Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2021, 14:00

Башҡорт

Салауат әбүзәр Башҡорт Берәүҙән – икәү яҡшы ул, Икәүҙән – өсәү яҡшы... Милләткә тик сифат түгел, Уның һаны ла – һаҡсы!   Күмәкләгән – яу ҡайтарған, Беҙгә берҙәмлек кәрәк! Бөгөлмәбеҙ, булһаҡ әгәр Бер-беребеҙгә терәк.   Ил төкөрһә, күл булыр, тип, Юҡҡа әйтмәгән халҡың! (Беҙ битараф булһаҡ бөгөн, Халҡыбыҙҙан ни ҡалһын!?)   Иҫлә бөйөк тарихыңды, Шәжәрәңде иҫкә ал. Һин – башҡорт булып тыуғанһың, Һәм һин – башҡорт булып ҡал!!!

Башҡорт
Башҡорт

Салауат әбүзәр

Башҡорт

Берәүҙән – икәү яҡшы ул,

Икәүҙән – өсәү яҡшы...

Милләткә тик сифат түгел,

Уның һаны ла – һаҡсы!

 

Күмәкләгән – яу ҡайтарған,

Беҙгә берҙәмлек кәрәк!

Бөгөлмәбеҙ, булһаҡ әгәр

Бер-беребеҙгә терәк.

 

Ил төкөрһә, күл булыр, тип,

Юҡҡа әйтмәгән халҡың!

(Беҙ битараф булһаҡ бөгөн,

Халҡыбыҙҙан ни ҡалһын!?)

 

Иҫлә бөйөк тарихыңды,

Шәжәрәңде иҫкә ал.

Һин – башҡорт булып тыуғанһың,

Һәм һин – башҡорт булып ҡал!!!

Башҡорт
Башҡорт
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: