Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 13:05

Өфө Нижегородкаһында балалар майҙансығы урынлаштырылған

Күптән талап ителгән был урын Нехаев урамы, 96 адресы буйынса барлыҡҡа килде. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын Ағиҙел һәм Күл аръяғы урамдарындағы майҙансыҡтарға уйнарға йөрөтә ине.

Өфө Нижегородкаһында балалар майҙансығы урынлаштырылған
Өфө Нижегородкаһында балалар майҙансығы урынлаштырылған

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был һорауҙы хәл итеү БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары корпусы ярҙамында башҡарылған. Майҙаны 176 кв.м тәшкил иткән уйын комплексында хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, балансирлы һәм ике урынлыҡ әүһәләктар, ҡомлоҡ, счетлы өҫтәл ҡуйылған. Сикләү саралары тамамланғандан һуң бында байрам саралары уҙғарасаҡтар.

«Өфө халҡын ҡала мөлкәтенә һаҡсыл ҡарарға саҡырабыҙ. Был майҙансыҡты ҡороу күп финанс сығымдары талап итте. Һәр яңы объект янында видеокүҙәтеү ҡуйып булмай, был эш аҡса һәм техник хеҙмәтләндереү талап итә. Халыҡ үҙенең мәнфәғәтенә эшләнгән уйын майҙансығына һаҡсыл ҡарар һәм уяулыҡты юғалтмаҫ тип ышанабыҙ», — тип белдерҙеләр мэриянан.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: