Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенсәлекле флешмоб иғлан итте. Уның маҡсаты бер – милләттәштәребеҙ иғтибарын мөһим кампанияға йәлеп итеү. Флешмобта ҡатнашыу шарттары ябай: милләттәштәребеҙ иҫәп алыу кампанияһында ҡатнашырға, үҙ миҫалына ҡушылырға саҡырған видеомөрәжәғәт яҙҙырырға йәки халыҡ иҫәбен алыу участкаһында фото төшөргә, сараның мөһимлеген аңлатырға һәм ошо мәғлүмәттәрҙе #МыБашкиры, #БеҙБашҡорттар, #БезБашҡортлар хештегтары менән социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәгә ҡуя.
Флешмобҡа замандаштарыбыҙ әүҙем ҡушылды. Силәбе өлкәһендә, Пермь крайында, Сорғот, Сочи, Мәскәү ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ хупланы. Улар араһында, мәҫәлән, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, педагог, профессор, билдәле скульптор Салауат Щербаков бар. “Мин – башҡорт! Атайым – Ырымбур яғынан, Көлсөм ауылынан. Ул ауыр яҙмышҡа дусар булыуға ҡарамаҫтан, дәһшәтле һуғыш осоронда ла тыуған халҡына, теленә булған һөйөүен, милли үҙаңдың рухи шишмәһен һаҡлап ҡала алған. Мин был иҫтәлекте тергеҙҙем, рухи тамырҙарыма ҡайттым”, – ти һәм милләттәштәребеҙҙе әүҙем булырға саҡыра.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_41361
Пермь крайы башҡортары ҡоролтайы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәнов - төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкиле. “Минең башҡортлоғом 11 быуынлыҡ шәжәрә һәм ДНК анализы менән раҫланған. Беҙ бер ваҡтыта ла тамырҙарыбыҙҙы, аҫаба башҡорттар икәнлегебеҙҙе онотманыҡ. Төнъяҡ көнбайыш башҡорттары теле – ата бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи мираҫ ул, уны киләсәк быындар өсөн һаҡлайыҡ, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында башҡорт икәнлегебеҙҙе теркәйек”, – тип мөрәжәғәт итә ул милләттәштәргә.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_41372
Билдәле бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина иһә: “Мин башҡорт булыуым менән ғорурланам, шәжәрәмде, нәҫел тарихын беләм. Һәр дәресте тарихтан башлайым, сөнки хатта бейеүҙә лә бер хәрәкәт тә тарихһыҙ булмай, тип иҫәпләйем”, – ти һәм милләттәштәребеҙҙе әүҙемерәк булырға, иҫәп алыу сараһында ҡатнашырға саҡыра.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_41465
Билдәле каскадер, педагог Роберт Йылҡыбаев иһә тамырҙарының арҙаҡлы Бикбау бейгә барып тоташыуын, бының менән сикһеҙ ғорурланыуын белдерә һәм милләт өсөн ошо мөһим мәлдә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашмау килешмәҫ ине, ти. “Атай –әсәйемә туған телгә, тарихыбыҙға ҡарата һөйөү уятыуына ҙур рәхмәтлебеҙ. Мәскәүҙә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, был йолаларҙы үҙ ғаиләләребеҙҙә лә дауам итәбеҙ”, - ти ул.
https://www.instagram.com/p/CVc_i47Dct8/?utm_medium=share_sheet