24 октябрҙә «Космос» концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты булды.
Ансамбль Мәскәү тамашасаһына ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм Парижда «Биш ҡитға» алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итте.
Беренсе бүлектә тамашасылар боронғо башҡорт легендалары мөхитен тыуҙырған, лирик эпостың сағыу образдарын күрһәткән һоҡланғыс тамашаны ҡараны. Ансамблдең «Алтын фонды» мираҫы булған бейеүҙәр, танылған «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Ҡоралай», «Көтөүсе йыры», «Бөркөткә һунар» кисәне биҙәне. Сарала Башҡортостанда тыуып үҫеп, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, Мәскәүҙең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ саырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Икенсе бүлектә концерт ҡунаҡтарын «Русь» хореография композицияһы, «Гопак» украин халыҡ бейеүе менән таныштырҙылар. «Мордва бейеүе»нең премьераһы булды, тамашасылар «Ҡытай бейеүе»н, «Аргентина көтөүселәре бейеүе»н дә ҡараны.
Концерт көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең төп солистары башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресенә бөтәһе лә, шул иҫәптән Мәскәүҙең «Алтын Ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбле саҡырылды. Улар бейеүселәрҙең оҫталығы менән илһамланды, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең тарихы менә яҡынданыраҡ танышты, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте.