Аҡһаҡалыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусиндың таянысы, тормош усағын дөрләтеп тороусы ғәзиз ҡыҙы Гөлшат апайҙың был фани донъянан китеп барыуы йөрәгебеҙгә шом һалды. Әле генә Гөлшат апай һөйөклө атаһының 90 йәшлек юбилейын уның тыуған яғында байрам итеүҙе ойоштороп, ҡанатланып йөрөнө. Донъяға яҡты йөҙөнөң нурын сәсеп, йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Үкенес! Ни хәл итәһең, донъя шулай ҡоролған.
Ил ағаһы Ноғман ағайға ошондай ауыр саҡта ныҡлыҡ, сабырлыҡ бирһен Аллаһ Тәғәлә! Йәнең йәннәттә булһын, Гөлшат апай!