Ошо йәһәттән ҡарағанда, башҡорт халҡы, уның дәүләтселеге Башҡортостан Республикаһы донъя кимәлендә ни рәүешле сағылыш таба, мәҫәлән, ҡәүемдең һан-иҫәбе һәм илдә тотҡан урыны хаҡында ниҙәр әйтергә мөмкин? 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ярашлы республикала 4 миллиондан ашыу төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Иң ҙур этник төркөмгә ҡараған титуллы милләт – башҡорттар – 29,5, урыҫтар – 36, татарҙар 25,4 процент тәшкил итә. Сыуаштар – 2,7, мариҙар – 2,6 һәм украиндар 1 процент самаһы һ.б. Өфө ҡалаһында көн иткән 1 миллиондан күберәк кешенең яртыһы самаһын урыҫтар, 17 процентын – башҡорттар һәм 28 процентын татарҙар тәшкил итә.
Титуллы милләт вәкилдәре күпселек булған ҡала республикала берәү – Сибай – 53 процент. Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Илеш, Хәйбулла, Учалы, Асҡын, Борай, Ейәнсура, Салауат, Тәтешле кеүек райондарҙа башҡорттар бөтә халыҡтың 64 – 96 процентын биләй. Ҡалаларҙың күпселегендә ҙурлығы буйынса тәүге урын – урыҫтарҙа. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында улар – 54, Межгорьела – 59, Күмертауҙа – 61, Белоретта – 69,6, Благовещенда – 61 һ.б. проценттан күберәк. Урыҫтар иҫәбе буйынса тәүге урынды биләгән район берәү генә – Дыуан: 63,9 процент.
Ағиҙел ҡалаһында уҙған иҫәп татарҙарҙың 53 процент булыуын асыҡлаған. Улар шулай уҡ Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Дүртөйлө, Стәрлебаш Шишмә райондарында – халыҡтың ярыһынан күберәк. Сыуаш халҡы вәкилдәре Ауырғазы, Бишбүләк, Федоровка, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында ҙур төркөмдәргә ойошоп көн итә. Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама, Бөрө райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында мариҙар байтаҡ теркәлгән.
Күренеүенсә, иҫәп Иҙел һәм Урал буйҙарының төп халҡы сифатында мең йылдан ашыу ғүмер кисергән аҫабаларҙың мәртәбәһен күтәрмәй. “Танылған этнограф С. И. Руденконың антропология, археология, тарих, этнография, тел мәғлүмәттәрен дөйөмләштереп фараз рәүешендә әйткән фекеренсә, “иң һуң тигәндә лә беҙҙең эраға тиклемге VIII быуатта был яҡтарға монгол төҫлө ҡәбиләләр килә башлай”. Был юлдар телсе-ғалим Әкрәм Бейештең “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” тип аталған китабынан (Өфө, “Китап”, 1993 йыл). Улар б. э. т. VII быуатта уҡ хәҙерге Башҡортостан менән Сулман (Кама) йылғаһы буйы халыҡтарының физик төрөндә иң күп компоненттың береһен тәшкил иткән… Ул заманда Башҡортостан халҡының күпселеге һөйләшкән тел, күрәһең, боронғо башҡорт теле булған. Әммә б. э. тиклемге I мең йыллыҡтың I быуатынан башлап ҡына башҡорттарҙы берҙәм ҡәбиләләрҙең береһенә әүерелгән, тип әйтергә мөмкин”.
Мең йыл ғүмер итеү дәүерендә теге йәки был ҡәүемдең ни бары 2 миллион тәшкил итеүе, әлбиттә, тәбиғи күренеш түгел. Тарих фәндәре докторы М. М. Ҡолшәриповтың “Трагическая демография” тип аталған брошюраһында (Өфө, 2003 йыл) билдәләнеүенсә, 1959-1979 йылдарҙа ғына үзбәк халҡы, мәҫәлән, 107,1, төркмәндәр – 105,5, ҡырғыҙҙар – 96,8 азербайжандар – 86,3 процентҡа ишәйгән. Ошо йылдар араһында башҡорттар ни бары 38,2 процент үҫешкә өлгәшкән. Ә боронғораҡ дәүерҙәрҙә Иҙел-Урал буйының төп халҡы ни сама булған һуң?
“Историческая этногафия башкирского народа” тигән китабында академик Р. Ғ. Кузеев башҡорт зыялылары С. Мерәҫов һәм Х. Ғәбитовтың “Очерки по истории Башкирской АССР” йыйынтығында донъя күргән фаразына һылтанып, XIII-XV быуаттарҙа Урал буйының төп халҡының 7 миллион, ә Мәскәү батшалығына ҡушылғанда 3 миллион тәшкил итеүен телгә ала. Артабан ошо фаразда билдәләнеүенсә, башҡорттар кәмей һәм 1735 йылда – 2,8, 1741 – 2 миллионға тороп ҡала. Был ҡарашты кире ҡағыуҙан бигерәк иҫбатлау һуң дәрәжәлә ауыр, хатта Сыңғыҙ хан вариҫтары алып барған яуҙарҙа юғалтыуҙарға һылтанып та, сөнки 7 миллион тап шул дәүерҙе күҙ уңында тота һәм ул заманда миллион тәшкил иткән ҡәүемдәрҙе табыуы мөмкин дә булмағандыр.
Тарих саңына күмелгән хәл-ваҡиғалар
Башҡорт этносының демографик хәлен асыҡлау, объектив баһалау өсөн уның тарихи үткәнен милли-сәйәси, социаль-мәҙәни, иҡтисади, ижтимағи һ.б. күҙлектән тәрән анализларға һәм ҡайһы бер алдынғы этностарға хас ирекле эволюцион үҫеш сиктәрендә сағыштырып ҡарау кәрәк. Был алым иң элек отошло һәм көтөлгән һөҙөмтә биргән ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батша Рәсәйендә һәм Советтар Союзында был проблема йә инҡар ителә, һис тә булмаһа, сәйәси маҡсаттарҙа күҙ буяуға юл ҡуйыла ине. Фекерҙе дәлилләп, тәүге социаль ҡоролоштоң башҡорттарҙы ғөмүмән урыҫ халҡы араһында “иретеү”, йәғни юғалтыуҙы алға һөрһә, икенсеһе иһә “совет халҡы” формалаштырыу кеүек идеяны асыҡтан-асыҡ алып барыуын атарға мөмкин.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, XIII быуатта уҡ бөтә Көнсығышты иңләп, буйһондороп килгән татар-монгол яуы менән 14 йыл йән яғалашҡан һәм ҡайһы бер алыштарҙа хәрби өҫтөнлөккә өлгәшкән ҡәүемдең һигеҙ (!?) быуат үткәндән һуң ни бары 2 миллион тәшкил итеүе ни рәүешле аңлатыла һуң?
Һорауға, минеңсә, объектив яуап асҡысын академик Р. Ғ. Кузеевтың аталған хеҙмәтендәге түбәндәге юлдарҙан эҙләргә кәрәк. Урыҫ дәүләтенең бер өлөшөнә әүерелгәс, башҡорт халҡының тарихи үҫеше тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаша, тип яҙа тарихсы. “Быға тиклем сығышы һәм традицион бәйләнештәре менән төрки донъяһын ғына белгән халыҡ көслө һәм күп яҡлап йоғонтоло, үҫештең юғарыраҡ нөктәһендә торған донъяға юлыға”. Әлбиттә, ғалим иң элек хәрби һәм иҡтисади мөмкинлектәре ҙурыраҡ, әммә әҙәп-әхлаҡ йәһәтенән төрки халыҡтар донъяһы менән ярыша алмаған иҫ киткес ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы мөхитте күҙ уңында тотҡан. Иң элек хәрби, сөнки тап ошо бик күп ҡәүемдәргә хас булмаған ҡылыҡ империяның, В. И. Ленин һүҙҙәре менән әйткәндә, “халыҡтар төрмәһе” ҡороуға йүнәлешен тәшкил итә.
Байлығын йәшергән – бөлгән, сирен йәшергән – үлгән, тигән тәрән кинәйәле әйтем бар. Етешһеҙлектәрҙе иғтибарламаҫҡа, хатта инҡар итергә ынтылыштың көтөлмәгән ауырлыҡтарға, үҫештә башҡа ҡәүемдәрҙән артта ҡалыуға килтереүен аңлау өсөн халҡыбыҙҙың кәм тигәндә ярты быуатлыҡ үткәненә нигеҙле ҡараш ташлау ҙа етә. Мәҫәлән, бер ҡасан да үҙ дәүләтселеге, совет власы урынлашҡанға тиклем милли яҙмаһы, милли иҡтисады, ижтимағи-сәйәси ойошмалары, эшселәр синыфы, киң билдәле шәхестәре һ.б. булмаған халыҡтың, ысынлап та, ирекле эволюцион үҫешкә дәғүә итеп, юғары бейеклектәр яулауы мөмкинме икән?
Халҡыбыҙҙың демографик үҫешенә төҙәлмәҫлек яра һалған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс быуат ярым ваҡыт үткәндән һуң да объектив баһаға лайыҡ була алмаған ихтилалдарҙы атарға кәрәктер. Р. Ғ. Кузеевтың билдәләүенсә, 1662-1664, 1681-1683, 1704-1711, 1735-1740, 1755 һәм 1773-1775 йылдарҙағы баш күтәреүҙәр аҫаба халыҡтың үҫешенә төҙәлә алмаҫлыҡ йоғонто яһай. 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырыуҙа батша хөкүмәтенә ярҙамға ҡалмаҡтар ҙа килә, тип яҙа Әкрәм Бейеш. Уларҙың 10 мең һыбайлынан торған алайы Ыҡ йылғаһы буйындағы ауылдарҙы талай, кешеләрен юҡ итә. Үҙен Рәсәй императоры тип иғлан иткән Петр I “башҡорттарҙы дошман кеүек ҡырырға, үлтерергә, тотҡан урынында аҫырға һәм бөтә яҡлап ҡотон алырға” бойорған.
Тотош XVIII быуатты эсенә алған, тарихта бығаса күҙәтелмәгән был күренеште тарихсы М. М. Ҡолшәрипов батша хөкүмәтенең Иҙел-Урал буйының аҫаба халҡына ҡарата геноцид сәйәсәте тип атай һәм ошоноң менән бәйле Ҡаҙан губернаторы А. П. Волынскийҙың башҡорттарҙың иҫәбе артыуға юл ҡуймаҫҡа өндәгән һүҙҙәрен телгә ала. Ҡаҙан губернаторы П. М. Апраксиндың 1709 йылғы мәғлүмәтенә ярашлы Ҡаҙан һәм Өфө өйәҙҙәрендә 303 ауыл яндырыла, 12,7 меңдән ашыу кеше юҡ ителә һәм әсир алына. Шул йылдарҙа киң билдәле батша чиновнигы Петр Рычков, 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда 28,5 мең башҡорт ир енесе юҡ ителгән, тип яҙған. Урыҫ тарихсыһы В. И. Татищевтың мәғлүмәттәре буйынса тап ошо осорҙа 60 меңләп кеше ҡорбан була, ҡоллоҡҡа таратыла һ.б.
Дөрөҫ, совет власы йылдарында башҡорт ихтилалдарына ҡарата ыңғай ҡараш урын алды, йәнәһе, улар батшаның колонизациялау сәйәсәтенә ҡаршы алып барылған ғәҙел көрәш. Был да ғәжәп түгел, сөнки большевиктар урынлаштырған режим батша хакимлыҡ иткән йылдарҙы тик ҡара төҫтә генә сағылдырырға оҫтарып алғайны. Ләкин көскә ҡаршы һәр саҡ көс табыла тигән кеүек, ҡапма-ҡаршы ҡараш белдереүселәр ҙә булмаған түгел.
Ошо юлдар авторына 2010 йылдар тирәһендә Дыуан районының Арый ауылында тыуып үҫкән, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә етеп, башҡорт тел ғилемендә ярайһы эҙ ҡалдырған Таһир Ғәлләм улы Байышевтың архивы менән танышырға тура килгәйне. Теге йәки был мәсьәләләр буйынса КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты менән йыш ҡына һүҙгә килгән был шәхестең башҡорт ихтилалдары менән килешмәүен үҙенсә дәлилләп яҙған хеҙмәте лә бар. Уны йәмәғәтселек иғтибарына сығарғанда, ҡамасауламаҫ ине.
Ихтилалдар. Үзбәк, төркмән, ҡырғыҙ һ.б. халыҡтарының үрҙә телгә алынған үҫеше, иғтибарлабыраҡ ҡараш ташлағанда, тап шул хәл менән аңлатыла: улар бер ҡасан да ҡораллы көрәшкә күтәрелмәгән! Боронғо төрки донъяһының иң сағыу шәхестәренең береһе Аттиланың Евразия аша Испанияға саҡлы походы, Рим империяһын ҡыйратыуынан һәм Сыңғыҙ хан вариҫтарының Көнбайыш тарафтарына оҙайлы яуынан һуң төрки донъяһы Европа тарафтарына ҡорал күтәреп йөрөмәгән.
Башҡортостан кеүек һуң дәрәжәлә колонизацияланған илде, моғайын, табып булмай торғандыр. Ә бит был күренешкә аҫабаларҙың үҙҙәре юл асыуы тураһында, моғайын, күптәрҙең ишеткәне лә юҡтыр. Объектив фекер йөрөтөү хаҡына уны белеү бик тә кәрәк. “XVI быуат уртаһында башҡорт ҡәбиләләре Мәскәү батшалығына ҡушылғас, уларҙың биләмәләренә күскенселәр ағымы көсәйә, тип яҙа 2002 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан нәшер ителгән брошюрала башҡорт тарихсыһы Мөхәммәт Мырҙабулатов. Ағиҙелдең түбәнге ағымында һәм Ҡариҙелдең төньяғында эре мари ауылдары күренә башлай. Барҙы, Тулва, Йүгерек Танып һәм Ыҡ буйҙарында йәшәгән аҫабалар үҙ еренә удмурттарҙы индерә. Ағиҙел һәм Ыҡ йылғалары араһынан сыуаштар урын ала. Һамар-Сызрань яҡтарынан мордвалар килә”. Иғтибар итәйек, күскенселәр ерҙе талап алмай, ә аҫабаларҙың ихтыяры менән урынлаша.
Башҡорт ерҙәренә иң күп ултырыусы ҡәүем артабан күренеүенсә, Мәскәү батшалығы менән Алтын Урҙа дәүерҙәрендә үк әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе мишәр халҡы була. Бығаса тарихи Башҡортостанда күҙәтелмәгән меңәр кешене һыйҙырған Боҙаяҙ (Ҡырмыҫҡалы районы), Нәсибаш (Салауат), Солтанморат (Ауырғазы) кеүек ауылдар тап улар тарафынан нигеҙләнә. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, аҫаба ерҙәренә ултырыусылар уларҙың хужалары менән килешеү нигеҙендә генә ауыл ҡора алған, тип яҙа тарих фәндәре кандидаты Ә. З. Әсфәндиәров “Олатайҙарҙың бар тарихы” тигән китабында. Сөнки батша хөкүмәте башҡорттарҙың ерҙе аҫаба хоҡуғында биләүен таный һәм уны грамоталар (ярлыҡтар) менән нығыта. Аҫаба хоҡуғында ерҙе Рәсәйҙә башҡорттар ғына биләй алған. Мәҫәлән, хәҙерге Илеш районына ҡараған Йылан олоҫо аҫабалары ундай документты 1574, 1626 йылдарҙа, артабан Ҡыр-Йылан, Эске Йылан һәм Йылан олоҫтарына бүленгәс, 1653, 1658, 1683, 1766 һәм 1793 йылдарҙа алған.
Батша хөкүмәте алып барған иҫәпкә ярашлы ерҙе ҡуртымға алып хужалыҡ итеүсе ҡәүемдәр “типтәр” тип аталып йөрөтөлгән. Уларҙың ауылдары XVIII быуаттың 40-сы йылдарында барлыҡҡа килә башлай. 1834 йылғы рәүизгә ярашлы мишәрҙәр – 33, типтәрҙәр 1075 ауылда йәшәгән. Әйтергә кәрәк, 332 мең типтәрҙең 66 меңе – теге йәки был сәбәптәр арҡаһында аҫаба еренән мәхрүм ителгән башҡорт була. 1859 йылғы Х рәүиздә ебәрелмеш булып теркәлгән ерһеҙ башҡорттар иҫәбе 135 меңгә етә. Типтәрҙәрҙән тыш, XVIII быуат аҙағында аҫабалар менән килешеүгә ярашлы 70-80 мең яһаҡ, йомошло, сумаҙанлы һәм сауҙа татарҙары иҫәпләнгән.
Аҫаба ерҙәрҙең ни рәүешле ҡуртымға (әлбиттә, хаҡ түләү шарты менән) бирелеүен элекке Өршәк-Мең һәм Ҡырҡөйлө-Мең олоҫтары миҫалында ҡарап китәйек. 1800 йылғы Генераль ыҙан бүлеү уларҙың 211,7 мең дисәтинә ерен асыҡлай. 1834 йылда ошо биләмәләрҙән 1378 аҫаба, 354 ебәрелмеш, 2722 мишәр, 333 урыҫ крәҫтиәне һәм 304 типтәр файҙаланған. Мишәрҙәр төйәкләнгән Имай-Ҡарамалы ауылы 1748 йылғы ер биләү тураһында килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Унда шул тирәләге Сәфәр, Арыҫлан, һәм Үрге Ҡарамалы ауылдарынан мишәрҙәр күсенә. 1920 йылғы иҫәп Имай-Ҡарамалыла 1,5 меңдән ашыу кешене теркәй!
Бик Ҡарамалы, Ташлытамаҡ, Айыухан, Ташлы Шәрип кеүек мишәр ауылдары ла элекке Ҡырҡөйлө-Мең башҡорттары ерендә ҡалҡып сыға. Ошондай уҡ күренеште тарихи Башҡортостандың бик күп ауылдарында күҙәтергә мөмкин булған. Хәҙерге Илеш районындағы Вот Мәнәүезе, Ташпичи, Кенәз Йылға, Вот Шиҙәлеһе кеүек – удмурт, Анас, Мари Мәнәүезе, Түбәнге Мәнәүез, Лапшакор, Марино ише – мари, Андреевка, Груздевка, Крещенка, Гремучий Ключ һымаҡ урыҫ ауылдары шулай хасил булған.
XVIII быуат уртаһында Өфө провинцияһында күскенселәр иҫәбе 200 меңдән артмаған, тип яҙа Р. Ғ. Кузеев. Улар шул быуаттың икенсе яртыһынан һуң дәррәү арта башлай. Мәҫәлән, 1767 йылда Ырымбур губернаһында 421,1 мең кеше йәшәһә, 1800 йылда 740 меңгә етә. 1811-1813 йылдарҙа аҫабалар ерҙәренән урын алыусылар башлыса – Рәсәй империяһының үҙәк губерналарынан сыҡҡан урыҫ крәҫтиәндәре. Типтәрҙәр 1850 йылда 262 мең булһа, мишәрҙәр ҙә ҡалышмай, 1851 йылда улар Өфө провинцияһында 100 мең иҫәпләнгән. Типтәрҙәрҙең 40 проценты – татар, 38 – мари, 4 удмурт халҡынан булған, ти Ә. З. Әсфәндиәров.
Ошо миҫалдарҙан сығып та, фараз рәүешендә шуны билдәләргә мөмкин: башҡорттарҙың ерҙе мул таратыуын күреп, батша хөкүмәте үҙенсә һығымта яһай, беҙгә лә эләктереп ҡалырға кәрәк. XVIII быуаттың бер нисә тиҫтә йылында Башҡортостанды ҡалалар, ҡәлғәләр һәм төрлө линиялар уратып ала, тип яҙа Р. Ғ. Кузеев, Ырымбур крайы ер эшкәртеү һәм сәнәғәтте үҫтереү өсөн аҫабаларҙан ҙур-ҙур ер биләмәләре алыуға асыҡ була. 30-40–сы йылдарҙа ғына башҡорттарҙан ҡаҙна ихтыяждары өсөн 11 миллион дисәтинә ер тартып алына. Ошонда уҡ тарихсы аҫаба ерҙәргә ағылған күскенселәр хаҡында ла мәғлүмәттәр биреп китә. 1800 йылда Ырымбур губернаһында 740-760 меңләп кеше иҫәпләнһә, 1863 йылда улар 1,8 миллионға етә, йәғни 2,5 тапҡырға арта. Күскенселәр башлыса Үҙәк һәм Волга буйы губерналарынан килгән урыҫ крәҫтиәндәре була.
Күскенселәрҙең иң көслө ағымы 1871-1885 йылдарға тура килә, тиелә Ә. Ғ. Бейештең хеҙмәтендә. 1882 йылдың июненән ғәмәлгә ингән яңы закон башҡорт ерҙәрен һатып алырға рөхсәт бирә. Ошо осорҙа Һамар-Златоуст тимер юлы ла эш башлай. 2010 йылғы иҫәптә 15 меңләп урыҫ теркәлгән Дәүләкән районы үҙәге Дәүләкән ҡалаһы урынында элек шул исемдәге башҡорт ауылы булып, уның эргәһендә шул исемдәге ҡасабаға нигеҙ һалынғас, унда төрлө яҡтарҙан килгән халыҡтар төйәкләнә башлай. 1917 йылғы иҫәп ҡасабала 1,5 мең самаһы урыҫ һәм 559 башҡорттан тыш, немец, украин, поляк, мордва, йәһүд, татар, белорус, сыуаш, чех, эстон, хатта голландецтар көн итеүен асыҡлай.
Урыҫ крәҫтиәндәренең аҫаба биләмәләрен ни рәүешле колонизациялауын да ошо район миҫалында күҙәтергә мөмкин. Ә. З. Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” тип аталған китабында түбәндәгеләр билдәләнә. Дәүләкән районында урыҫ ауылдары бик күп һәм уларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында белешмә аҙ. Булған мәғлүмәттәргә ярашлы урыҫ ауылдары 1896-1900 йылдарҙа нигеҙләнә. Купояр, Шестопаловка, Шестаево, Александровка, Рублевка, Гордеевка, Константиновка һ.б. кеүек ауылдарға Харьков, Полтава, Чернигов, Екатеринослав, Подольск һ.б. губерналарҙан сыҡҡан мордва, украин, белорус, хатта немецтар күсенә. Ә Ғафури районындағы Табын ҡасабаһы иһә 1574 йылда уҡ монах Илларион тарафынан Вознесенск пустынь рәүешендә тоҙ ҡайнатыу урыны булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары ваҡытында ул яндырыла, әммә яңынан тергеҙелә.
Аҫабалар еренә сит ҡәүемдәрҙең күпләп ултырыуы менән бәйле Ә. З. Әсфәндиәров 1694 йылда Мәскәүҙәге Ҡаҙан приказы һарайының Өфө воеводаһы Д. Н. Головинға ебәргән грамотаһын да телгә ала. Унда һүҙ аҫабалар ерҙәрен ҡурсалау, килмешәктәргә оброкҡа биреүҙе тыйыу, ә Ҡаҙан, Тубыл, Көңгөр өйәҙҙәренән һәм Тоҙ ҡайнатыу заводынан (хәҙерге Красноусольск ҡасабаһы) үҙ белдеге менән килеп ултырған урыҫ, татар, сыуаш һәм вотяк һ.б. ҡыуып ебәрергә ҡушыла. Был документты, әлбиттә, рәсми даирәләрҙә иң элек һалым йыйыу йәки башҡа сәбәптәр менән үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, тип тә ҡабул итергә мөмкин.
Ә. З. Әсфәндиәров шулай уҡ ҡайһы бер аҫабаларҙың уларҙың мәнфәғәтен яҡлаған грамотаға ҡаршы төшөүҙәре тураһында ла әйтеп үтә. Төньяҡ-көнбайыш олоҫтарҙа көн иткән башҡорттарҙың ҡайһы берҙәре хатта килмешәктәрҙе ҡыуырға килгән көстәргә ҡаршылыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, хәҙерге Туймазы районының Кәкребаш ауылы аҫабалары 1721 йылда Ҡаҙан тарафтарынан килгән ҡасҡын крәҫтиәндәрҙе властарға биреүгә ризалашмай. Илеш районының Иҫке Айыу ауылы аҫабалары Ҡаҙан даруғаһының төрлө олоҫтарынан килгән татар, мари һ. б. крәҫтиәндәрен ҡайтарып ебәреү өсөн поручик Милкович етәкселегендә килгән отрядты үҙҙәре ҡыуалап ебәрә.
Күскенселәрҙең күпләп ултырыуы аҫабалар нигеҙ һалған ауылдарҙың этник йөҙөн үҙгәртеүе кеүек күренеш Башҡортостанда йыш осрай һәм ул төньяҡ-көнбайыш райондарға айырыуса хас. Миҫал өсөн Ғафури районындағы бер нисә ауыл тарихына мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ. Егән йылғаһын һыулаған Яңғыҙҡайын ауылына Ҡармыш олоҫо башҡорттары XVIII быуаттың 30-сы йылдарында нигеҙ һала. 1795 йылғы иҫәп унда 35 башҡорт көн итеүен асыҡлай. 1747, 1749, 1804 һәм 1811 йылдарҙа ауыл халҡы үҙ еренә типтәрҙәрҙе индерә. Мишәрҙәр ҙә ер һатып ала. XIX быуат уртаһында Яңғыҙҡайында 168 аҫаба, 32 башҡорт типтәре һәм 540 татар типтәре йәшәгән. Һуңғылары араһында мишәрҙәр ҙә була. 1920 йылда 574 хужалыҡтан торған ауылда 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән, өс мәсетле ауыл Ҡармыш олоҫоноң үҙәге булып күҙ алдына баҫа.
Юрматы олоҫоноң Ҡармыш түбәһе аҫабалары төйәге Бурлыға ла нигеҙ XVIII быуаттың 30-сы йылдарында һалына. 1830 йылда бында типтәрҙәр ҙә килә һәм ерҙе һатып ала, артабан ауылда бобылдәр ҙә төйәк таба. 1795 йылда Бүреҡаҙған һәм Илмәмәт ауылдарынан яһаҡ татарҙары күсенә һәм типтәргә әүерелә. 1920 йылда 163 йортлоҡ (873 йән) Бурлыла Бурун олоҫоноң идараһы урынлаша. Ошондай шарттарҙа ауылдың элекке этник йөҙөн һаҡлап ҡалыуы хаҡында һүҙ йөрөтөүе бик ауыр, ғәҙәттә ундай хәлдәр күҙәтелмәгән.
Әйтергә кәрәк, батша хөкүмәте иҫәп алыу барышында теге йәки был ауылдың ниндәй халыҡҡа ҡарауын айырыуҙан бигерәк, һалым йыйыу сәйәсәтен күберәк күҙәткән. Мәҫәлән, башҡорттарҙың аҫабалар һәм ебәрелмештәргә, мишәрҙәрҙең тик йомошлоларға, мари, мордва, удмурт һәм сыуаштарҙың – яһаҡ, ә татарҙарҙың иһә йомошлоларға, яһаҡ, сауҙа һәм сумаҙанлыларға (почта йөрөтөүсе) тап шулай аңлатырға мөмкин.
Ни рәүешле иҫәпләйһең бит…
Башҡорт халҡының хәҙерге иҫәбенә хәл иткес дәрәжәлә йоғонто яһаған тағы ла бер күренеш – иҫәп-хисаптың барлыҡ ғәмәлдәрендә лә ситкә тайпылыуға юл ҡуйылыуында. Был йәһәттән И. В. Сталиндың, хикмәт нисек тауыш биреүҙә түгел, ә ни рәүешле иҫәпләүҙә, тигән тарихта тәрән эҙ ҡалдырған һүҙҙәрен нисек иҫкә төшөрмәйһең?
Үрҙә Иҙел-Урал буйының аҫаба халҡының боронғо дәүерҙәрҙә тик фараз рәүешендә генә билдәләнеүе мөмкин, тип телгә алынғайны инде. Ә сығанаҡтарға килгәндә, уларҙың иң ышаныслылары – рәүиздәр, ти академик Р. Ғ. Кузеев. 1718 йылдан 1859 йылғаса Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен 10 тапҡыр алалар. XVII быуатҡа ҡағылышлы өс сығанаҡты, телгә ала тарихсы. Ҡаҙан һарайының Өфө воеводалығы иҫәбенсә, 1629 йылда 888 башҡорт йорто булһа, 1635 йылда иһә 2217 күренә. 1631-1632 йылдарҙа 6188 яһаҡ түләүсе башҡорт иҫәптә торған.
Академиктың раҫлауынса, Мәскәү батшалығына ҡушылған саҡтағы башҡорт халҡының иҫәбен дөрөҫ билдәләү мөмкин түгел. Мәҫәлән, XVI быуаттың I яртыһында Нуғай урҙаһында сама менән 800 мең – 1,3 миллион кеше йәшәгән. Башҡорттарҙың яҡынса 200-250 мең тәшкил итеүе ихтимал. Урыҫ батшалығына ҡушылған ваҡытта аҫабаларҙың 180-240 мең булыуы тәбиғи, сөнки 1631-1632 йылғы мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, шулай килеп сыға. Ошо ваҡиғанан һуң 70-80 йыл эсендә халыҡ әллә ни артмай.
1730 йылда Сенатҡа ебәргән хәбәрендә Ҡаҙан губернаторы А. П. Волынский, башҡорттарҙың 200 мең самаһы булыуы ихтимал, тигән. Башҡортостан тарихында билдәле эҙ ҡалдырған П. И. Рычковтың XVIII быуат урталарында башҡорт старшиналары менән аралашыу һөҙөмтәһендә алған мәғлүмәте 106,1 мең кешене күрһәтә. 1782 йылғы IV рәүиздә – 137,4 мең, 1795 йылғыһында (V рәүиз) 177 мең башҡорт теркәлә.
Ошо уҡ хеҙмәтендә Р. Ғ. Кузеев Өфө провинцияһында йәшәгән полковник Люткин мәғлүмәтенә һылтанып, 1743 йылда провинцияла 336,8 мең башҡорт, мишәр, татар һ.б. көн итеүен дә телгә ала. Башҡортостанда 1530 мишәр һәм 12,2 мең типтәр һәм бобылдәр йорто һаналып, уларҙың дөйөм иҫәбе сама менән 70 мең булған. Люткин иҫәбенә 50-60 меңләп татар һ.б инородецтар инмәгән, ти академик. Тимәк, провинцияла килмешәктәр иҫәбе – 120-130 меңгә, башҡорттар иһә 210-220 меңгә, Исәт провинцияһында йәшәгәндәрҙе ҡушып, 240-250 меңгә еткән. XVIII быуат аҙағындағы V рәүиз Ырымбур губернаһында 80,2 мең, Пермдә – 11 меңдән ашыу, Вяткала 819 башҡорт йәшәүен асыҡлай. Барлығы – 92,1 мең йән.
1815-1817 йылдарҙа алынған VII рәүиздә 129,5 мең ир енесе аҫаба, сама менән 260 меңләп башҡорт күренә. Был иҫәпкә, тип билдәләй тарихсы, профессор Х. Усманов фекеренсә, аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән 50-60 меңләп башҡорт инмәгән. 1834 йылғы VIII рәүиздә Ырымбур һәм Пермь губерналарында 392 мең башҡорт көн итеүе асыҡлана. XIX быуат урталарына халыҡ иҫәбе 490 меңгә етә.
1897 йылда Рәсәй империяһы халыҡтарын иҫәпкә алыу 1,3 миллион башҡортто теркәй. Өфө губернаһында – 899,9 мең, Ырымбурҙа – 254,5 мең, Һамарҙа – 57,2 мең, Пермдә – 18,3 мең, Вяткала – 13,9 мең башҡорт иҫәпләнә, йәғни 47 йыл эсендә Иҙел-Урал буйының аҫаба халҡы 2,5 тапҡырға арта. Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, был иҫәп ысынбарлыҡты сағылдырмай, сөнки башҡорт иҫәбенә яҡынса 300-350 мең типтәр һәм мишәр инеп киткән.
Йәш совет власы тарафынан уҙғарылған 1920 йылғы халыҡ иҫәбе, тарихсы Мөхәммәт Мырҙабулатов яҙмаларына ярашлы, Өфө губернаһында 631,9 мең башҡорт, 219,7 мең татар, 142 мең типтәр һәм 141,4 мең мишәр йәшәүен асыҡлай.
Бәләбәй өйәҙендә – 234,1 мең, Бөрөлә 229,1 мең башҡорт иҫәпләнә. Ә бына Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә төп халыҡ 88,2 мең һәм 71,1 меңдән артмай. Стәрлетамаҡ өйәҙендә 101,2 мең, Бәләбәйҙә – 68,2 мең, Өфө өйәҙендә 33,8 мең татар теркәлә. Мишәрҙәрҙең 80 проценты – Өфө һәм Бөрө, типтәрҙәрҙең 83 проценты Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәрендә йәшәгән.
1926 йылғы иҫәптә башҡорттар 1920 йыл менән сағыштырғанда 300 меңгә кәмерәк теркәлә. Эйе, теркәлә, сөнки ғәмәлдәге халыҡтың ул саҡлы кәмеүе бер нисек тә мөмкин түгел. Мәҫәлән, Өфө өйәҙендә башҡорттар 57,5 мең (татарҙар – 92,9 мең), Бәләбәйҙә – 118,1 мең (192,7 мең), Бөрөлә – 177,8 мең (121,2 мең) иҫәпкә инә. Был иҫәптә башҡорттарҙы татар, мишәр һәм типтәр менән бутамау, айырым теркәү талабы ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, һуңғылары (136 мең мишәр һәм 23,3 мең типтәр) татар иҫәбенә инеп китә, тип билдәләй Мырҙабулатов.
Академик Р. Ғ. Кузеевтың был йәһәттән үҙ ҡарашы бар һәм урыны менән ғалимдың аңлашылмаған позицияһын асып һала. Мәҫәлән, уныңса, 1926, 1939, 1959 һәм 1970 йылғы иҫәптәр шик тыуҙырмай, ә бына 1897 һәм 1920 йылғылар, киреһенсә, уны көсәйтә, сөнки уларҙа …татарҙар кәметеп күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта тарихсының 1880 йылда Башҡортостанда был халыҡ вәкилдәре 118 меңдән күберәк булған, тигәне шик уята: ҡайҙан һәм ни рәүешле? Ундай күренеште тарих һәм статистика сағылдырмаҫ инеме ни?
1939 йылғы мәғлүмәттәре менән Мырҙабулатов та уртаҡлаша, уға ярашлы СССР-ҙа – 834,6 мең, РСФСР-ҙа 824,7 мең һәм Башҡорт АССР-ында 671,2 мең башҡорт теркәлә. Татарҙар иҫәбе иһә 777,2 меңгә еткерелә. Һуңғы 13 йылда республиканың төп халҡы 45,3 мең кешегә артҡанда, был тарафтарға күсеп килгән халыҡ вәкилдәре 315 меңлек үҫеш бирә! Был хәлде бер нисек тә объектив дәлилдәр менән раҫлап булмай. Ә киреһен иҫбатлағандары аҙ түгел.
Иң мөһимен генә атап китәйек. Теге йәки был сит ҡәүем рәсми властар тарафынан асыҡтан-асыҡ үткәрелгән һәм төрлө ойоштороу саралары менән нығытылған осраҡта ғына шундай дәрәжәлә артырға һәләтле. Миҫалға урыҫтарҙы алырға мөмкин, сөнки батша хөкүмәте Үҙәк Рәсәйҙән крәҫтиәндәрҙе башҡорт биләмәләренә күсереүен асыҡтан-асыҡ алып барған, ә татарҙарға ҡарата бындай сәйәсәт бер ҡасан да күҙәтелмәгән, сөнки ундай мохтажлыҡ булмаған. Яһаҡ, сумаҙанлы, сауҙа, йомошло татарҙар һәм дәүләт крәҫтиәндәре иһә Түбәнге Новгород, Тамбов яҡтарынан, Ҡаҙан һ.б. тарафтарынан берәм-һәрәм килгән һәм бер быуат эсендә генә миллионлы халыҡҡа әүерелә алмаған.
Теүәл 20 йылдан һуң алынған халыҡ иҫәбе Башҡортостанда 3,3 миллион кеше йәшәүен күрһәтә. Башҡорттар – 737,7 мең, урыҫтар – 1,4 миллион, татарҙар 768 мең һ.б. Аңлатма биреп әйткәндә, республиканың төп халҡы 66,5 меңгә, урыҫтар 136,7 меңгә артҡанда, татарҙар 8,6 мең кешегә кәмегән. Ошо мәғлүмәт үҙе үк 1939 йылғы иҫәптең түшәмдән алыныуына ишаралай түгелме ни?!
Шул уҡ ваҡытта ҡапма-ҡаршы йөкмәткеле миҫалдар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Миәкә районына ҡараған башҡорт ауылдары Сатый, Елдәр, Ғәйнәямаҡ, Ҡасыған, Тауҡай-Ғәйнә һәм Баязит 1959 йылғы иҫәптә татар ауылдары итеп теркәлә. Баҡалы районында иһә төп халыҡ вәкилдәре ғүмер иткән ауылдар бөтөнләй булмай сыға! Башҡорттар нигеҙ һалған ике тиҫтәнән ашыу ауыл: Яңы Әзмей, Ҡамышлытамаҡ, Саҡат, Үҫтем, Иҫке һәм Яңы Ҡатай (милли сығыштарын атамалары уҡ әйтеп тора), Мулланур, Яңы Урсай һ.б. татар ауылдарына әүерелә.
Ҡалтасы, Мишкә, Благовещен кеүек төрлө сәбәптәр арҡаһында башҡорттар аҙ йәшәгән райондар тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә ҡатмарлы. 1959 йылғы иҫәп Мишкә районында ни бары өс ауылды (Оло Шаҙы,Ҡалмазан һәм Ҡыйғаҙытамаҡ) башҡорт тип таный. Ғәмәлдә иһә ундай төйәктәр бында ике тиҫтәнән күберәк, мәҫәлән, Оло Шаҙы менән Ҡыйғаҙытамаҡҡа аҫабалар нигеҙ һалһа, Бәләкәй Шаҙы, Иштыбай, Мәүлит, Иҫке Атнағол һ.б. ебәрелмештәр ултыра. 1917 йылда Оло Шаҙы, Ҡарасим, Юбайкүл, Мәүлет, Иҫке Атнағол һәм Татарбай ауылдары кешеләре мосолманлыҡ статусы аҫтында теркәлә.
1920 йылғы иҫәп хәҙерге Шаран районында 16 башҡорт һәм өс татар, туғыҙ ҡатнаш милләт ауылын теркәһә, 1959 йылда башҡорт ауылдары – һигеҙ, татар ауылдары иһә – 17, ҡатнаш ауылдар етегә тороп ҡала. Башҡорт ауылдары Яңы Таулар, Иҫке Тамъян, Бурһыҡ, Нурый, Һарыһаҙ һ.б. татарҙар көн иткән төйәктәргә әүерелә. Ошонда уҡ хатта башҡорттар һәм сыуаштар йәшәгән Наратаҫты ла инеп китә. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим, Шаран районы ерҙәренә күсенеүселәр араһында ебәрелмеш статусында теркәлгән Минзәлә өйәҙе башҡорттары ла байтаҡ булған.
Ошондай уҡ төп халыҡтың милли хоҡуҡтарын тупаҫ боҙған, айырыуса 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы миҫалдар төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда күпләп күҙәтелде һәм был турала “Ағиҙел” биттәрендә бер ни тиклем яҙылды ла инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы кампания буйынса ниндәйҙер тикшеренеүҙәр алып барып, хоҡуҡи нигеҙҙә саралар күреү һаман да күҙәтелмәй. Ә бит рәсми даирәләрҙең хоҡуҡи дәүләткә хас эшлекле хәрәкәте булмай тороп, милли статистикала күп йылдар күҙәтелгән баш-баштаҡлыҡҡа сик ҡуйылмаясаҡ.
Ситләтелгән күренештәр. Улар ни һөйләй?
Үрҙә һүҙ халҡыбыҙҙың тыуым-артыуына туранан-тура йоғонто яһаған хәл-ваҡиғалар тураһында барҙы. Ә бит уның күрер күҙгә эленеп бармаған ситләтелгән күренештәре лә байтаҡ. Академик Р. Ғ. Кузеевтың, монголдарға тиклем дә, унан һуң да башҡорттарҙың үҙ дәүләтселеге булмаған, тигән ишетер ҡолаҡты ярып ингән фекере – шуларҙың иң мөһиме. Ни өсөн икәнлеген асыҡлау өсөн бик күп әҙәбиәт уҡырға һәм уларҙы хәҙерге хәл менән сағыштырып ҡарарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙ дәүләтселеге булмаған халыҡтың хоҡуҡтары самалы булыуы һәм уның башлыса үҙе буйһонған ҙурыраҡ һәм, әлбиттә, көслөрәк ҡәүемгә хеҙмәт итеп йәшәргә бурыслы булыуы яҡшы билдәле. Бындай шарттарҙа ирекле эволюцион үҫеш тураһында һүҙ алып барыуы урынһыҙ.
Башҡорт теленең грамматикаһын яҙыуға ҙур көс һалған Н. К. Дмитриевтың билдәләүенсә, ХХ быуаттың 20-се йылдарына саҡлы башҡорт теле бер ҡайҙа ла һәм бер ҡасан да уҡытылмай, улар мәғарифта иҫке төрки теленән файҙалана. Ошондай шарттарҙа, әлбиттә, яңы аяҡҡа баҫа башлаған башҡорт телендә белем биреү өсөн белгестәрҙең һәм махсус әҙәбиәттең етерлек булыуы хаҡында һүҙ алып барыуы ҡыйын. Тап ошо күренеш артабан белем биреүҙе айырыуса төньяҡ-көнбайыш райондарҙа татарсаға күсереүгә юл аса ла инде.
“Тел яҙмышы, уның үҫеше тәү сиратта ҡулланыу даирәһенең ни дәрәжәлә булыуы менән бәйле, – ти профессор М. В. Зәйнуллин. – Көндәлек тормошта, ғаиләлә киң ҡулланылһа, төрлө типтағы мәктәптәрҙә, уҡытыу-тәрбиә эшендә, хеҙмәт процесында, идара органдары эшмәкәрлегендә файҙаланылһа, ул үҫә. Ошо өс өлкәнең береһендә генә лә тулы килеш файҙаланылмаһа, телдең үҫеше тотҡарлана, функциялары тарая һәм ул бөтөүгә бара. Бөгөн Башҡортостанда башҡорт теле шундай процесс кисерә”. Ғалим титуллы милләттең мәҙәни хәлен бик ҡыҫҡа һәм тәрән аңлайышлы итеп атап биргән. Тик шуны ла онотмайыҡ, бындай процесты урыҫ теленән башҡа барлыҡ телдәр ҙә кисерә.
Февраль буржуаз революцияһын һәм колониаль иҙеүҙе кәүҙәләндергән батшаның төшөрөлөүен башҡорттар шатланып ҡаршы алған, тип яҙа Әкрәм Бейеш аталған китабында. Башҡорт халҡы күңелләнеп, киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү эшенә ең һыҙғанып тотонған. Уның “бөтә күңелен биләгән төп мәсьәлә ер мәсьәләһе булған. 1917 йылдың яҙында Өфөлә йыйылған губерна крәҫтиәндәре съезында улар ошондай белдереү яһаған: “Беҙҙең ер үҙебеҙҙә ҡалдырылыу ғына түгел, алдыҡ һәм көслөк менән беҙҙән тартып алынған бөтә ер кире ҡайтарылырға тейеш!” Тимәк, делегаттар ҡасандыр ата-бабалары йәйрәп ғүмер кисергән ерҙәрҙә хәҙер шыплап тултырылған башҡа халыҡтар, иң элек урыҫтар көн итеп, биләгән урындарынан баш тартмаясағы ғына түгел, ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтәсәге менән иҫәпләшмәгән. Был ынтылыштың артабан ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тарих дәреслектәре буйынса яҡшы билдәле.
Яҙманың инеш өлөшөндә телгә алынған юлдар тәрән мәғәнәгә эйә. 2019 йылда күп милләтле йәмәғәтселегебеҙ Башҡортостан автономиялы республикаһының 100 йыллығын билдәләне. Төрлө ваҡиғаларға, шул иҫәптән титуллы милләт күп быуаттар күңелендә йөрөткән өмөттәрҙе селпәрәмә килтергән, күҙ-йәш һәм ҡайғы-хәсрәттәргә бай дәүер. Ә бит тотош быуатҡа тиң арауыҡты тормошто еңеләйтеү өлкәһендә ни рәүешле файҙаланырға мөмкин икәнлеген Австро-Венгрия империяһы емереклектәрендә морон төрткән Чехословакия дәүләте кире ҡаҡмаҫлыҡ дәрәжәлә раҫланы. Көнбайыш славяндар дәүләте – унда көн итеүселәр мәнфәғәтен хәстәрләгән, Европаның алға киткән һәм тыныс төйәктәренең береһе. Дөрөҫ, бында мөһим үҙенсәлек бар: бер телдә аралашып, бер үк традицияларға ярашлы көн иткән берҙәм халыҡ йәшәүе лә мөһим роль уйнай.
Халҡыбыҙҙың мең йылдан ашыу ғүмер кисергән аҫаба төйәгендә башҡа ҡәүемдәр кеүек ишәйә алмауының мөһим сәбәптәрен дөйөмләштереп үтәйек. Беренсенән, йыш ҡына аҫабалар нигеҙ һалған төйәктәргә башҡа халыҡтар (мишәр, татар сыуаш, мари удмурт һ.б.) ултырып, ауылдың этник йөҙөн үҙгәреүгә килтерә. Икенсенән, совет власы йылдарында үткәрелгән татарлаштырыу сәйәсәте ике йүнәлештә: а) мәктәптәрҙә белем биреүҙе татар теленә күсереү; б) иҫәп алыуҙа мишәр һәм типтәрҙәрҙе татар этносына индереү кеүек төп халыҡ хоҡуҡтарын инҡар иткән ысулдар менән алып барыла. Өсөнсөнән, эволюцион үҫеш мөмкинлегенән мәхрүм ителгән халҡыбыҙ мәҙәни үҫештән тайпылып, милли яҙмаһын булдырыу буйынса эш алып барыу мөмкинлеген юғалта. Быға ниндәйҙер дәрәжәлә йыш күтәрелгән ихтилалдарҙа күренекле шәхестәрҙең ҡорбан булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай. Дүртенсенән, иркен башҡорт еренә күскенселәрҙең һис ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ябырылыуында биләмәләрен уңлы-һуллы ҡуртымға биреүсе аҫабаларҙың да ғәйебе юҡ түгел. Был хәл башҡорт иленең самаһыҙ колонизацияланыуына, төп халыҡтың милли аҙсылыҡҡа төшөүенә килтереп, уның эҙемтәләре йән иҫәбе алған һайын сағыуыраҡ төҫмөрләнә. Бишенсенән, Башҡорт ерле автономияһын ҡора башлау менән бәйле иғлан ителгән ер мәсьәләһен ғәмәлгә ҡуйыу көслө ҡаршылыҡтарға юлыға. 1920 йылда Башревком үҙ ирке менән таралғас, башҡорт халҡының милли мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ рәсми власть ҡалмай. Тап ошо хәл автономиялы халыҡтың хоҡуҡтары менән иҫәпләшмәүгә, уға ҡаршы сыҡҡандарҙы күпләп ҡырыу, халыҡ булараҡ үҫеш, шул иҫәптән һан яғынан да, мөмкинлектәренән мәхрүм ителеүгә килтерә. Алтынсынан, үҙ Ватанында йәшәү өсөн шарттарҙың етерлек булмауы бик күп башҡорттарҙы сит яҡтарға сығып китергә мәжбүр итә. Ә. Ғ. Бейештең иҫәбенсә, ундайҙар ХХ быуаттың 70-80-се йылдарында яҡынса 400 мең кеше тәшкил иткән. Милләттәштәребеҙ бөгөн Европа менән Азияла, АҠШ-та ғына йәшәмәй, Австралияға барып етеүселәр ҙә юҡ түгел. Артабан һанап тормайыҡ.
Мәхмүт ХУЖИН
Өфө ҡалаһы