Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь , 14:17

28 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында шағирҙар көнө

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бер әҫәрендә шундай юлдар бар: «Шиғриәт үҙе бер дәүләт ул,шул дәүләттең шағир - батшаһы!» Шиғриәт исемле дәүләттең батшалары бөгөн республиканың «Ашҡаҙар» радиоһының төп геройҙары.

28 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында шағирҙар көнө

Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров, Тимер Йосопов, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев.... Үҙҙәре күптән инде баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә уларҙың тауыштары Башҡортостан радиоһының «Алтын фондында» ҡәҙерләп һаҡлана. «Фондтағы тапршырыуҙарҙы тыңлай башлау менән тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә, баштан йөҙ фекер үтә. Нәҡ ошо бөйөк шәхестәр республика һулышын шиғри юлдарға һалған, «күкрәктәрен йыртып асып, йөрәктәрен тартып алып, дуҫтарына, халҡына илткән». Улар әйткән һүҙҙәр төйәгебеҙ тарихына нағышлап яҙылған. Ошондай шәхестәре булған милләт бөйөк халыҡ, мәшһүр халыҡ», - тип уйҙары менән бүлешә «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Шиғриәт көнөндә «Ашҡаҙар» радиоһы студияһынан тыңлаусыларҙың һорауҙарына яратҡан шағирҙарыбыҙ Хисмәтулла Юлдашев менән Тамара Искәндәриә яуап бирәсәк. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Марат Кәримов, Тамара Ғәниева, Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Йоносова, Хәсән Назар ҙа эфир тулҡындарына сығасаҡ.
Тематик көндәр тыңлаусыларға бик күп мәғлүмәт бирә, туҡтап уйланып алырға урын ҡалдыра, мәңгелек ҡиммәттәрҙе хәтерләргә мәжбүр итә, һүҙ бәҫе тураһында хәтергә төшөрә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим юҡҡа ғына: «Урынһыҙ ҡулланылған һүҙ шиғырҙың ғына түгел, донъяның көйөн китәрер – гармонияһын боҙор төҫлө», тип яҙмаған бит. Донъяның көйөн китәрмәй йәшәйек тиһәк, йышыраҡ шиғриәткә ихтибар итәйек, илаһи мәлдәрҙе һынландырған әйберҙәргә битараф булмайыҡ.
Киләһе аҙнаның кесаҙна көнө «Ашҡаҙар» радиоһында Дуҫлыҡ темаһына арнала.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов