Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2021, 12:55

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп Тамара Танһыҡҡужина һайланды

Башҡортостан парламенты ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары кондидаттары өсөн тауыш биреү уҙҙы. Күпселек тауыш менән Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина һайланды.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп Тамара Танһыҡҡужина һайланды
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп Тамара Танһыҡҡужина һайланды

Башинформ хәбәр итеүенсә, уның кандидатураһы кисә «Берҙәм Рәсәй» партия фирҡәһе тарафынан хупланған. Вице-спикер вазифаһына Лия Хафизова (КПРФ) һәм ЛДПР-ҙан Дмитрий Иванов та дәғүә иткәйне.

«Тамара Танһыҡҡужина республика парламентына сентябрь һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса килде һәм шунда уҡ эшкә әүҙем тотондо, — тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Республика халҡы Тамара Михайловнаны лайыҡлы спорт ҡаҙаныштары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының өс составындағы әүҙем эше, ҡыҙыҡлы социаль проекттары аша яҡшы белә. Тамара Танһыҡҡужина үҙенең дисциплинаһы, ныҡышмалылыҡ, стресҡа ҡаршы тора алыу һәм ярҙамсыл булыу кеүек шәхес сифаттары менән барыһына ла үҙе ҡаҙанды. Был сифаттар уға депутатлыҡта һәм парламент рәйесе урынбаҫары кеүек яуаплы вазифала уңышлы эшләргә мөмкинлек бирәсәк».

Тамара Танһыҡҡужина ышаныс өсөн депутаттарға үҙ рәхмәтен белдерҙе.

Быға тиклем парламент вице-спикеры булған Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды һәм федераль парламенттың түбәнге палатаһында республика мәнфәғәттәрен яҡлай.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: