Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 18:43

Зәйнәб Биишеваның "Хәтер сатҡылары" әҫәренән

... Сәрбиямал образы хаҡында һүҙемде дауам итеп, тағы шуны әйтергә теләйем: әҫәрҙә алынған образдар теге-был яҡтары, төҫө-башы, ҡылығы, эше менән ҡайһы саҡта кемделер хәтерләтеп, йәки төптө уға оҡшап торған осраҡта ла, уны мотлаҡ шул кеше икән, тип ҡабул итеү дөрөҫ түгел. 

Зәйнәб Биишеваның "Хәтер сатҡылары" әҫәренән
Зәйнәб Биишеваның "Хәтер сатҡылары" әҫәренән

... Сәрбиямал образы хаҡында һүҙемде дауам итеп, тағы шуны әйтергә теләйем: әҫәрҙә алынған образдар теге-был яҡтары, төҫө-башы, ҡылығы, эше менән ҡайһы саҡта кемделер хәтерләтеп, йәки төптө уға оҡшап торған осраҡта ла, уны мотлаҡ шул кеше икән, тип ҡабул итеү дөрөҫ түгел. Яҙыусы, фотограф кеүек, кешене нисек бар - шул көйө ҡағыҙға төшөрмәй. Ә кешене ул ижад итә, үҙ йөрәге аша үткәреп өр-яңынан тыуҙыра. Бер кешенең, әйтәйек, шул уҡ Сәрбиямал образын тыуҙырыу өсөн миңә шул замандың бик күп "Сәрбиямал"дарын белергә, шуларҙың барыһынан, әҫәрҙәге ваҡиғалар, һүрәтләнгән заманға хас сифаттарҙан торған үгәй әсәй образы тыуҙырырға кәрәк булды.

Ғөмүмән, әҫәрҙәге образдар-ваҡиғалар барышында үҙҙәренә хас сифаттарҙан, тормошсан дөрөҫлөктән, яҙыусының фантазияһынан, эрудицияһынан, уның тормош күренештәрен күҙәтеү, тикшеренеү, фәлсәфәүи дөйөмләштереү оҫталығынан килеп тыуалар. Шуға ла улар айырым бер кешенең образына ҡарағанда сағыштырғыһыҙ сағыу, юғары, камил, тос булып күҙ алдына баҫалар. Уҡыусы ул образдарҙы тап ысынбарлыҡтағыса теп-тере итеп ҡабул итә, һәм улар менән бергә йәшәй, көрәшә, кисерә, ҡыуана-көйөнә, нәфрәтләнә...

(Зәйнәб Биишева. Әҫәрҙәр. 5 том. - Өфө: Китап, 2007. - 254-255-се биттәр)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: