йорто буласаҡ, тине шунда Рөстәм Зәки улы. 20-30 йыл буйына хәл ителмәгән шул мәсьәләне, иғтибар һәм фарман булғас, ике йылда ябып та ҡуйҙылар. Тауҙарҙы ҡырҡып бик яҡшы итеп юл һалдылар, ҡалалағыса ике ҡатлы, ҙур таш мәҙәниәт йорто ҡалҡты. Шулай, ауылыма күҙгә күренеп торған ике изгелек эшләнем, ул яҡтан күңелем тыныс.

 

“Бер һарыҡ етмәһә, икене һуйып, һыйланып, кешесә һөйләшеп ултырырға ине…”

– Ноғман ағай, 90 йәшлек табынығыҙға күңелегеҙгә яҡындарҙан кемдәрҙе йыйып алыр инегеҙ? Иҫәндәрҙе генә әйтмәйем, мәрхүмдәрҙе лә әйтәм…

– Баяғы иҫләгән дәүер-кешеләрҙе йыйыр инем. Әйткәндәй, Баязит Бикбай ҙа минең өйөмдә булды һуғыш ваҡытында. Ауылымдағы өйөм ҡотло булған шикелле. Әйтәм бит, хәҙер үткәндәрҙе берәмберәм күҙ алдына килтереп, бына шуларҙы ниңә эшләмәгәнментигән уйҙар ҙа баштан үтә. Эйе, юбилей ваҡыттарында ауылыма барҙы ҡәләмдәштәр, теге-был етәкселәр ҙә булды унда, шуныһы, улар менән бер кис ултыра ла, иртәгәһенә шул ҡунаҡтар менән бергә ҡайтып та китә инем. Нисектер шулай тура килә ине. Транспортҡа бәйле булғанмы, нимәгәлер, әммә иптәштәрем, ауылдаштарым менән дә бергәләп, яйлап, иркенләп ултырып, ябай ҡунаҡтарса һөйләшер әмәл тапмағанмын, тием. Яҙыусы булып та түгел, әҙәмсә, кешеләрсә. Шуны һаман эшләмәгәнмен бит тип уйлап, үткән йыл уҙғарырға ниәтләгәйнем, донъялар үҙгәрҙе лә китте. Документтар буйынса 1931 йыл йөрөһәм дә, асылда, 1930 йылда тыуғанмын ул. Шул 90 йәшемә, Алла бойорһа, Ҡолғонаға, Өфөнән дә иң яҡын кешеләремә әйтеп (теләгәндәр барыр), туғандарҙы ғына түгел, ғәзиз дуҫтарымды, ауылдағы яҡын кешеләремде саҡырып, бер һарыҡ етмәһә, икене һуйып, ҡорбан салып, матур итеп ҙур яланда табын үткәрермен тигән хыялым бар. Бынау ҡәһәр һуҡҡан сирҙәр килеп сығып, тормошҡа ашырылмай тора. Шул һаман да күңелемдә төйөн булып ҡалған, ниәтемде атҡара алмағанға борсолам, бәлки, быйыл эшләп булыр уны. Ул ниндәйҙер рәсми йә әҙәбиәт табыны ла түгел, кешеләрсә, үҙебеҙсә, башҡортса булһын, тим.

– Хәҙер ауылығыҙҙа ла үҙегеҙҙең тиңдәштәр бик юҡтыр инде?

– Ҡорҙаштар бөттө, Шәрифулла тигәне коляскала йөрөй ине, ике йыл элек үлде. Рәшит тигән тиңдәшемдең киткәненә лә өс йыл булды, уның ейәне хәҙер хакимиәт башлығы Ишембайҙа. Тиңдәштәрем түгел, өлкәнерәк йәштәге ирҙәр ҙә ҡалмаған ауылда, үлеп бөткән. Беҙ, 1930-1931 йылдарҙа тыуғандар, 17 кеше булғанбыҙ ауылда. Хәҙер араларынан мин генә тороп ҡалғанмын. Шуларҙы уйлап, эй Аллам, шул баҫҡыстарҙы үтеп киткәнмен бит, шуларҙан тороп ҡалғанмын бит бына тип уйлап ҡуям. Ҡайтһам, урамдан үтәм, һәр береһенең өйөн күрәм, шул тиклем ҡыйын, бер ҙә мин ҡалдым бит әле тип шатланыу юҡ! Күптәре ваҡытынан элек үлде. Беҙ бит бала саҡтан ауыр эшкә егелеп, имгәнеп бөттөк. Үҙемдең, артелдән алған справка буйынса, рәсми стажым 78 йыл. 1943 йыл мин инде һалабаш төшөрөп, септә һуғып, тегендә-бында артелдә дастуин эшләп йөрөй инем. 1942 йылдың документтарын тапманылар, справканы 1943 йылдан бирҙеләр, шул ваҡытта эш башлағаным, промартель ағзаһы булғанмын тигән документ ул. Яҙыусы булараҡ, эшләп йөрөүсе пенсионер һаналам, сөнки китап сыҡһа ла, 5 тинлек гонорар яҙылһа ла, килем алаһың, тиҙәр. Шулай итеп, мин эшләп йөрөүсе, 78 йыл стажы булған пенсионер, бына белгегеҙ килһә! (көлә). Эштән бәхет булды. Илһам ҡошо ла ташламаны. Ижадымды халҡым яратты, уларға кәрәклегемде тойоп йәшәнем. Халҡыбыҙ ихлас, ҙур йөрәкле беҙҙең!

Ғүмер баҡый Башҡортостан урмандарын, Урал тәбиғәтен генә түгел, ошо ерҙә йәшәүселәрҙең күңел урмандарын да ҡурсаларға ынтылып йәшәгән, ижадында ер һәм йөрәк экологияһын, халҡының ғорур тәбиғәтен һәм ябай булмышын, йәнә лә ғәййәр тарихын данлаған ихлас шәхес, сикһеҙ талантлы әҙип, үҙе лә, ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, тәбиғәт балаһы булып ҡалған яҙыусыбыҙ ул Ноғман Мусин. Уның халҡына бүләк иткән әҙәби мираҫы һәр башҡорттоң да күңелен елкендерер, булмышын сафландырыр көскә эйә. Халыҡ яҙыусыһы үҙе уҡыусыларым менән бәхетлемен тиһә, халҡыбыҙ ҙа ижадсыһынан уңған. Олпат йәшен – туҡһанын ҡаршылаған яҙыусының ғүмер дәүере фанилыҡтағы йылдар менән генә лә үлсәнмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа һөйөклө ил ағаһына һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын тип теләйек!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА яҙып алды.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов