Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь , 10:11

Өфө хакимиәтендә ҡала төҙөлөшө сәйәсәте буйынса яңы вице-мэр тәғәйенләнде

Кирилл Чистяков республика баш ҡалаһының территориаль үҫеше өсөн яуап бирә.

Өфө хакимиәтендә ҡала төҙөлөшө сәйәсәте буйынса яңы вице-мэр тәғәйенләнде

Башинформ хәбәр итеүенсә, Кирилл Чистяков Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул ҡала төҙөлөшө сәйәсәте һәм баш ҡаланың территориаль үҫеше өсөн яуаплы, тип хәбәр итте Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

Кирилл Чистяков 1978 йылда Мәскәүҙә тыуған. «Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу» һөнәре буйынса В.П. Горячкин исемендәге Мәскәү дәүләт агроинженер университетын тамамлаған.

Төрлө компанияларҙа инженер-проектлаусы, проекттар етәксеһе, проекттар менән идара итеү буйынса директор булып эшләй.

2018-2021 йылдарҙа – төҙөлөш ойошмалары етәксеһе.

2021 йылдың июненән – «Төҙөлөш тармағы лидеры» махсус төҙөүсеһе» йәмғиәтенең биләмәләрҙе үҫтереү һәм ҡала төҙөлөшө сәйәсәте буйынса директоры, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр ассоциацияһында территориаль үҫеш һәм ҡала төҙөлөшө сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсе, Өфө хакимиәте башлығы кәңәшсеһе була.

 

Фото: ufacity.info

Автор:Ильяс Ҡасҡынов