Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 10:50

Владимир Путин: коронавирусҡа бәйле хәл менән 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Рәсәй Президенты ил хөкүмәтенең 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланы. Уның һүҙҙәре буйынса вакциналау кимәле түбән ҡала, һөҙөмтәлә коронавирус сире таралыуын дауам итә. Шул уҡ мәлдә был ял көндәренә ҡарата эш хаҡы һаҡланып ҡаласаҡ.

Владимир Путин: коронавирусҡа бәйле хәл менән 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде
Владимир Путин: коронавирусҡа бәйле хәл менән 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Владимир Путин Рәсәй хөкүмәте ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә вице-премьер Татьяна Голикова коронавирустың ил буйлап таралыуы арҡаһында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан итеү тураһында тәҡдим яһаны.

«Илдең эпидемиологик хәл айырыуса ҡатмарлы булған төбәктәрендә ял көндәрен алданыраҡ, мәҫәлән шәмбенән, 23 октябрҙән индерергә тәҡдим итәм", - тине ул һәм коронавирус менән башҡа миҙгел вирустарының таралыуына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлаша бара тип белдерҙе. - Беҙ бына айҙан ашыу ауырыусылар һанының тотороҡло үҫешен күҙәтәбеҙ. Тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусыларҙың һаны 35 меңгә етә, һуңғы ваҡытта беҙ көн һайын 1 меңдән ашыу гражданды юғалтабыҙ. Был ныҡ ҡурҡыныс һандар, сөнки улар артында яҡын кешеләребеҙҙең ғүмерҙәре тора», - тине Голикова.

20 октябрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавируслы инфекцияны таратмау өсөн булдырылған оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Көн ҡаҙағында ковидтан вакциналау темпын арттырыу һәм 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре индереү булды.Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәте ағзаларының үрҙә әйтелгән ваҡытта ял көндәрен индереүҙе раҫлауы тураһында әйтеп үтте. Артабан ул коронавирус сиренең Башҡортостан биләмәһендә таралыуы хәле буйынса һөйләшергә саҡырҙы.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: