Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2021, 18:08

БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ...

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй... Риф ТОЙҒОН Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар... Халҡы данын батыр ишәйтә. Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй, Тоғро булһаң антҡа – шул етә.

БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ...
БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН КҮП КӘРӘКМӘЙ...

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...

Риф ТОЙҒОН

Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауаттар...

Халҡы данын батыр ишәйтә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Тоғро булһаң антҡа – шул етә.

 

Бер яуҙан да ситтә ҡалғаны юҡ,

Хаҡ оранды һәр саҡ ишетә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Һатмаһаң һин намыҫ – шул етә.

 

«Беҙ кем?» – тигән һорау тормай, беләм,

Уралыма һөйөү йәшәтә.

Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй,

Халҡың өсөн янһаң – шул етә,

Халҡың өсөн янһаң – шул етә!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: